RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Белем нурҙарына сорналып

09.03.2012 Белем нурҙарына сорналып

Белем нурҙарына сорналып
Белемгә, көндән-көн күберәк яңылыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа ынтыл­ған кешеләр һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙырған. Бындай һирәк сифат кемдер “гүзәл” тип һоҡланған, бәғзеләр “көсһөҙ” тип һауалы ҡараш ташлаған ҡатын-ҡыҙға хас булһа, айырыу­са ҙур әһәмиәткә эйә.
Баймаҡ ҡыҙы Гөлфиә Туйсинаның көндәре береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, белем һәм тағы ла күберәк белергә теләү ынйыларынан ғына үрелгән. Ғөмүмән, Гөлфиәнең әле башланып ҡына торған тормошона күҙ һалһаң, уның күп яҡлы булыуына иҫең китер. ҡаланың 3-сө мәктәбендә гел яҡшы билдәләргә уҡып йөрөгән ҡыҙыҡай кескәй саҡтан китапхананы үҙ итә. Китапханасылар Гөлфиә­нең әсәһе Фәрзәнә Хисбулла ҡыҙына: “ҡыҙығыҙ тағы ла бер сумка ауыр-ауыр китаптарҙы йөкмәп ҡайтып китте”, − тип борсолоуын белдерә.
Ә Гөлфиәгә нимә – ул хыял диңгеҙендә йөҙә, билдәле әҫәр­ҙәрҙең һылыуҡайҙарының яҙмышын үҙенә тоҫмаллап ҡарай. Алтынсы класта уҡығанда уҡ “Обломов”ты уҡып, аңлап, уның тәьҫирендә йөрөгән ҡыҙ кемде хайран ҡалдырмаҫ?
Тиҙҙән Гөлфиә, ата-әсәһенә уға мотлаҡ матур итеп тегергә-бәйләргә өйрәнергә кәрәк икәнлеген белдереп, күптәрҙе аптыратып, һөнәрселек училищеһында уҡый башлай. Аҡыллы ҡыҙ һәр гүзәл зат өсөн кәрәкле һөнәрҙе үҙләштереп, өй эштәрен тулыһынса алып барырға өйрәнгәнлеген аңлағас, экстерн менән Сибай педагогия колледжының дүртенсе курсына уҡыр­ға инә. Уны уңышлы тамамлап, БДУСИ-ның “Технология һәм эшҡыуарлыҡ” факультетында белем ала. Йәш белгесте ошо институтҡа эшкә алалар. Хәҙерге ваҡытта ул декандың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, өлкән уҡытыусы булып эшләй.
Тынғыһыҙ кеше һәр ваҡыт эҙләнә, ундайҙарҙың тормошо ла йондоҙҙар яуынына хас. Гөлфиә Риза ҡыҙының хәҙерге ваҡытта биш дипломы бар. Һуңғыһы – аспирантурала үҙ ғилми эшен яҡлап алғаны – уның өсөн иң ҡәҙерлеһе. Сөнки уның монографияһын, 29 фәнни-публицистик эшен күреп, Санкт-Петербургтан килгән ғалимдар ҙа: “Бындай ҡиммәтле белемгә эйә булыусылар докторлыҡ диссертацияһын яҡлай”, − тип, Гөлфиә Риза ҡыҙының ғилми етәксеһе булырға әҙер булыуын белдерә.
Әҙәбиәт тормошона сумып, фәнни эҙләнеүҙәр менән мәшғүл Гөлфиә Туйсинаның киләсәккә хыял-пландары тағы ла күберәк. Тик был хаҡта әлегә бер кем дә белмәй—сер икән! Шуныһы ғына билдәле, Гөлфиә компьютер, яңы технологиялар өлкәһендә эҙләнәсәк. Беҙҙе яңы асыштары менән дә ҡыуандырыр әле ул!
Эйе, ҡатын-ҡыҙ – бөтмәҫ сер даръяһы шул. Уның ниҙәр уйлап, кисереп йәшәүен хатта үҙ йөрәге аҡылынан йәшереп маташа... Ә инде тормоштоң тик сағыу төҫтәрен күреп, фән тауының яңынан-яңы үрҙәренә ынтылған Гөлфиәгә уңыштар һәм уның тураһында хәстәрлек күреп, ысын терәк-таяныс булған мөхәббәтен осратыуын теләге килә.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”