RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Компьютер «теле»н башҡортсалаштырыуға нимә ҡамасаулай?

02.03.2012 Компьютер «теле»н башҡортсалаштырыуға нимә ҡамасаулай?

Компьютер «теле»н башҡортсалаштырыуға нимә ҡамасаулай?
Республикабыҙҙың “Башҡор­тостан Респуб­ликаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы законы 1999 йыл башында ҡабул ителгәйне, шунан бирле байтаҡ ҡына шымартылды, өҫтәмәләр индерелде. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн Хөкүмәт янында махсус хеҙмәттәр ойошторолдо.
Был йылдар эсендә башҡорт теленең дәрәжәһен күтәреү өсөн байтаҡ эш башҡарылды. Тик мәғариф өлкәһендә әле бик иғтибар ителмәгән бер мәсьәлә бар – ул да булһа бөгөн һәр тармаҡҡа үтеп ингән компьютер “теле”нең һаман да әле ҡулланышҡа башҡортса инмәүе.
Мәктәптәрҙә балаларҙың компьютерҙа эшләгән сағына тура килеп, ошондайыраҡ һөйләшеүҙәргә шаһит булғаным бар:
– Ошоно ғына отсканировать итеп бир әле; плавающий окноһына баҫма; памятҡа ҡуйырға онотма, пока спящийға ҡуйып тор, личный кабинетҡа инегеҙ, курсорығыҙҙы строкаға направлять итегеҙ, файлдан мои материалыҙы табығыҙ һ.б.
Башҡортса уҡытылған, башҡорт ауылындағы мәктәптәрҙә был. Теүәл фәндәрҙе башҡортса уҡытыу кәрәкмәй, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Нишләптер, беҙҙең быуын теүәл фәндәрҙе генә түгел, хатта урыҫ телен дә (!) башҡортса тиерлек уҡып сығып, бер ҙә юғалып ҡалмаған – арабыҙҙа юғары белем алыусылар бихисап! Шулай уҡ теүәл фәндәр буйынса ла! Ә бына вузға инә алмауҙары башҡортса уҡыуҙан түгел, ә уҡытыу­сыларҙың сифатһыҙ белем биреүенән. Фәнде яҡшы белгән бала, акцент менән, хата менән һөйләһә лә, теманы белеүен күрһәтә ала. Хәҙер инглиз телен белеүҙе беренсе урынға ҡуйыр­ға тырышыу­сылар ҙа бар. Белеү кәрәк, әлбиттә, әммә кешенең башы эшләмәһә, инглиз телен белеү генә уны уҡымышлы итмәй. Юғиһә инглизсә һөйләшкән бар әҙәм ғалим булып китер ине. Сығарылыш синыфта терминдар­ҙы урыҫ телендә өйрәтеү етә, минеңсә.
Беҙҙә телдәр уҡытыу тураһында әленән-әле бәхәс ҡубып тора. Мин былтыр йәй Швейцарияла булып ҡайт­ҡайным, унда, мәғлүм булыуынса, дүрт рәсми тел: немец, француз, итальян, романш телдәре. Һуңғыһын туған теле һанаусылар бик аҙ ғына. Әммә дәүләт хеҙмәтенә эшкә инеүселәр, башҡа өсәүһе менән бер рәттән, ошо телде лә белергә тейеш! Йәғни компьютер төшөнсәләре лә ошо әҙселек һаналған халыҡ теленә тәржемә ителә һәм ҡулланыла!
Ғөмүмән, үҙен мәҙәниәтле тип һанаған кеше үҙе йәшәгән төбәктәге халыҡтың телен белергә тейеш. Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйтмешләй, русса уҡып-яҙыу ғына түгел белмәк, хәл килһә, французса ла белгән яҡшы. Төрки халыҡтарҙа әйтем бар: нисә тел белһәң, шунса ғүмер йәшәрһең. Ике телле булыу күңелде, рухты байыта, аңлашыу, сит мәҙәниәтте өйрәнеү даирәһен киңәйтә, яңы офоҡтар аса.
