17.02.2012 Теле юҡтың иле юҡ
йәки Был ике төшөнсә бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле
1923 йылдың февралендә Ашхабадтан «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»н яҙған сағында арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди беҙҙең, йәғни башҡорттарҙың, киләсәген күҙаллай алған. Ошо хатында беҙгә васыят итеп: «Тел өсөн көрәште закон рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ», − тип яҙып ҡалдырған.
Тик, үкенескә күрә, әлеге ваҡытта йәшерен рәүештә түгел, хатта законда ҡаралған саралар менән дә башҡорт теле өсөн көрәш тигән нәмә күренмәй, тип әйтергә була. Бар ул, тик күҙ буяу, йәғни теге йәки был саралар үткәреп, йылдар буйы ауыҙ тултырып маҡтаныу өсөн генә. Быларҙы ысын мәғәнәһендә тел өсөн көрәш тип ҡарауы бик ҡыйын. Хәҙерге көндә мин олуғ ғалимыбыҙҙың васыятын үтәрлек ғалим-ғалимәләребеҙ барлығына шикләнә биреп тә ҡуйҙым. 2011 йылда республика телевидениеһында барған тапшырыуҙарҙың береһендә билдәле тел белгесе, филология фәндәре докторы, беҙҙең башҡорт милләте ҡартайҙы, тигән фекер белдерҙе. Быны тура ҡарап халыҡты алдау тип ҡабул итәм һәм, башҡорт телен бөтөрөргә теләүселәрҙең тирмәненә һыу ҡойоу, тип баһалайым. Был афәт япон, ҡытай, грек, итальян кеүек боронғо милләттәрҙең береһенә лә ҡағылмаған, ниңә бер башҡорт милләте генә ҡартайған ул?!
Минеңсә, милләт бер ваҡытта ла ҡартаймай, ул бары тик илһеҙ йәки телһеҙ ҡалып юҡҡа сыға, йәғни түбән тәгәрәй. Мәҫәлән, мишәрҙәрҙе генә алайыҡ. 1917 йылғы ихтилалдан һуң улар милләт булараҡ юҡҡа сыҡты, йәғни деградацияға дусар булды.
Был йәһәттән, Аллаға шөкөр, әлегә Башҡортостан тигән илебеҙ бар, әммә телгә алып һөйләрлек эш алып барылмау арҡаһында телебеҙ юҡҡа сығып бара. Был бигерәк тә телевидение тапшырыуҙарында асыҡ күҙгә ташлана. Ябай кешеләр генә түгел, хатта уҡымышлылар ҙа ыҡ-мыҡ итеп, ике һүҙҙе бер-береһенә бәйләп һөйләй алмай. Был инде башҡорттарҙың тамам урыҫлаша барыуын иҫбатлай.
Беҙҙең быуын үҫкәндә халҡыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр булманы тиерлек. Шуға күрә арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе (Салауат Юлаевтан башҡа) йүнләп белмәйбеҙ ҙә. Башлыса, урыҫ тарихын һәм шәхестәрен өйрәнеү башҡорт йәштәре араһында кәмһенеү тойғолары уятты. Шул айҡанлы: «Беҙҙең, башҡорттоң, нимәһе бар?» − тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде.
Бар донъяға танылған ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди шул уҡ хатында былай тип яҙа: «Уларҙың бынан һуң үткәреләсәк сәйәсәтенең программаһы − Рәсәйҙең үҙендә генә түгел, Европа һәм Азиялағы күрше өлкәләрҙә лә рус теле һәм мәҙәниәтенең хакимлығын тәьмин итеү». Был бик дөрөҫ әйтелгән. Сөнки хәҙерге ваҡытта рус теле мәктәптәрҙә көн һайын өйрәнелһә, башҡорт теленә аҙнаһына бары бер сәғәт кенә ваҡыт бирелә. Аҙнаһына бер сәғәт тел уҡытып, балаларға уның нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен биреп һәм шул уҡ ваҡытта телгә һөйөү тәрбиәләп буламы?!
Әйтегеҙ әле миңә, хәҙерге башҡорт зыялылары, үҙ иленең, үҙ халҡының тарихын белмәгән балала патриотик тойғо, иле менән, халҡы менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләп буламы? Йәш быуынға халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәтмәһәк, илебеҙҙең дә, халҡыбыҙҙың да киләсәге булырмы? Әгәр беҙ йәш быуынды ҡайғыртмаһаҡ, республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы ирекле итеп донъя күләмендә таныта алмаясаҡбыҙ. Был − кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт.
