RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.02.2012 Флешмоб нимә ул?

йәки Был – халыҡты аптыратыуға ҡоролған күренеш
Флешмоб нимә ул?
ҡала урамдарында йөҙәр кешенең бергә йыйылып, төрлө ҡыҙыҡлы хәрәкәттәр эшләгәненә юлыҡҡанығыҙ булманымы? Улар бер-береһе менән аралашмай ҙа, таныш та түгел һымаҡ, ә бөтәһе лә бер хәрәкәтте ҡабатлай. Аптырап, ҡы­ҙыҡһынып ҡарап торғанһы­ғыҙҙыр, күрһәгеҙ, эйеме? Флеш­моб тип атала был күренеш.
Өфөлә флешмоб менән оло йәштәгеләр бик таныш булмаһа ла, йәштәрҙе аптыратыуы бик еңел түгел. Ә бына бүтән ҡалаларға әлегә ул яңы үтеп инә башланы. Яңы йыл алдынан, ҡала халҡын аптыратып, Бәләбәйҙә тәүге флешмоб үтте. Күмертауҙа Ғашиҡтар көнөнә флешмоб ойошторолдо. Унда ғашиҡтар йыйылып, һауаға йөрәк формаһындағы ҡытай фонарҙары осоролдо. Тик был күренеш ҡала хакимиәте менән һөйләшеп, уларҙың ярҙамында үткәрелгәнлектән, флешмоб тип атала алмай. Ә нимә һуң ул флешмоб?
Флешмоб (флэшмоб) инглиз теленән flash (ҡабыныу, тоҡаныу, мәл) mob (халыҡ төркөмө) һүҙҙәренән алынған. Был сара алдан әҙерлә. Унда бер төркөм (мобберҙар) ҡапыл ғына кешеләр күп йөрөгән урында йыйыла ла, алдан һөйләшелгән хәрәкәттәрҙе эшләй башлай. Эшләп бөтә лә, бер ни булмағандай таралыша. Флеш­мобҡа йыйылыусылар, ғәҙәттә, интернет аша һөйләшеп, билдәле бер ваҡыт­ҡа бер урынға йыйыла.
Флешмоб осраҡлы тамашасыларҙы аптыратыу, уларҙа был хәлде аңламау тойғоһо уятыу һәм хатта ҡыҙыҡһынып китеп, ҡатнашып ҡарау теләге тыуҙы­рыу ниәтендә ойошторола.
Флешмобтың ҡағиҙәләре ҡыҙыҡлы, эйеме? Уның маҡсаты бары тик кеше аптыратыу, күңел асыу ғына. Шуға ла, төпкә төшөп, был күренештең ниндәй­ҙер сәйәси тамырҙарын эҙләргә кәрәкмәй. Уны йәштәрҙең шуҡлыҡтары тип атарға булалыр. Әгәр ҡыҙыҡһынып китеп, флешмоб ойошторорға йыйын­һағыҙ, үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы йә башҡа документығыҙҙы ла алырға онотмағыҙ. Тәртип һаҡсыларының был шуҡлығығыҙҙы аңламауы ла бар.
Бер нисә сценарий ҙа тәҡдим итәбеҙ.

Күктә ниҙәр бар икән?
Бер төркөм кеше йыйыла ла, кеҫәләренән, сумкаларынан биноклдәр, күҙлектәр, йомролатып уралған гәзиттәр тартып сығарып, улар аша күккә ҡарай башлай. Йә берәй бинаға, Башҡорт дәүләт университетына, мәҫәлән. Биш-ун минут шулай ҡарап торғандан һуң, үтеп барыусыларҙы аптыратып, һәр кем үҙ юлы менән китә.

Ваҡыт туҡтап ҡалдымы әллә?
Йыйылыусылар өс минутҡа туҡтап, хәрәкәтһеҙ ҡала. Был ваҡыт туҡтауына оҡшаған булырға тейеш. Өс минут үткәс, саҡ ҡына ял итеп алалар ҙа, артабан дауам итәләр.

Бейейбеҙ, бейейбеҙ!
Был – иң йыш осраған флешмоб. Интернетта алдан һалынған бейеүҙең хәрәкәттәрен өйрәнеп алған йәштәр бер урынға йыйыла ла, музыка ҡуйыу менән бейей башлайҙар. Һәм шулай уҡ бер нисә минуттан таныш түгел кешеләр һымаҡ таралышалар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”