RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаулыҡ асҡысы – спортта

28.02.2012 Һаулыҡ асҡысы – спортта

Һаулыҡ асҡысы – спортта
– Атай, хәҙер һа­бан­туйға, ат сабышына барам. Ферма мөдире, Орликта ярышыр­һың, ти­гәйне... – Булат өмөт тулы күҙҙәрен атаһына төбәне. Ләкин Ғәлийән ағай, был ҡарашты күрмәмешкә һалышып, өҙә һуҡты:
– Юҡ, улым, бер ҡай­ҙа ла йөрөмә. Баҡ­салағы эш менән булышырға кәрәк.
– Эйе шул, яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, уттай мәлдә көндө юҡҡа уҙғарма, – тип һүҙгә ҡушылды малайҙың әсәһе Хәлиҙә апай.
Булат, ауыр һулап, башын аҫҡа эйҙе. Күҙ алдынан Орлигы китмәне. Айғыр үрәпсеп-үрәпсеп уны ярышҡа әйҙәй кеүек тойолдо. Атаһы менән әсәһе эш менән булышып йөрөгән арала малай, калушын уңайлы кроссовкаға алмаштырып та тормай, Орлигы янына һыҙҙы.
Көн кискә ауышҡас ҡына, ауыҙы ҡолағына етеп, ҡасҡалаҡ малай ҡайтып инде – ат ярышында беренсе урынды алды ул.
...Булат Ильясов, хәҙер инде яуаплы ғаилә башлығы, ике бала атаһы, алмаштыр­ғыһыҙ хеҙмәткәр, бөгөн дә маҡсаттарына ҡыйыу атлай. Алдынғы спортсы булараҡ танылыу яулаған.
Ул Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләһендә спорт­ҡа, сәләмәт тормошҡа ҙур иғтибар бирелә. “Атайым саңғыла йөрөргә ярата ине. Уның ыңғайына мин дә саңғыға баҫтым. Беҙгә хатта әсәй ҙә ҡушылды”, – тип хәтерләй ул бала сағын.
Булат мәктәп йылдарында төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, һөнәрен дә ошо өлкәгә бәйләргә теләй. Шуға күрә БДПУ-ның физик тәрбиә факультетына уҡырға инә. Бына ошонда егет университеттың алдынғы спортсыһына әүерелә.
Булаттың тормош иптәше Зәлифә – Учалы райо­нының Учалы ауылы ҡыҙы. Йәштәр 2006 йылда ғаилә ҡорған. Зәлифә, БДУ-ны тамамлап, БР Мәҙәниәт министрлығында эшләй. Әле бәләкәсе менән өйҙә ултыра.
Булат “Нефтестроймонтаж” төҙөлөш компанияһында эшләй. Ойошма профсоюзы физик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирә. Хеҙмәткәрҙәр араһында, миҙгелгә ҡарап, төрлө ярыштар үткәрелә. Булат Ильясов шуларҙың уртаһында ҡайнай. Ул әле саңғы ярышында, әле көрәштә, әле гер күтәреүҙә ҡатнаша. Бер ҡасан да һынатмай. Бала саҡтан ҡанына һеңгән ғәҙәте – һәр саҡ алда булыу ҡомары уны ташламай. «Бындай спорт саралары коллективты берләштереп кенә ҡалмай, үҙеңде яҡшы торошта тоторға ярҙам итә, – ти Булат. – Профсоюз комитеты рәйесе Илгиз Камалетдинов һәр беребеҙҙе дәртләндерә, алға әйҙәй”.
Ильясовтар күптән түгел Өфө районының Шамонин ауылына күсенгән. Дәүләт ярҙамы менән йәш ғаилә, ниһайәт, йортло булған. Бының тағы лы бер ыңғай яғы бар – рәхәтләнеп саңғыла йөрөргә мөмкин. Булат ике ҡыҙына ла кескәй генә саңғылар һатып алған. Диана (өс йәш ярым) һәм Йәсминә (ике йәш) атаһы менән урманға сығырға бик ярата. Кем белә, бәлки, бер нисә йылдан ошо Шамонин ауылынан билдәле саңғысы йәки биатлонист ҡыҙҙар сығыр әле.
“Маҡсатым – ауылда саңғы шыуыу трассаһы булдырыу. Ул саҡта спорттың был төрөнә күберәк кеше ылығыр ине”, – ти Булат. Был эшкә яҡын арала тотонмаҡсы ла.
“Спорт менән дуҫ булған кеше насар ғәҙәттәр­ҙән ары торасаҡ. Ул кешене шәхес булараҡ та тәрбиәләй. Шуға күрә барығыҙҙы ла физик культура менән дуҫ булырға саҡырам”, – тигән теләген еткерҙе сәләмәт тормош яҡлы әүҙем башҡорт егете гәзит уҡыусыларға.
Күркәм, татыу йәш ғаиләгә, афарин, тип, именлек теләргә ҡала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”