RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.03.2012 Беҙ булдырабыҙ!

йәғни «Йәшлек»тәрҙең, «Салауат Юлаев» командаһына көс-ҡеүәт бирәм, тип боҙға сыҡҡаны
Беҙ булдырабыҙ!
«Донъя булғас, төрлө хәлдәр була...» Шундай йыр ҙа бар. Ниндәй генә сүрәткә инмәйһең инде был донъяла.
Редакцияның эш сере: һәр шишәмбе сыҡҡан гәзит һандарын тикшереп, баһалап, етешһеҙлектәрен билдәләп, киләһе һандар­ҙы планлаштырабыҙ. Илдәге, өйҙәге хәл-ваҡиғаларҙы ла барлап, күҙаллап алғас, баш мөхәррир:
– Был «Салауат» менән нимә эшләйбеҙ? – тигәс барыбыҙ ҙа аптырап ҡалдыҡ. Ниндәй «Салауат» тағы? – ҡаҙанға барып йөрөй алмайбыҙ, нисек тә уларға көс бирерҙәй бер сара уйлап тапмайыҡмы? – һорау ҡуйылғас, аңлашылды. Һәр беребеҙ республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған командаһының ысын патриоты булғас, уйға ҡалдыҡ. Аңлайбыҙ бит хәлде: артҡа юл юҡ, упҡын алдында торабыҙ, тағы бер еңелеү һәм беҙ түбән тәгәрәйәсәкбеҙ. «Салауат Юлаев» өйҙәге ике уйынында ла еңелде, ә «Аҡ барс» хәлен шәбәйтте. Ә уйынға ҡараһаң, беҙҙекеләр шәберәк уйнай бит. Тимәк, йә күҙ тейгән, йә «фортуна» исемле түтәйебеҙ татар дуҫтарға күҙ һалған.
Төрлө тәҡдимдәр булды, әйтәйек, Вадим гәзиттең бер битен тултырып «ЮЛАЕВСЫЛАР, БЕҘ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН!» тигән саҡырыу ташларға тәҡдим итте. Баш бухгалтер Зәлиә, шул тиклем аҡса бирһәләр, мин дә сығыр инем әле майҙанға, уйнаһындар тейешенсә, тип юлаевсыларға ғәйеп ташланы. Кемдер, репортажды башҡа кеше яҙып ҡараһын, Нурға күҙ тейгәндер, тип һүҙ ҡыҫтырҙы. Зөһрәбеҙ, «Иман» битен алып барыусы хәбәрсебеҙ, барыбыҙ ҙа мәсеткә барып, хәйер бирәйек, тип ебәрҙе.
– Шеф ике уйын алдынан барып ҡараны инде, файҙаһы юҡ, – Әлфиә, урынбаҫар, шулай тип ҡуйҙы.
Кемдер, шаярып, Сажиҙә, буғай:
– Улайһа, Эрсберг урынына ҡапҡасы итеп йыуан Мөниребеҙҙе генә ебәрмәһәк, – әңгәмәне көлкөгә бормаҡсы ине, шул саҡ шефтың йомро башында бер идея барлыҡҡа килде:
Беҙ булдырабыҙ!
– Былай хәл итәбеҙ, иртәгә төштән һуң барыбыҙ ҙа боҙға сығабыҙ. Конькиҙа йөрөйбөҙ, сәкән һуғабыҙ. Хоккейсыларҙы һүгергә яратабыҙ, әйҙә әле үҙебеҙ ҙә һынап ҡарайыҡ. Хоккей уйнауы еңелме икән?
– Был акция командабыҙға үҙенсә поддержка ла булыр, – тип өҫтәнем мин дә.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан «фортуна» исемле түтәйебеҙҙе үҙебеҙгә ҡаратып алырға булдыҡ.
