RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыуған ер шифаһын ҡулланып

17.02.2012 Тыуған ер шифаһын ҡулланып

«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһында етештерелгән косметика донъя баҙарын яулай
Беҙ – тәбиғәт балалары. Уның менән гармонияла булғанда ғына кеше үҙен һау-сәләмәт тоя. Белгестәр дәлилләүенсә, тыуған ерҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек кеше һаулығына яҡшы йоғонто яһай. Уның иммунитеты ныҡ була, төрлө аллергик ауырыуҙарға бирешеп бармай. Шуға күрә белгестәр күберәк үҙ төбәгеңдә сығарылған ризыҡты, шул иҫәптән косметик сараларҙы ҡулланырға кәңәш итә. Тыуған ерҙә үҫкән йәшелсә-емеш, игендән тыш, уның ябай сәскә-үләне лә бик файҙалы.
«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы бына ошоно күҙ уңында тотоп эшләй ҙә инде. Уларҙың төп йүнәлештәренең береһе – экологик яҡтан таҙа һәм сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ булған косметика һәм гигиена әйберҙәрен етештереү. Рецептарҙы шунда эшләүсе ғалимдар биология фәненә нигеҙләнеп булдыра.
Үҙәктең генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, улар бал продукцияһы һәм республикала үҫкән үләндәр һуты нигеҙендә шампунь, төрлө кремдар, ванна, душ өсөн күбек һәм гелдәр, шыйыҡ һабын – бөтәһе 35 төр косметик сара етештерә. Киләсәктә был исемлек тағы ла 15-кә артасаҡ.
Бындай косметика, һис шикһеҙ, һаулыҡҡа һәм тышҡы ҡиәфәткә тик ыңғай йоғонто яһай. Мәҫәлән, балауыҙ ҡушыл­ған һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса ҡулдарҙағы бәләкәй генә яраларҙы ла дауалай. Ә баллы шыйыҡ һабын ҡул тиреһен бәрхәттәй итә.
Балдың фитогормональ һәм биологик әүҙем компоненты бар. Ул тирене йомшарта, ҡан әйләнешенә булышлыҡ итә. Үҙәктең фәнни хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт эҙләнә. Улар, натураль компоненттарҙан тыш, коллаген, коэнзим Q10, витаминдар, гиалурон кислотаһын ҡуллана. Ә улар, билдәле булыуынса, тирене йәш көйөнсә һаҡларға ярҙам итә.
Балауыҙҙа ғына егермегә яҡын тәбиғи антибиотик бар. Ул – микробтарға, елһенеүҙәргә ҡаршы көслө дауалау сараһы.
«Продукциябыҙҙың сифатын Мәскәү пластик хирургия институты һәм Өфөләге Медицина һәм хеҙмәт институты раҫланы, һәр береһенең сифат һәм хәүеф­һеҙлек сертификаты бар, – ти Әмир Миңләхмәт улы. – Үҙәктең продукцияһы тәү сиратта Башҡортостан халҡы өсөн тәғәйенләнгән. Үҙе осһоҙ, үҙе файҙалы тауар һәр кемгә оҡшар».
«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы продукцияһы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң танылыу яуланы. Кувейт, Сәғүд Ғәрәбстаны менән килешеү төҙөп, уларҙы Башҡортостан балы менән тәьмин итәләр.
Күптән түгел үҙәк Берлинда уҙған «Йәшел аҙна – 2012» күргәҙмәһендә ҡатнашҡайны. Унда улар 150 төр продукция килтергән. Ағас, быяла, пластик сувенир һауыттарҙа бал, ҡоро инә ҡорт һөтө, балауыҙ, сәскә һеркәһе булған кеҫәлдән тыш, косметика сараларын да тәҡдим иткән. Европа һылыуҙарының күңеленә Башҡортостанда етештерелгән крем-шампундар хуш килгән.
Ошонда "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһы немец фирмаһы менән Германияның сауҙа нөктәләрен (бөтәһе өс меңгә яҡын магазин) үҙ продукцияһы менән тәьмин итеү хаҡында килешеү төҙөгән.
Күмәртәләп бал һатыу менән шөғөлләнгән Норвегия компанияһы вәкиле Мартен Бостеруд әфәнде үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә теләк белдергән. Уларға Башҡортостанда етештерелгән косметиканың аллергия тыу­ҙырмауы оҡшаған. Был килешеү тиҙ арала үҙ көсөнә инергә тейеш.
Балы, ҡурайы менән дан тотҡан Башҡортостаныбыҙ косметикаһы менән дә донъяла танылыу табыр әле.
Г. ЯХИНА.

«Йәшлек» тә баллы булмаҡсы

Әмир Ишемғолов – халҡыбыҙҙың тырыш, дәртле ир-уҙаманы. Ул төрлө хәл-ваҡиғаларға, проблемаларға бер ҡасан да битараф түгел. Беҙҙең редакция тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, конкурс-бәйгеләребеҙҙә йыш ҡына бағыусы була. Редакцияның дөйөм йыйылышында Әмир Миңләхмәт улын бер тауыштан мөхәрририәт ағзаһы итеп һайланыҡ. Һүҙе эшенән айырылмаған уңған етәксе гәзитебеҙҙе уҡымлы итеүгә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанабыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”