02.03.2012 “Браконьер” операцияһы
Баймаҡ районының хозур тәбиғәтенә элек-электән кем генә һоҡланмаған! Ундағы ерҙәрҙең матурлығы шиғыр юлдарына һалынған, йыр итеп данланған, легендаларға әүерелгән. Шул уҡ ваҡытта тыуған тупрағыбыҙ яман уйлы кешеләрҙе лә йәлеп иткән. Үкенескә күрә, сит-ят тарафтарҙан килеп, хозур тәбиғәтебеҙгә ҡул һуҙыусылар, уны вәхшиҙәрсә талаусылар әле лә бар.
Райондың мул балыҡлы йылға-күлдәре, йәнлеккә бай урмандары браконьерҙарҙы ныҡ йәлеп итеүе билдәле. Айырыуса Сибай ҡалаһы, Ырымбур, Силәбе өлкәләренең мылтыҡ тотҡан кешеләре еңел табыш, мажара эҙләп, беҙҙең яҡтарға килеүсән.
Яңы йыл каникулында эшһеҙ “йонсоп ятҡан” өс дуҫ Сибай ҡалаһына йүнәлә. Сил илдә эшләнгән иң ҡиммәтле, иң “текә” машиналарға тейәлгән өс таған Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһынан Башҡортостанға “һә” тигәнсе килеп тә етә. Сибай ҡалаһында йәшәгән ир дуҫтарының йәнлек аулау теләге менән янып килеүен аңлап, уларҙы тау-урманға һыйынып ултырған Юлыҡ ауылына алып китә. Бында Силәбе күстәнәстәре менән мәжлес ҡороп, ҡыҙып алған ирҙәр, “Урал” йөк машинаһына тейәлеп, урманға йүнәлә. Машинаның кабинаһына ла, кузовына ла ултырған кешеләр тирә-яҡты ҡарап, аңдып бара. Шул саҡ шишмә буйлап биш мышы килеп сыға. Бәҫкә күмелгән урман, сылтырап аҡҡан шишмә, уның буйында ҡолонсаҡтарын эйәрткән инә һәм ата мышы матур күңелле әҙәм балаһы өсөн әкиәт донъяһы булып күренер ине. Бындай йән эйәләрен өркөтөргә түгел, ә уларҙы һүрәттәргә генә төшөрөргә ине лә бит. Тик саҡырылмаған ҡунаҡтар, күп уйлап тормай, бер мышыны атып йыға. Унан «Һунарсы өйө» тип аталған ергә килеп, табындарын дауам итә. Ирҙәр, тракторсы яллап, мышыны һөйрәтеп алып килеп, тиреһен тунай, итен өлөштәргә бүлә. «Һуңынан килеп алабыҙ», – тип, итте Йомаштағы таныштарында ҡалдыралар.
Ошо браконьерҙарҙы эйәртеп алып йөрөгән, уларҙың енәйәтен йәшергән, үҙенең тыуған ерен таларға ярҙам иткән Баймаҡ ирҙәре тураһында уйлаһаң, иҫең-аҡылың китер. Ата-бабаларыбыҙ ғүмерен биреп һаҡлаған ерҙе улар бер нисә шешә араҡыға һата бит!
Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр. Юлыҡ урманында браконьерҙарҙың мышы атыуы тураһындағы хәбәр Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренә билдәле була. Полицейскийҙар шунда уҡ эшкә тотона. Браконьерҙарҙы билдәләгәндән һуң, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, майор Ф. Моратов етәкләгән оператив төркөм Копейск ҡалаһына йүнәлә. Сибай ҡалаһында йәшәгән браконьер, иптәштәрен һатмаҫ өсөн, мышыға атҡан кешенең исем-фамилияһын ғына әйтә лә, уның йәшәгән адресын, эшләгән урынын бирмәй. Копейскиҙа бик таралған исем-шәриф булғанға күрә, әшнәһен тапмаҫтар, тип өмөтләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ хоҡуҡ һаҡсылары тиҫтәләгән кеше араһында браконьерҙы билдәләй. Тик уның фатиры бикле булғанға, Баймаҡ полицейскийҙарына төндө подъезда үткәрергә тура килә. Браконьерҙың кеҫә телефонына шылтыратҡас, ул үҙенең ҡаланан ситтә булыуын, ҡасан ҡайтырын белмәүен әйтә. Шулай ҙа Ф. Моратов кеҫә телефоны компанияһы аша уның ҡайҙалығын билдәләттереп ҡарай. Енәйәтсенең үҙ фатирында йәшенеп ятыуы асыҡлана. Тик ул барыбер ишекте асмай, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Ф. Моратов Копейск ҡалаһы прокуроры Дмитрий Сергеевич Пикельныйҙан браконьерҙың фатирына үтеп инергә рөхсәт һорай. Прокурор рөхсәт бирә һәм: «Беҙҙең хоҡуҡ һаҡсылары ла башҡорт полицейскийҙары кеүек эшләһә, беҙҙең урмандарҙа ла мышы булыр ине», – тип ҡуя.
Кран менән дүртенсе ҡатҡа күтәрелгән полиция майорын күргән браконьер тәҙрәһен ярғанды көтмәй, балкон ишеген аса. Ул: «Бер мышы арҡаһында шул тиклем шау-шыу тыуҙыраһығыҙмы?!» – тип үпкәһен белдерә.
Атылған мышының хаҡын 43 мең һумға баһалайҙар. Бынан тыш, РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһына ярашлы (законһыҙ һунар итеү), енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, браконьерҙарҙың был Баймаҡ ерендәге тәүге вәхшилеге түгел. Талҡаҫ күлендә тоҡлап ҡыҫала тотоусылар, Әбделкәрим ауылы янындағы һыу һаҡлағыста балыҡ һөҙөүселәр хөкөм эскәмйәһенә эләккәйне инде.
Судтың йомшаҡлығына өмөт итеп, төркөм менән эш итеүҙә ғәйепләнмәҫ өсөн (билдәле булыуынса, бындай осраҡта яуапҡа ҡатыраҡ закон буйынса тарттыралар), енәйәтте бер кеше өҫтөнә ауҙарған браконьерҙар ғәҙел хөкөм ителер, тип ышанғы килә.
Күпме генә уйланһам да, мышы атыусыларҙы күңелем менән бер нисек тә аҡлай алманым. Үҙҙәре йәки балалары ас ултырһа, бәлки, аңлашылыр ҙа ине. Әммә бай, етеш йәшәгән кешеләрҙең өҫтәле ризыҡтан һығылып торһа ла, күңел асыуҙың һәр төрөнә аҡсалары тулып ятһа ла, уларҙың «бәхете» өсөн Башҡортостан тәбиғәтенең күрке һаналған мышы йәне кәрәк булып сыҡҡан.
Оператив эш иткән, браконьерҙарҙы тотҡан Баймаҡ полицейскийҙарына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Тәбиғәтебеҙҙең һәр мөйөшө, йәнлеге, ҡошо өсөн шулай көрәшһәк, Ер-әсәбеҙ һәр саҡ хозурлығы һәм ҡабатланмаҫ матурлығы менән арбар, ә яман уйлы кешеләр беҙҙе урап үтеүҙе хәйерлерәк күрер.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.