RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Депутаттарға эш етерлек

24.02.2012 Депутаттарға эш етерлек

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары 48-се ултырышын үткәрҙе. Унда ҡырҡлап мәсьәлә ҡаралды һәм фекер алышыуҙар һөҙөмтәһе буйынса бер тиҫтә закон проекты закон статусын алды.
Парламентарийҙар Башҡортос­танда яңы маҡтаулы исем барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр итте. «БР-ҙың дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында» республика законына үҙгәрештәр индергәндән һуң «Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» тигән исем раҫланды.
Ағымдағы йылдың бюджеты тураһында ла законға үҙгәрештәр ҡабул ителде. Яңы бюджет килемен федераль средстволар иҫәбенә 455 миллион һумға кәметеү, сығымды иһә 121,3 миллион һумға арттырыу ҡарала. Шулай итеп, килем буйынса бюджет күләме 91 миллиард 66 миллион да 800 мең һум булһа, сығым – 106 миллиард 643 миллион һум.
Депутаттар пленар ултырышта ундан ашыу закон проектын ҡараны. Улар араһында капитал һалыуҙар буйынса Башҡортостандың инвес­тиция эшмәкәрлегенә бәйле закон­ға үҙгәрештәр индереү, ветеринария тураһында, инвалидтарға ярҙам итеү хаҡында проекттар бар.
Бынан тыш, «Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында»ғы закон тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде. Әлеге закон проекты эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙа дәүләт гарантияларын тәьмин итеү маҡсатында эшләнгән. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡағылышлы ҡануниәтте камиллаштырыуға ла, бизнес берлеге тирәләй хоҡуҡи белемде күтәреүгә лә йүнәлтелгән. Эшҡыуарҙар эштәре буйынса вәкилгә ярайһы ғына киң мөмкинлектәр һәм вәкәләттәр бирелә.
Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошо ултырышта мәктәп уҡыусылары менән дә осрашты. 70-тән ашыу бала республиканың биш районынан – Өфө, Кушнаренко, ҡырмыҫҡалы, Иглин, Шишмәнән килгәйне. Уларға Башҡортостанда закондар сығарыу органының барлыҡҡа килеү тарихы, үҫеше, камиллашыуы хаҡында ентекле бәйән ителде. Уҡыусылар парламент спикерына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, йөкмәткеле генә яуаптар ала алды. Әйткәндәй, Константин Толкачевтың йәштәр менән осрашыуы матур йолаға әүерелде, тиергә мөмкин.
Ултырыштың көн тәртибенә республикала 2011 йылда хоҡуҡи тәртиптең хәл-торошо нисек булыуы тураһында отчет менән танышыу ҙа индерелгәйне. БР буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин ведомствоның эш күрһәткестәре тураһында һөйләп, төбәктә криминоген хәл-торошто яҡшыртыуға депутат корпусының йоғонтоһо булыуын билдәләне. Был йәһәттән, мәҫәлән, «Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын тәьмин итеү тураһында» законды ла атарға мөмкин. Михаил Закомалдин шуны ла әйтеп үтте – ҡомарлы уйын зоналары тураһындағы законда етеш­һеҙлектәр булыу сәбәпле, улар ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәр кеүек ишәйә бара. Министр беҙҙең депутаттарҙан РФ Дәүләт Ду­маһына әлеге законға үҙгәрештәр индереү инициативаһы менән сығыуҙарын һораны.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”