06.03.2012 Бер ҡайҙан да яҡлау тапмағас
«Власть халыҡ менән туранан-тура бәйләнештә эшләргә тейеш”, – тип белдергәйне үҙенең бер сығышында БР Президенты Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһе үҙ миҫалында ла быны асыҡ күрһәтә – төбәк етәксеһенә шәхси блогы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин, ул граждандарҙы ла шәхсән ҡабул итә. Сираттағы ҡабул итеү РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһендә үтте. Төбәк башлығы үҙҙәренең үтенестәре менән чиновниктарҙың ишеген шаҡып та, ыңғай яуап ала алмаған тиҫтәгә яҡын гражданды ҡабул итте.
Өфө районының Рус Юрмашы ауылынан уҡытыусы Татьяна Зинова ауылдаштарының үтенесе буйынса мөрәжәғәт менән килгән. ҡала етәкселеге Рус Юрмашы, Йылҡыбай, Федоровка, Самохваловка ауылдары эргәһендә көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, уны эшкәртеү буйынса завод һәм крематорий төҙөмәксе. «Мәктәбебеҙҙә йылдан-йыл уҡыусылар һанының артыуы беҙҙең ауылдың үҫә барыуын дәлилләй. ҡаланың шау-шыуынан, төтөнөнән ҡасып, Өфөнән килеп төпләнеүселәр ҙә күп. Ауыл тирәләй ябай ҡала халҡының баҡсалары ла бар. Беҙ сүп-сар ҡалдыҡтары заводы эргәһендә йәшәргә теләмәйбеҙ. Ундай урын халыҡ күпләп йәшәмәгән урында булырға тейеш», – тине мөрәжәғәт итеүсе. Президент уға яуап итеп: «Заводтың мотлаҡ Рус Юрмашы янында булыуы һуңғы вариант түгел. Әлегә ҡала властары уны ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһен тикшерә. Әлбиттә, полигон төҙөлә ҡалһа ла, ул халыҡҡа зыян йөҙөнән булдырылырға тейеш түгел. Мин һеҙҙе йәберһетергә юл ҡуймам», – тине һәм полигон өсөн заманса вариант табыу, был мәсьәләне контролдә тотоу өсөн граждандарҙың мөрәжәғәтен БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына тапшырасағын әйтте.
Шаҡша биҫтәһенән Елена Костырева Рөстәм Хәмитовҡа ҡаланың был өлөшөндә йәшәүсе халыҡтың йәшәү шарттарына бөтөнләй иғтибар бирмәүҙәренә зарланды. Шаҡшала юлдар насар, тротуарҙар, парк, заманса поликлиника, магазиндар юҡ. ҡала үҙәгенә эшкә йөрөүсе халыҡ транспортһыҙ интегә. Рөстәм Зәки улы мөрәжәғәт итеүсене иғтибар менән тыңлағандан һуң, ҡала етәкселегенең Калинин районы буйынса эшләп етеңкерәмәүен тәнҡитләне һәм Шаҡша биҫтәһендә халыҡтың йәшәү шарттарын күтәреү буйынса план эшләргә, бер нисә маршрут асырға ҡушты. 8 Март биҫтәһенән килгән Асия Вәлиева үҙҙәре йәшәгән ике урамға һыу үткәреүҙе, урамдарҙы төҙөкләндереүҙе һораһа, Дим биҫтәһенән Екатерина менән Андрей Малышенколар социаль инфраструктураны үҫтереүгә иғтибар етмәүенә борсолоу белдерҙе. Президент уларҙың үтенесе ыңғай хәл ителһен өсөн ҡала мэрына күрһәтмәләр бирҙе. 60 мең кеше йәшәгән Дим биҫтәһендә ял итеү үҙәктәре, мәктәптәр, бассейн төҙөләсәген, Кустарев күле янында ҙур микрорайон ҡалҡып сығасағын әйтте.
Социаль яҡтан яҡланмаған кешеләрҙең – үҙ аллы йөрөй алмаған инвалидтарҙың, үкенескә күрә, ҡайһы саҡ үтенестәре ситтә ҡала, уларҙы яҡларға тейешле ойошмалар ҙа был мәсьәләгә битарафлыҡ белдерә. Үҙе кеүектәрҙең йөрөү шарттарын яҡшыртыу идеяһы менән янған пенсионер Виктор Лаврентьевты ла республика етәксеһенә коляскала ултырыусыларҙың йәшәү шарттарына булышлыҡ итергә тырышыу тәҡдиме килергә мәжбүр иткән. Ул үҙе уйлап тапҡан пандустарҙы коляскала ултырыусы инвалидтар йәшәгән йорттарға, төрлө биналарға урынлаштырыуҙы, был мәсьәләгә системалы ҡарауҙы һорай. Сөнки ҡайҙа етте шунда исем өсөн генә урынлаштырылған пандустар инвалидтарҙың мәсьәләһен хәл итеү түгел ул, тигән фекерҙә. Рөстәм Зәки улы уны диҡҡәт менән тыңлағандан һуң ярҙам ҡулы һуҙасағын әйтте. Президент исеменә хат яҙған өс бала әсәһе Светлана Тажетдинова бөтә әсәләр исеменән социаль яҡлау өлкәһендә самаһыҙ бюрократияға зарын белдерҙе. Сөнки ғаилә килемдәре аҙ булыуын, күп балалы булыуыңды иҫбатлар өсөн 3 – 6 ай һайын социаль яҡлау бүлегенә, унан мәктәпкә, балалар баҡсаһына бихисап белешмә йыйырға тура килә.
БР Президенты, уның бик тә урынлы һорау күтәреүен билдәләп, был хәлде мәғәнәһеҙлек тип баһалап, мәсьәләне хәл итеү маҡсатында мәғлүмәт биреүҙең электрон системаһы формалаштырыласағы тураһында әйтте. Кешене справкалар артынан ҡабат-ҡабат йөрөтмәү өсөн күп функциялы үҙәктәр эшләргә тейеш, тип билдәләне. Был мәсьәләне шәхсән үҙе контролдә тотасағын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн Өфөлә күп балалы 16 – 17 мең ғаилә ер алыуға дәғүә итә. «ҡала, әлбиттә, шул тиклем ер менән тәьмин итә алмай, ситтән дә бирәсәкбеҙ. Был участкаларҙа мотлаҡ юлдар, газ, һыу, ут булырға тейеш. Быйылдан башлап күп балалылар төҙөкләндерелгән ер участкаларын ала башлаясаҡ», – тине ул.
Бер килгәндә әйтәйем әле тигәндәй, документтар яңыртыуға бәйле борсолоу белдергән әсә мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға ла үҙ ҡарашын белдерҙе, уҡытыусыларҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы булмауына зарланды. Йәнәһе лә, телде уҡыу балаларға ауыр бирелә.
Уға яуап итеп: «Был бик ҡатмарлы һорау. Беҙ уны төрлө яҡлап өйрәнәбеҙ. Рус балаларына башҡорт телен бөтә камиллығында белеү кәрәкмәйҙер. Һөйләшеү, аралашыу телен аңлаһа, шул еткән. Яңы уҡыу йылында был мәсьәләне хәл итербеҙ», – тине Президент.