RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Уландарым – ғорурлығым»,

21.02.2012 «Уландарым – ғорурлығым»,

− ти Көйөргәҙе районының Бахмут ауылында йәшәүсе Минира Зәйнетдин ҡыҙы Ибраһимова
Әсә кеше өсөн тормошта балаларының уңыштарынан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡтыр. Биргән тәрбиәң бушҡа китмәгән, һинең ышанысыңды аҡлағандар, үҙ көсө, үҙ тырышлығы менән тормош тигән оло даръяға юл ярған бәғер емештәреңдең яулаған һәр үре үҙе бәхет түгелме ни? Көйөргәҙе районының Бахмут ауылында йәшәүсе Минира менән Алик Ибраһимовтар өс улға ғүмер биргән. Татыулыҡ һәм һөйөү хөкөм һөргән ғаиләлә Артур, Тимур, Илнур исемле һыу һөлөгөләй егеттәр буй еткерә. Әсә кеше, ҡыҙы булмағас, малайҙарын эш айырмаҫҡа, кәрәк икән, һауыт-һаба, иҙән дә, кер ҙә йыуырға өйрәтә, аталары тимер-томор, йорт эштәренә ылыҡтыра. «Ауылда эш күп, балалар бәләкәйҙән эшләп үҫте. Ирҙәр бала ғына тапмай ул. Эш айырмағыҙ, бөтөн эште лә белергә тейешһегеҙ, тип өйрәттем», − ти талапсан әсә булған Минира Ибраһим ҡыҙы. Үҙе Бахмут мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләгән ханым улдарына бәләкәйҙән үк белемгә ихтирам тәрбиәләй, уҡыуға ылыҡтыра. Шуға ла егеттәр башланғыс синыфтан алып тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, төрлө фәндәрҙән уҙғарылған район олимпиадалары призерҙары була. Өлкән улдары Артур 2002 йылда мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының физика-математика факультетына уҡырға инеп, диплом алғас, артабан уҡыуын Бонч-Бруевич исемендәге Санкт-Петербург дәүләт институтының аспирантураһында дауам итә. Әлеге көндә төньяҡ баш ҡалала Элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Көҙгә «Автоэлектр эмиссияһы» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаясаҡ.
Уртансылары – Тимур ҙа Бахмут мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Бер юлы биш вузға уҡырға инә. Ләкин хыялында хәрби булыу теләген йөрөткән, спортты яратҡан егет Түбәнге Новгородтағы юғары инженер-команда училищеһына имтихандар тота.
Хәрби уҡыу йортон алтын миҙалға тамамлаған Тимур бөгөн Иваново ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. «ҡораллы Көстәрҙә ҡыҫҡартыуҙар киткәс, хәрби училищены тамамлаусылар эшһеҙ ҡалды. Хәрби хеҙмәтемде дауам итә алмаҫмынмы икән инде, тип эй көйөнгәйне шул саҡ Тимур. Шөкөр, тәүгеләрҙән булып уны элиталы ғәскәргә алалар. Бөгөн ул хеҙмәтенән дә, хәрбиҙәргә түләнгән эш хаҡынан да ҡәнәғәт. Быйыл парашюттан 14 тапҡыр һикергән, йәйгелеккә, Алла бирһә, өлкән лейтенант дәрәжәһе аласаҡ», − ти улының уңыштары тураһында Минира Зәйнетдин ҡыҙы.
Кинйәләре – Илнур ҙа ағаһының юлынан китмәксе. Урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, Федераль именлек хеҙмәтенең Калининградтағы юғары команда училищеһына барырға документтарын йыя. Әммә юғары талаптар ҡуйған медицина комиссияһынан ғына үтмәй.
Илнур күңелен төшөрмәй. Былтыр Санкт-Петербург телекоммуникациялар дәүләт университеты студенты булып китә. Сымһыҙ элемтә инженеры һөнәренә эйә буласаҡ.
ҡышҡы сессияһын тик «бишле» билдәләренә генә тапшырған тырыш егет уҡыу йортоноң хәрби кафедраһына ла уҡырға ингән.
Хеҙмәттә сынығып үҫкән, спортты яратҡан Ибраһимовтарҙың хәрби һөнәрҙе һайларға ынтылыуы юҡҡа түгел. Сөнки ғаилә башлығы Алик Зәғүр улы ла Германияла танк ғәскәр­ҙәрендә хеҙмәт иткән, улдарында ла илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй алған. Үҙенең туғандары араһында ла юғары хәрби дәрәжәләргә эйә хәрбиҙәр бар. Йорттағы малайҙар бүлмәһендә турник эленеп тороуы юҡҡа түгел. Егет кеше унда күтәрелә белергә, физик яҡтан ныҡ, үҙен яҡлай, һаҡлай белергә тейеш, тип иҫәпләй атай кеше.
«Үҙен хәрби булырға әҙерләгән Тимур мал ҡарарға сыҡҡанда, йәшелсә-емеш баҡсаһына ингәндә лә, ҡапҡаны асып тормай, ҡойма аша һикереп кенә йөрөй ине», – тип көлөп хәтерләй әсә кеше.
Ибраһимовтарҙың, балаларына эш һөйөүсәнлек, белемгә ынтылыш тәрбиәләү менән бергә, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына ла иғтибар биреүе, ҡанат ҡуйыуы һоҡландыра. Өйҙәге бер бүлмәне улар Ленин бүлмәһе итеп эшләп ҡуйған. Уны бәләкәй генә бер музей тиһәк тә, хата булмаҫ. Мәктәптә пионер, комсомол ойошмалары бөтөрөлгәс, белем усағындағы вымпелдар, пионер байраҡтары, борғолар кәрәкмәгән әйбергә әүерелә, сығарып ташлана. Уҡытыусы булып эшләгән Минира апай, улдарына әйтеп, был ҡомартҡыларҙы үҙҙәренә алып ҡайта, пионерия, комсомолға арналған әйберҙәрҙе малайҙар ҡайҙа күрә, шунан йыйып алып ҡайта башлай. Нимә генә юҡ был өй музейында: биш тиҫтәгә яҡын значок, Лениндың бюстары, борғо, вымпелдар, байраҡтар. «Беҙҙең тарих бит улар», – тип һәр береһен ҡәҙерләп һаҡлай улар.
Инсафлы, уҡыуға һәләтле, ғорурланып һөйләрлек, ситтә лә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән ысын башҡорт егеттәрен тәрбиәләгән Ибраһимовтарға ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Милләт йөҙө, ил өмөтө бит улар.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Юлай КӘРИМОВ фотолары










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”