RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

28.02.2012 Ышанайыҡмы?

Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау һөҙөмтәһен телевизорҙан төнө буйы ҡарап ултырғайным. Унда хәҙерге власты яҡлаған төбәктәрҙе ҡыҙыл итеп билдәләп, картанан күрһәтеп барҙылар. Уралдан Тымыҡ океанғаса 1 – 2 генә төбәк ҡыҙыл төҫтә, ҡалғандары барыһы ла йәшел итеп күрһәтелде. Силәбе, Свердловск, Нижегородка, Воронеж өлкәләре, Мордовия һыҙатынан ҡаф тауға тиклем карта ҡыҙылға буялды. Ә ҡалған ғәйәт ҙур территория йәшел көйөнсә ҡалды. ҡаршы фирҡәләр ярайһы ғына уңышҡа өлгәшеп, урамдарға сыҡҡан халыҡ теләктәшлеге менән власть тандемынан халыҡ файҙаһына күп кенә ташламаға вәғәҙә алыуға иреште. Әммә улар һүҙҙә генә ҡалмаҫмы?
Илде демократик юлдан үҫтереү тураһында бер-бер артлы мәҡәләләр яҙыла башланы. Мәҫәлән, милли сәйәсәткә бағышланғанына иғтибар итәйек: ул күберәк гастар­байтерҙар­ға ҡағыла, элекке колониялар эшһеҙҙәренең метрополияға ябырылыуы – бөтә донъяла барған законлы хәл. Урыҫ халҡының да статусы билдәләнде, русификацияға «доб­ро» бирелде. Быға тиклем уның дәүләт ойоштороусы халыҡ икәнлеген инҡар итеүселәр бар инеме ни? Тик Рәсәйҙең республика-дәүләт ойоштороусы халыҡтарына иғтибар ителмәгәндәй күренде. Мәғарифты оптималләштереү милли мәктәптәрҙең ябылыуына, уның тарихын, мәҙәниәтен уҡытыуҙы юҡҡа сығарыуға килтерә. Хатта туған телде өйрәнеү ҙә бөтөрөлөүгә бара.
Илдең 2000 йылдарҙағы әҙме-күпме уңышын 90-сы йылдар­ҙағы хәл менән сағыштырыуға әүәҫләнеп киттеләр. Ул саҡта илдең яңы ғына донъяға килеүен иҫәпкә алмайҙар. Ә суверенлы республикабыҙ был йылдарҙа иң һуңғы урындарҙан алдынғылар рәтенә сыҡты. Төҙөлөш күрелмәгән масштабта барҙы. Декабрҙәге Дума һайлауҙары һөҙөмтәһендә власть фирҡәһе һайлаусыларҙың яртыһының тауышын алып, буласаҡ Президентҡа ышаныс күрһәтте, тиергә яратыусылар күп. Ысынлап та шулаймы икән?!
«Ғәҙел һайлауҙар өсөн» тип урамдарға сыҡҡан халыҡ яғынан ҡыҙғылт һары инҡилап тураһында янау булмаһа ла, уларҙың аҡ таҫмаларынан көлдөләр. Һаман да революция көҫәүселәр бар, тип ҡурҡытырға маташалар. Юҡҡа ҡурҡмағыҙ, йәмәғәт! Һайлауҙар һөҙөмтәһендә президент креслоһы ғына хужаһын алмаштырасаҡ, бөтә дәүләт институттары (учреждениелар министрлыҡтар, банкылар һ.б.) эшләп торасаҡ. ҡайһы бер чиновниктарҙан урындарын бушатыуҙы һораһалар, был ғәҙәти хәл. Президент күптән һайлан­ған инде, тип ҡул һелтәп ҡуйыусылар дөрөҫ уйламай. Йәмәғәт фекерен өйрәнеүселәр күрһәткән кандидаттар рейтингына ла ышанып бармайыҡ. Халыҡ күпләп урамға сыҡмаһа, РФ Конституцияһының 31-се статьяһы һаман ғәмәлгә ашмаҫ, власть халыҡҡа ташламалар яһар­ға ла вәғәҙә итмәҫ ине.
Бөгөн шундай мәл еткәндер, күрәһең, юғарылағылар халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалып эшләргә тырышҡандай күренә: үтә үҙәкләштереүҙе йомшартыу, һалым сәйәсәтен үҙгәртеү, урланған ҡышҡы ваҡытты, ҡояшты кире ҡайтарыу, хәрбиҙәр, башҡа көс структураларының «жалунья»­ларын, пенсияларын күпкә арттырыу, дәүләт ҡоролошон реформалау һ.б. Митингыларҙа халыҡ сәйәси тотҡондарҙы азат итеү тураһында ла талап ҡуя. Беҙҙә лә бар бит ундайҙар. БДБҡ башҡарма комитетында һүҙ алып барылғанса, ниңә беҙ үҙебеҙҙең йәштәр лидерын ҡотҡарыу буйынса эш алып бармайбыҙ? Тағы бер нәмә: күпме тапҡыр яҙып та, гәзиттә баҫылмаған тәҡдимем − алданған акция тотоусылар Өфө нефть эшкәртеү заводы, «Народ­ный» фонды ваучерҙарынан байыған «Белорецксталь» йәмғиәтенән дивидендтарыбыҙҙы суд аша дәғүәләшеп, даулап ала алабыҙмы?
Алдағы һайлауҙарға кире ҡайтып, улар үтә күренмәле, ғәҙел буласаҡ, тигәндәренә ышанып буламы?
Зөфәр АЛТЫНСУРА.
Мәләүез районы,
ҡотош ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”