Әхмәтзәки Вәлиди: «Ошо мәлдә йәһүдтәр Израиль дәүләтенең тереләсәгенә инанған кеүек, беҙҙекеләр ҙә ышанып йәшәргә һәм быны йәш быуынға аңлатырға тейеш», − тип яҙа. Хәҙерге ваҡытта ул ышаныс беҙҙә бармы?
Йәш быуынға нимә тип, нисек аңлата алабыҙ? Башҡортса һөйләшә белмәгәс, урыҫса һөйләп аңлатырбыҙмы? Ил менән тел бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле. Туған телендә уҡыған балаларҙан урыҫса имтихан ҡабул итеү осраҡтары бар. Был рус теленән башҡа телде һанға һуҡмау һәм баланың хоҡуғын туранан-тура боҙоу була түгелме?! 2011 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йүнәлешенә барлығы ун бала ҡабул ителгән. Шулай итеп, бармаҡ менән һанарлыҡ белгестәр әҙерләп, милләтте күтәрербеҙме?
Был беҙҙең хөкүмәтебеҙҙең һәм ғалим-ғалимәләребеҙҙең башҡорт телен үҫтереүгә, милләтебеҙҙе артабан күтәреүгә булған ҡарашын аныҡ һүрәтләй түгелме? Әлбиттә, бер ваҡыт мин 8-се класс балалары өсөн яҙылған «Башҡортостан тарихы» тигән китапты күргәйнем. Әммә 2010 йылда был китап буйынса белем биреү дәрестәр теҙмәһендә юҡ ине инде. Һорашып белеүемсә, ул китап, дәреслек булараҡ, уҡытыуҙан тыйылған булып сыҡты. Беҙҙең быуынға: «Башҡорттар уҡый-яҙа, иген сәсә белмәгән, мал аҫрап, күсмә халыҡ булып йәшәгән», − тип өйрәттеләр. Ә бит 1917 йылғы ихтилалға тиклем башҡорттар араһында уҡый-яҙа белеүселәр 19 процент булһа, рустар араһында 16 процент булған. Тағы ла бер һорау килеп тыуа: иген сәсә белмәгәс, башҡорттарға һабан нимәгә кәрәк булды икән? ҡайҙан килеп сыҡты икән бөгөн бөтә Рәсәйгә тарала барған һабантуй байрамы? һабантуй башҡорттарҙың милли байрамы тип әйтһәк, дөрөҫтөр, сөнки уны элек башҡа бер халыҡ та үткәрмәгән.
Үрҙә яҙып үткән миҫалдар беҙ өйрәнгән, белгән тарихтың бары тик сәйәсәткә ҡоролоуын һәм уның ялған тарих булыуын иҫбатлай.
Үҙебеҙҙең телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы белмәй тороп, йәш быуында, илебеҙ аяҡҡа баҫыр, тигән ышаныс тәрбиәләй алырбыҙмы икән һуң? «Инвестиция» тип, хәҙер ерҙәребеҙҙе лә һата башланылар. Һаман да беҙ, балыҡ кеүек өнһөҙ, тынһыҙ булһаҡ, оҙаҡламай бөтөнләй ерһеҙ ҡаласаҡбыҙ, йәғни килмешәккә әйләнәсәкбеҙ, сөнки ерһеҙ халыҡты бер кем дә аҫаба тип танымаясаҡ. Әгәр меҫкен хәленә ҡалмайыҡ тиһәк, ер һатыуҙы ҡырҡа туҡтатырға кәрәк. Миҫал өсөн Мәскәү өлкәһен алайыҡ. Мәскәү байҙарына ерҙәрен һатып, йөрөргә юлһыҙ ҡалғандар ҙа бар бит. Ер менән алыш-биреш итеүҙе туҡтатмаһаҡ, беҙ ҙә шундай уҡ хәлгә тарыясаҡбыҙ. Әлбиттә, был бер башҡортҡа ғына түгел, Башҡортостанда йәшәп, уның төп халҡына әйләнгән башҡа милләт вәкилдәренә лә ҡағыла. Тимәк, республикабыҙ халыҡтары, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, ер һәм үҙҙәренең хоҡуҡтары өсөн берҙәм, бер төптән көрәшергә тейеш. Был көрәштә зыялыларыбыҙ иң алғы рәттә булырға тейеш тип иҫәпләйем.
Сабит ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Мораҡ − Һөйөш ауылдары.