RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡ йөҙлө, йәшел күҙле, алтын сәсле...

09.03.2012 Аҡ йөҙлө, йәшел күҙле, алтын сәсле...

Һәр замандың матурлыҡ тураһында үҙ төшөнсәләре бар
ҡатын-ҡыҙ менән матурлыҡ йәнәш йөрөй, тип кенә әйтеү ҙә аҙ. ҡатын-ҡыҙ − үҙе үк матурлыҡ. Һәр кем үҙенсә гүзәл булһа ла, тышҡы матурлыҡтың камиллығын билдәләгән сифаттар бар. Кешелек борон-борондан матурлыҡҡа һоҡланып йәшәгән. Шуныһы ғына − тышҡы ҡиәфәттең камиллығын билдәләгән сифаттар төрлө дәүерҙә төрлөсә, улар һәр ваҡыт үҙгәреү юлында. Бөгөнгө заман ҡыҙҙары нисек матур булырға тырышһа, боронғолар ҙа камиллыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылған.

Тарих күрһәтеүенсә, тап Мысыр ҡыҙҙары донъяла тәүгеләрҙән булып иннек, хушбуй, ирен буяғыс, париктарҙы ҡуллана башлаған. Шулай уҡ был йылы яҡ ҡатындары пудра әҙерләү буйынса алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәгән. Боронғо Мысырҙа тулы иренле, ҙур йәшел күҙле, һалмаҡ ҡына атлап йөрөгән һомғол кәүҙәле ҡыҙҙар камил һаналған. Тәбиғәттә йәшел күҙле кешеләр аҙыраҡ булғанлыҡтан, ҡатындар йәшел иннек ҡулланған, аяҡ һәм ҡул тырнаҡтарын да йәшелгә буятҡан.

Боронғо ҡытай ҡыҙҙарының буйы һәм аяҡ үлсәме бәләкәй генә булғандары матур һаналған. Шуға ла ҡыҙ донъяға килеү менән уның аяҡтарын бәйләп ҡуйғандар. ҡытайҙар ағыраҡ күренеү өсөн күп итеп пудра ҡулланған, ә тырнаҡтарын ҡып-ҡыҙыл төҫкә буяған. Әйткәндәй, тырнаҡтарҙың оҙонлоғо ҡыҙҙың матди хәлен дә күрһәтеп торған.

Боронғо Япония ҡыҙҙары, матур күренәм тип, ҡаштарын ҡырып ташлап, ҡара ҡәләм менән үҙҙәре һыҙып ҡуйған. Етмәһә, кейәүгә сығыу менән тештәрен ҡара лак менән ҡаплағандар.

Боронғо Грецияның матурлыҡ алиһәһен һәр кем белә инде. Ул − Афродита скульптураһы. Уның буйы 164 см, күкрәк үлсәме − 86, биле − 69 см. Тәненең төҫө ап-аҡ.

Ә бына һары сәсле ҡыҙҙарға табыныу Боронғо Римдә башлан­ған. Тап ундағы ҡатын-ҡыҙ сәстәрен аҡһыл-һары төҫкә буяу серҙәрен асҡан, бының өсөн кәзә һөтөн дә файҙаланғандар. Боронғо итальянкалар, бит ағартыу өсөн химик матдәләр ҡулланып, йыш ҡына ағыуланып та үлгән. Ундағы ҡыҙҙар «таҡта» һымағыраҡ күренеү өсөн күкрәктәрен һәм иңбаштарын сепрәк менән урап йөрөгән.

Урта быуаттарҙа бөтә донъяла тышҡы матурлыҡ гонаһ һымаҡ ҡабул ителеп, гүзәл заттар кәүҙәләрен, сәстәрен ныҡлап ҡаплап йөрөй башлаған. Был ваҡытта нәзәкәтле, аҡһыл йөҙлө, бәләкәй күкрәкле, үтә лә ябыҡ ҡыҙҙар матур һаналған. Тап ошо ваҡыттарҙа һуғыштар күп булған, халыҡ ас йәшәгән.

Ә инде XV быуатта аскетизм юҡҡа сығарылған һәм Ренессанс дәүере еткән. Ябыҡ, хәлһеҙерәк ҡиәфәтле ҡыҙҙар урынына тулы кәүҙәле, тулы күкрәкле гүзәл заттар модаға ингән. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың аҡһыл йөҙлө, аҡһыл-алтын сәслеләре матур һаналған. Оҙон сәстәрҙе йыйып түгел, тағатып йөрөткәндәр. Тап ошо дәүерҙә бөйөк рәссамдар − Рубенс, Тициан ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һүрәтләүсе билдәле картиналарын яҙған.

Рококо дәүерендә матур булып күренеү өсөн парик кейергә тура килгән. Ғөмүмән, ҡатындарҙың баштарында ниндәй генә шедеврҙар эшләнмәгән, сәстәрҙе күтәреү, ҡатырыу өсөн нимә генә ҡулланылмаған. Ул ваҡытта гигиена түбән кимәлдә булған, мәҫәлән, Испания батшабикәһе Изабелла Кастиль­ская ғүмерендә ике тапҡыр ғына йыуынған.

XIX быуатта идеаль кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ булып ҡом сәғәте кеүек һынлы гүзәл заттар һаналған − йомро иңбаш, нәҙек бил һәм киң янбаш талап ителгән. Беренсе донъя һуғышы башланғанға тиклем ҙур күкрәк матурлыҡтың иң юғары нөктәһе булып һаналған. Ошо ваҡытта ҡыҙҙар корсетты киң ҡулланған.

XX быуат башында артыҡ оҙон булмаған, ҡабарынҡы күкрәкле, һөйәктәре күренеп тормаған тулы кәүҙәле һәм йылмайып торған ҡыҙҙар гүзәл һаналған.

XX быуат аҙаҡтарында артыҡ ябыҡ, ҡыҫҡа сәсле, оҙон буйлы, киңерәк ас битле ҡыҙҙар матурлыҡ эталонына әүерелгән. Стилистар был дәүерҙе «дистрофия культы» заманы тип тә йөрөтә. Ә бөгөн стилистар әлеге культты юҡҡа сығарыу өҫтөндә эшләргә тырыша.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”