RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәт булһын балалар!

13.03.2012 Сәләмәт булһын балалар!

Буласаҡ журналистар Республика балалар клиник дауаханаһында балаларға байрам ойошторҙо
Башҡорт дәүләт университетында биш йыл рәттән факультеттар араһында «БДУ-ның иң яҡшы төркөмө» исеменә конкурс уҙғарыла. Быйыл беҙ ҙә, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлеге студенттары, был конкурста үҙебеҙҙе һынап ҡарамаҡсы булдыҡ. Конкурс ноябрь айында башланды һәм әлегә уның өс этабын уңышлы үттек тә инде. Яңыраҡ социаль проектыбыҙҙы ла тормошҡа ашырҙыҡ. Быйыл республикабыҙҙа Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы иғлан ителгәс, беҙ, күп уйлап тормай, балалар менән бәйле проект эшләргә булдыҡ.
Балалыҡ – ул күңелле саҡ. Ләкин, үкенескә күрә, ҡайһы ваҡытта балаларға, уйнап-көлөп йөрөр урынға, дауаханала ла ятырға тура килә. Һәм һаулыҡтарын нығытып ятҡан малай һәм ҡыҙҙарға әҙ генә булһа ла байрам яһап, кәйефтәрен күтәрер өсөн Өфө ҡалаһындағы Республика балалар клиник дауаханаһының кардиоревматология бүлегенә барырға булдыҡ. Уйланған проектты ғәмәлгә ашырыуҙа беҙгә республикабыҙҙа сыҡҡан гәзит-журнал редакциялары («Йәшлек”, «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Аманат», «Аҡбуҙат»), З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов, БДУ-ның иҡтисад бүлеге студенты Рөстәм Әминов аҡсалата һәм әйберләтә ярҙам итте.
Шулай итеп, балаларға бүләктәр алып, дауаханаға биш көн дауамында барып йөрөнөк. Бында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән 36 бала ята. Беренсе көндө бер-беребеҙ менән таныштыҡ, һәр кем исемен, йәшен, ҡайһы яҡтан килгәнен әйтте. ҡунаҡҡа «БаблМэн» (BubbleMan) гигант һабын ҡыуыҡтары шоуы менән Илгиз Муллағәлләмовты ла саҡырғайныҡ. Ул тәүҙә бәләкәйерәк, унан хатта ҙур кеше һыйырлыҡ ҡыуыҡ эшләп, бәләкәстәрҙе хайран ҡалдырҙы. Шунан балалар үҙҙәре лә уның эсенә инеп ҡарай алды. Улар шулай уҡ юлбарыҫ булып кейенгән беҙҙең Азамат менән дә рәхәтләнеп уйнаны, фотоға төштө.
Икенсе көндө төрлө уйындар үткәрҙек, йырланыҡ, бейенек, гәзит-журналдар, бүләктәр тапшырҙыҡ. Өсөнсө көнөнө «Минең ғаиләм» темаһына һүрәт төшөрөү бәйгеһе ойошторҙоҡ. Дүртенсе көндө «МегаШоу» байрамдар үткәреү ойошмаһынан Тәпә һәм Ләлә исемле клоундарҙы саҡырҙыҡ. Улар балалар күңеленә бигерәк хуш килде. Проекттың аҙаҡҡы көнөндә беҙ ҡыҙҙарға төрлө прическалар эшләнек, һуңынан бергәләп таланттар йәрминкәһе ойошторҙоҡ. Улар бик әүәҫ булып сыҡты, кемдер шиғыр һөйләне, йырланы, икенселәре бейене. Хушлашыр алдынан һәр береһенә бүләктәр тараттыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”