Гәзит-журнал, радио-телевидение теле һиҙелеп башҡортлашты – был архаизмға һаналып төшөп ҡалған һүҙҙәрҙең кире ҡайтыуында ла, байтағының икенсе телдәрҙән тәржемә итеп ҡулланыуында ла күренә. Телселәр бының ыңғай һәм кире яҡтарын да күрә – урыҫ телен­дәгесә ҡулланылған һүҙҙәр ауыл балаларына был дәүләт телен өйрәнеүҙә еңеллек бирә ине, тип һанаусылар бар.
Хәйер, һүҙем был хаҡта түгел, компьютер төшөнсәләрен баш­ҡортсаға әйләндереү-әйләндермәү фарызлығы миндә шик уятмай – һис шикһеҙ, уларҙы тәржемә итеү кәрәк! Мәктәптә уҡытыу – икенсе мәсьәлә. Хатта был төшөнсәләр менән бик сикле һандағы белгестәр генә ҡулланған осраҡта ла кәрәк, сөнки телдең статусы, дәрәжәһе күрһәткесе был! Ғөмүмән, донъя күләмендә теге йәки был милләттең мәҙәни-мәғрифәт кимәлен "үлсәү"ҙең яҙылмаған ысулдары бар. Шулар араһына милләттең һүҙ байлығы, энциклопедиялары һәм һүҙлектәре, белешмә баҫмалары һаны инә.
Минең компьютер тураһында бәләкәстәр өсөн яҙған әҫәрем бар, “Аҡбуҙат” журналында тиҫтә йылдар элек баҫылып сыҡҡайны ул. Мин унда бала аңларлыҡ итеп, клавиатураға – хәрефлек, ә мышкаға төрткө тип атама биргәйнем. Сысҡан түгел, тап бына төрткө, йәғни һуҡыр сысҡан. ҡулланышы ла ошо һүҙгә һыя ла ҡуя – уға төрткөләп эшләйбеҙ бит, үҙенең “күҙе” лә юҡ, етмәһә (был әҫәремдең бер өлөшө яңыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә лә донъя күргәйне). Әҙерәк тәләкә лә кәрәктер, техника телен ҡыҙыҡлы итеү – үҙе бер ылыҡтырғыс алым, минеңсә. Инглиз телендәге китаптар тап ошоноң менән ота, тип һөйләй Англияла уҡып ҡайтҡан йәштәребеҙ.
Компьютер төшөнсәләрен тәржемә итеү, һис шикһеҙ, бер кешенең генә эше түгел. Быны мотлаҡ башҡорт, инглиз телдәрен, информатиканы, компьютерҙың үҙен яҡшы белгән белгестәр берлектә эшләргә тейеш.
Күрше республикала, әйтергә кәрәк, был йәһәттән эш күптән бара, дәреслектәр әллә ҡасан уҡ сығарылған, яңыртыла, камиллаштырыла бара. Уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү ҙә файҙаға булыр, моғайын. Был һөйләшеүҙе мин дә башта интернетта, башҡортса форумдар­ҙа күтәрҙем, кәрәкмәй, тип әйтеүселәр, ҡаты бәхәстәр ҙә булып алды. Ошо өлкәлә байтаҡтан эшләүсе егеттәр ҙә ҡатнашты унда. Әҙерләнмәләр бар, әҙер эштәр ҙә бар – был ҡыуаныслы. Улар, әлбиттә, камиллаштырыуҙы көтә.
Мин иһә киң ҡулланышҡа кәрәк булырҙай үҙ вариантымды әҙерләнем, быға интернет аша ғына таныш­ҡан Иҙел Ғабдуллин тигән егеттең тос ярҙамы тейҙе, “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) тигән сәхифәлә “Башҡортса компьютер төшөнсәләре” тигән төркөмдө тап бына ул асҡайны. Осраҡлы ғына барып юлығып, мин дә ҡатнашып киттем, артабан төп тәржемәсегә лә әйләндем. Баймаҡтан Айбулат Ишна­заровҡа ла рәхмәт, үҙ фекерҙәрен әйткеләп торҙо. Һөйләшеү йәнле, ҡыҙыҡлы барҙы, рәхмәт уларға.