Шаршамбы көн Затон биҫтәһендә аулаҡ ҡына һырғалаҡ таптыҡ. Киттек тейәлешеп «тимер ат»тарға. Ғөрөф-ғәҙәттәргә ышана бит инде беҙҙең халыҡ, алты-ете машина барғанбыҙҙыр, юлаевсыларға көс-ҡеүәт бирер өсөн барыһы ла килде майҙансыҡҡа. Хатта «Йәшлек» ветераны, өс тиҫтә йыл ғүмерен баҫмаға арнаған Рәмилә Тайсынова ла коньки кейеп килеп сыҡҡас, аптырап ҡалдым.
– Рәмилә апай, конькиға баҫҡаның бармы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Һуң, бөтә халыҡ салауаттар өсөн йән атырҙай булғас, мин дә боҙға сығайым инде, – ти был. Әлфиә Хәмитова менән бер-береһенә тотоношоп торҙолар ҙа, ике аҙым да шыуа алмай яңынан будкаға ыңғайланылар.
– Әйтәм дәһә, йөрөй алмайһығыҙ, тип, еңел тип уйлайҙар, ә, – тим, сәмдәренә тейеп.
Беҙ булдырабыҙ!
– Һөйәктәр ҡатҡан, – тигән булалар, үҙҙәре ихлас көләләр, йөҙҙәре шат. Уларҙың боҙға сыҡмауы һәйбәт тә булды. Беҙ, Асҡар, мин һәм Нәркиз, беҙҙең элекке хеҙмәткәр, форсаты тейһә, мотлаҡ элекке хеҙмәттәштәрен һағынып килеп сыға ул шулай, тимер ҡулайламаларҙы ҡуйып, ут тоҡандырып, шешлекте теҙеп ҡуйғайныҡ инде. Өҫтәлгә, ризыҡҡа ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәһә, табындың күрке булмай шулай ҙа. Әлфиә самауырҙы ҡуйып ебәрҙе, Рәмилә апай өҫтәлде йүнләй башланы. Ә башҡалар... сыр-сыу килеп күнекмә үткәрә.
ҡыҙҙарҙың күбеһе конькиҙа шыуа белмәй икән. Зөһрә, тырыша торғас, һәр аҙымын үлсәп, ярты сәғәт эсендә майҙанды урап сыҡты. Ныҡышмалылыҡ бар икән үҙендә. Уны көткән беҙҙең түҙемлек хаҡында әйтәһе лә түгел. Йәштәр – Гүзәл, Ләйсән, Гөлназ, Самат тиҙ үк өйрәнеп алды, тал­пын­ған һайын хәрәкәттәре ырамлы, баҫыуҙары ышаныслы була барҙы. Уларҙан Сажиҙә, Алһыу, Зәлиә лә ҡалышманы, метр һайын йә уңға, йә һулға бына йығылам, бына ауам тигән хәрәкәттәренә күҙ йомһаң, әлбиттә. Кәүҙәһе торошо менән минең һымаҡ ҡапҡаны ҡаплап торорҙай Миңлегөл менән беҙ бергә йөрөргә тырышмайбыҙ, боҙ ватылып китеүҙән ҡурҡабыҙ. Ә Асҡар – ҡала егете, ул бала сағында Спорт һарайында хоккейға ла йөрөгән, шуға бик «классно» шыуа. Күп ҡыҙҙар уға тотоноп йөрөй, улай ҡоламайҙар, йөк аты егетебеҙ. Асҡар менән боҙҙа ғына түгел, тормошта ла ышаныслы. Ә шеф һуң, тиһегеҙме? Ул да нисауа ғына йөрөй икән конькиҙа. Шулай ҙа Асҡар кеүек йөк аты булырға иртәрәк әле уға. Беҙ булдырабыҙ!
Ярай ял итһен, Журналистар союзында ла, редакцияла ла елкәһендәге йөгө етерлек. Ә мин... уйланым да, киләһе йыл барыбер яңы ботинка алырға тура килер, быныһын туҙҙырырға булдым. Хоккей тип, коньки кейеп аяҡты һындырып ятыр көн юҡ. Бала саҡтағылай ботинка менән шыуҙым. Табан ҡалын ғына икән, тигән һығымтаға ла килергә өлгөр­ҙөм. Иң һәйбәте – Әлфиә һәм Рәмилә апай менән дуҫ булыу. Өҫтәл тирәһендә тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай башланы ла инде. Икмәк ҡырҡып, шешлекте елпеп торорға ла кеше кәрәк. Өҫтәл тирәһенә килгән ҡыҙҙарыбыҙға дәртләндереп ебәреү һәләте лә бар ул минең. Бөтәһенә лә хоккейсы булырға тимәгән дә.