Үҙем белмәгән төшөнсәләрҙең аңлатмаларын уларҙан алдым. Теге йәки был ғәмәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнгәс кенә, нимәгәлер оҡшатып, уға хатта һүҙ уйлап та сығарыр­ға тура килде – бына шул уҡ “төрткө”, мәҫәлән. ҡайһы саҡ инглизсә нимә аңлатҡанын да белешеп, һүҙлектәр менән эшләнем.
Бына, мәҫәлән, “материнская плата” тигәнде инде башҡортса ике сәхифәлә тикшерҙек, инглизсәһе лә, урыҫсаһы ла әйләндереп-тулғандырып тәпәләнде, әҙәпһеҙ һүҙҙәргә етә яҙҙы хатта ҡайһы берәүҙәр…
Ошо хеҙмәтебеҙҙе уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдым. Әлбиттә, был тәржемәләрҙе камил тимәйем. Беҙ бит уны әлегә виртуаль яҫылыҡта, үҙебеҙ өсөн генә, битараф ҡала алмағанлыҡтан, башлап ҡараныҡ. Үҙешмәкәрлек, йәғни. Ул бәхәстәр ҙә уятыр, һәм был бик кәрәк тә! Боҙ бер саҡ ҡуҙғалырға тейеш бит инде.

* Автоматическое обновление – үҙ-үҙенән яңыртылыу
* Автономно – үҙ аллы. Работать автономно – үҙ аллы эшләү
* Антивирусная программа – вирусҡа ҡаршы программа (компьютер ви­рус­тарынан һаҡлаусы һәм таҙартыусы программа)
* База данных – бирелмәләр базаһы
* Бегунок – шылдырғыс
* Бегущая строка – йүгерек юл
* Боковая панель – ситке аҫлыҡ
* Браузер – браузер – (ингл. Browser; рус. – обозреватель, программа просмотра) – күҙәткес
* Важность – мөһимлек
* Веб-разработчик – веб-әҙерләүсе, сайттар эшләүсе
* Вернуть – кире ҡайтарырға
* Взлом компьютера – компьютерҙы боҙоу, һаташтырыу.
* Вид – төр
* Вкладка барузера – браузер (күҙәткес) һалынмаһы
* Во весь экран – тулы экран
* Водяной знак, подложка, филигрань – (ингл. Watermark) – һыу тамғаһы, аҫтар, филигрань (семәр)
* Вставить ссылку – һылтанма өҫтәргә
* Вставить гиперссылку – гиперһылтанма ҡуйырға, өҫтәргә
* Вставка – өҫтәлмә. Яҙған биттәреңде өҙөргә, дата, номер ҡуйып сығыр­ға теләһәң, аҫлыҡтағы шул һүҙгә баҫыу етә. Уның башҡа файҙалы ғәмәлдәре лә етерлек.
* Вставка специальная – махсус өҫтәлмә
* Входящие и исходящие сообщения (письма) – килгән һәм ебәрелгән хәбәр­ҙәр, хаттар
* Выделение файлов – файлдарҙы айырымлау
* Выделенный участок – айырымланған өлөш
* Выделить все – барыһын да билдәләргә
* Выноска – сығарма
* Вырезать – ҡырҡып ташларға
* Двоичный – икешәрле
* Декодировать – кодты сисеү
* Делегирование полномочий – вәкәләт биреү, вәкәләткә эйә итеү
* Диск – диск
* Диск гибкий – бөгөлсәк диск, һығылмалы
* Диск жесткий – ҡаты диск
* Дисковод – диск йөрөтмә
* Доступ – инеү мөмкинлеге
* Доступ неограниченный – инеү мөмкинлеге сикләнмәгән
* Заголовок сообщения – хәбәрҙең исеме
* Загрузить – индерергә, һалырға
* Загрузка программного обеспечения – программа тәьминәтен индереү
* Загрузите бесплатно! – бушлай индерегеҙ!