– Дә-ә, ҡалай ҡулды шаңҡытты ул, – сәкән тотҡан Вадим һөрән һалды. Асҡар һелтәгән шайбаны сәкән менән туҡтатҡан да...
– Бая минең тубыҡҡа килеп тейҙе, түҙерлек түгел, ныҡ ауырттыра икән, – Самат һүҙгә ҡушыла.
– Хәҙер хоккейсылар­ҙың хәлен аңлағыҙ инде, – тигән һығымтаға килә Артур Хәсәнович.
Аяҡ талды, тип, ҡыҙҙар ҡулдан эшләнгән эскәмйәгә килеп ҡунаҡланы. ҡайһы берҙәренең бөтөнләй хәле бөткән. Үҙҙәренең йөҙҙәре алһыу, күҙҙәре янып тора. ҡәнәғәттәр.
– Ултырған урынығыҙ күркәм, ҡуҙғалмағыҙ ҙа, – тим мин, уларҙы йәлләп.
– Шешлек тә беште, – тип һөйөнсөләне Нәркиз.
– Саф һауала тиҙ асыҡтыра ул, килегеҙ, – тип саҡырҙы Рәмилә апай.
Тиҙ арала табынды уратып та алдыҡ.
Шешлек дан булды, артынса кәнфитле сәй ҙә эскәс, бөтөнләй кәйефтәр күтәрелеп китте. Беҙгә һырғалаҡҡа уйнарға килгән балалар ҙа ҡушылды. Уларҙың һөйөнөп-һөйөнөп һыйланыуы беҙгә икеләтә кинәнес бирҙе.
– Нисек, шәпме? – тип һораны шеф.
– Шәп, – тинек беҙ. Ана әлеге лә баяғы эш тип, төрлө мәшәҡәттәргә һылтанған булып, һоро тормошобоҙҙан арына алмайбыҙ шул. Ике сәғәтләп саф һауала кинәнеп боҙҙа шыуып, йығылып, сәкән һуғып алыу ҙа күпме көс-дәрт бирҙе. Һәр береһе риза ине был сәфәрҙән.
– Шунан, бөгөн еңәбеҙме? – шефтың тағы ла көр тауышы яңғыраны.
Беҙҙең тауыш уныҡынан да көрөрәк сыҡты:
– Мотлаҡ еңәбеҙ!
Кискеһен барыбыҙ ҙа ултырып «зәңгәр экран»дарҙан хоккей ҡараныҡ. Бергә түгел, айырым-айырым. Бергә эшләһәк тә, айырым йәшәйбеҙ бит. Тырыш­лығыбыҙ юҡҡа булманы: юлаевсылар ҡаҙанда еңде! Ур-ра! Йомала уйын Өфөлә буласаҡ. Унда ла еңһәк, йәкшәмбе етенсе уйын тағы ла Татарстанда буласаҡ. Тфү-тфү, күҙ теймәһен!
Йоҡлар алдынан шефтан СМС-хәбәр килде: «Еңеү менән! Беҙ булдырабыҙ!» Яуап яҙманым, йә «фортуна» түтәй асыуланып ҡуйыр, ғөрөф-ғәҙәттәргә ышанам бит мин.
Иң һәйбәте гәзитебеҙҙең киләһе һаны сыҡҡанда, йәғни шишәмбе, беҙ булдырҙыҡ, алға, «Салауат», тип әйтергә яҙһын.
Мәҡәләмде яҙып бөткәс, бер йыр иҫкә төштө:
«Ай-һай, Салауат –
башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат – үҙ
халҡымдың даны!»
Шундай йыр ҙа бар. Шәп йыр.

Мөнир ҡУНАФИН
Юлай КӘРИМОВ фотолары










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”