* Закладка – һалынма
* Заливка фона – ерлек буяу. Цвет заливки – ерлек төҫө
* Заполнитель – тултырмыш
* Запустить – эшләтеп ебәрергә
* Запуск исполняемого файла – башҡарылма файлды ебәреү
* Знак, символ – тамға, символ. Любой знак – теләгән бер тамға
* Значение – ҡиммәт, мәғәнә. Присваиваем к переменной значение 150 – үҙгәргескә 150 ҡиммәте бирәбеҙ
* Значок программы – программаның билдәһе
* Изменяемый – үҙгәртелеүсән
* Источник данных – бирелмәләр сығанағы
* Клавиша быстрого вызова – ашығыс төймә
* Клавиша доступа – инеү төймәһе
* Клавиши со стрелками – уҡлы төймәләр
* Ключевое слово – асҡыс һүҙ
* Кнопка “Свернуть” – “Йыйырға” төймәһе
* Кнопочная панель – төймәле аҫлыҡ
* Компилировать – мәғлүмәти күсермә
* Копировать – күсермә яһарға
* Курсив – курсив, ҡыя шрифт
* Лента новостей – яңылыҡтар таҫмаһы
* Мастер ответов – яуаптар оҫтаһы
* Материнская плата со встроенной видеокартой – видеокарта индерелгән төп плата
* Междустрочный интервал – юл аралығы
* Метка – инәү, билдә
* Нажать и удерживать кнопку мыши – төрткө төймәһен баҫырға һәм тотоп торорға
* Накопитель дисковый – диск туплағысы
* Настраиваемый – көйләнеүсән
* Неверный ввод пароля – паролде яңылыш индереү
* Нежелательная почта – теләмәгән почта, кәрәк­һеҙ почта
* Недоступная команда – үтәп булмаҫлыҡ программа
* Непечатаемые знаки – баҫылмаҫ тамғалар, баҫҡанда күренмәҫ тамғалар
* Общая папка – дөйөм папка
* Окно предупреждения – киҫәтеү тәҙрәһе
* Отладка программы – программаны көйләү
* Отправить сообщение – хәбәр ебәрергә
* Отменить – туҡтатырға, юҡҡа сығарырға
* Отменить ввод – индереүҙе туҡтатырға
* Отправить – ебәрергә
* Отступ – сигенеш, аралыҡ
* Отступ красной строки – ҡыҙыл юл аралығы
* Оттенок – төҫ, сатҡы. В этом изображении преобладают коричневые и зеленоватые оттенки – был һүрәттә көрәнһыу һәм йәшкелт төҫтәр (сатҡылар) өҫтөнлөк итә.
* Очистить – таҙартырға, юйҙыртырға
* Параметры страницы – биттең сиктәре
* Перейти – күсергә
* Переменная – үҙгәргес
* Перенаправление трафика – трафикты икенселәргә йүнәлтеү
* Печать – баҫып сығарыу, документты принтер аша сығарыу
* По левому (правому) краю – һул (уң) сиктән (ҡырҙан)
* По умолчанию – килешеү буйынса. Браузер по умолчанию – килешеү буйынса күҙәткес
* По ширине – киңлеге буйынса
* Подключение – тоташыу
* Подчеркнутый – аҫтына һыҙылған
* Поле ввода пароля – серһүҙ индереү һыҙаты
* Приложение – ҡушымта
* Панель – аҫлыҡ
* Панель границ – сиктәр аҫлығы
* Панель переходов – күсештәр аҫлығы
* Панель рисования – рәсем төшөрөү аҫлығы
* Панель управления – идара итеү аҫлығы.
* Пароль – пароль, серһүҙ
* Перекрестная ссылка – аралаш һылтанма
* Перекрывающиеся окна – ҡапланыулы тәҙрәләр
* Плавающие окна – ҡалҡынсаҡ тәҙрәләр
* Поверхность кнопки – төймә өҫтө
* Подогнать размер – дәүмәл таманлау
* Подтвердить подлинность – төп нөсхәлеген раҫларға
* Подчеркнутый – аҫтына һыҙылған
* Полужирный шрифт – ярымҡалын шрифт
* Правка – төҙәтеү
* Правописание – дөрөҫ яҙылыш
* Предварительный просмотр – ебәргәнсе тикшереү; алдан ҡарап сығыу
* Предупреждение – киҫәтеү
* Преобразователь – үҙгәрткес
* Привязка – ҡушҡыс, бәй
* Примечание – иҫкәрмә
* Пробел – арауыҡ, буш ара
* Проводник – сағылдыр­ғыс
* Программное обеспечение – программа тәьминәте
* Пропускная способность – үткәреү һәләте, мөмкинлеге
* Рабочий стол – эш өҫтәле
* Разметка страницы – бит дәүмәлен билдәләү
* Разрешения – рөхсәттәр
* Разрыв страницы – битте өҙөү
* Распаковать исполняемый файл – башҡарылма файлды тағатыу, һүтеү
* Расширение браузера – браузер (күҙәткес) өҫтәмәһе
* Расширение файла – файл өҫтәмәһе
* Режим ждущий – көттөрөү режимы. Бындай режимға ҡуйғанда мотлаҡ яҙмаларҙы хәтергә һалып ҡуйырға кәрәк, сөнки ут һүнә ҡалһа, һаҡланылмаған кәрәкле яҙмалар юғаласаҡ
* Режим спящий – (ингл. hibernation – “зимняя спячка” – йоҡо режимы. Кәрәкле программаларҙы һүндермәй генә, “йоҡлатырға” ҡуйып, компьютер­ҙы һүндерһәң, аҙаҡ ҡабыҙыу менән шул программалар асыла ла ҡуя
* Режим чтения – уҡыу режимы
* Разметка – тамғалау, билдәләү; тамғаланыш, билдәләнеш
* Разработка – эшләнмә
* Свернуть (развернуть), закрыть окно – тәҙрәне төшөрөү (асыу), ябыу
* Свободная память – биләнмәгән хәтер, буш хәтер
* Связи – бәйләнештәр
* Сетевое окружение – селтәр мөхите
* Сжатие – тығыҙлау, ҡыҫыу
* Снизить (увеличить) – төшөрөү (күтәреү)
* Сноска – төшөрмә
* Сноска конечная – ахыр­ғы төшөрмә
* Создать файл – файл булдырыу
* Сохранить – һаҡларға; яҙмаларҙы һаҡлау. Бының өсөн компьютерҙың махсус тамғаһына баҫып ҡуйырға кәрәк.
* Сохранить копию как... – күсермәне ошолай һаҡлар­ға
* Справка – белешмә
* Ссылка – һылтанма
* Счетчик посещений для сайта – сайтҡа инеүселәр һанын алыу
* Таблица символов – тамғалар таблицаһы
* Только для записи – яҙыу өсөн генә
* Угловые скобки – шаҡмаҡ йәйәләр
* Удаленный доступ к компьютеру – компьютер­ға ситтән инеү мөмкинлеге
* Удалить – алып ташлар­ға, юйҙыртырға
* Удалить ярлык – ярлыҡты юйҙыртырға, алып ташларға
* Уменьшить (увеличить) – кесерәйтеү (ҙурайтыу)
* Управление файлами – файлдарға идара итеү
* Управляющая кнопка – идара итеү төймәһе
* Усеченный – ҡыҫ­ҡартыл­ған, киҫелгән
* Установка и запуск программы – программаны ҡуйыу (индереү) һәм ебәреү
* Установочный диск – индереү дискыһы
* Учетная запись – иҫәп яҙмаһы. Учетная запись пользователя – ҡулланыу­сының иҫәп яҙмаһы
* Файл поврежден – файл боҙолған, эштән сыҡҡан
* Флажок – әләмсек. Снять флажок – әләмсекте алырға
* Формирование запроса к веб-серверу – веб-серверға һорау туплау
* Цифровые клавиши – һанлы төймәләр
* Щелкнуть кнопку мышки – төрткө төймәһенә баҫыу, сирттереү,
* Яркость – сағыулыҡ










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”