RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бар донъяға ғашиҡ матур йәндәр

14.02.2012 Бар донъяға ғашиҡ матур йәндәр

«Ошо бәхетебеҙҙән Хоҙай айырмаһын!»
Бар донъяға ғашиҡ матур йәндәр
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Әлифә менән Урал Ғарифуллиндар хаҡында, бар донъяға ғашиҡ йәндәр, тиҙәр. Улар икеһе лә шул тиклем донъяны, кешеләрҙе ярата, күңелдәрендә кенә, үс кеүек бысраҡлыҡтарҙы йөрөтмәй. Йөҙҙәренән тормоштан ҡәнәғәтлек сатҡылары, бәхетле йылмайыу китмәй. Бының сере ябай: икеһе лә тәүге һөйөүҙәренә тоғро ҡалған. Ошо көндәрҙә Ғарифуллиндар бергә йәшәүҙәренең 35 йыллығын билдәләне.

Әлифә Мәхмүт ҡыҙы иман, аҡыл, тәүфиҡ бар нәмәнән дә юғары ҡуйылған күркәм ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсәһе мәрхүмә Рәйсә инәй­ҙе ауылдаштары оло хөрмәт менән иҫкә ала. Ул йор һүҙле, тәрән аҡыллы, йыр-моң һөйгән абруйлы ил инәһе ине.
Урал Ғәле улы Үрге Яйыҡбай ауылында тыуған. Уның атаһы бик иртә мәрхүм булған. Ғаиләлә өлкән ул булараҡ уның иңенә оло яуаплылыҡ ята. Кесе туғандарын атайҙарса ҡурсый ул, был ғәҙәте уны әле лә оҙата килә. Урал Ғәле улы башлан­ғыс синыфты тамамлағас, күрше Ниғәмәт урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Бына ошонда ул оҙон сәсле, шаян ҡыҙҙы осрата ла инде. Танауҙарына еҫ инә башлағас, был ике үҫмер араһында тәүге мөхәббәт тойғолары бөрөләнә. Мәк­тәптән һуң Әлифә Мәхмүт ҡыҙы Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә, ә егет тыуған ил һағына баҫа. Йәштәр араһын йылы хаттар бәйләй. ҡыҙ, училищены тамамлағас, Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә. Ике йыл ваҡыт уларҙың тойғоларына ҙур һынау була – улар хистәрен саф килеш һаҡлай ала. Егет әрме сафынан ҡайтҡас та, ҡыҙ йортона яусы ебәрә. 1977 йылдың ғинуарында ике йәш йөрәк ҡауыша. Әлифә Мәхмүт ҡыҙы уҡыу йортон тамамлап, ауыл мәктәбендә башланғыс синыфтарҙы уҡытырға керешә. Ә ғаилә башлығы колхозда эш башлай. Улар ҙур йорт һалып сыға.
Мөхәббәттәре көслө булған ғаиләлә тик ҡыҙ бала тыуа, тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Йәш ғаиләгә бәхет артынан бәхет өҫтәп, бер-бер артлы Әлиә, Рушания, Гөлиә, Гөллирә, Әлфинә донъяға килә. Ғарифуллиндар балаларының бөтәһенә лә юғары белем бирә. Әле төпсөк ҡыҙҙары – Сибай институты студенты. Әлиә һәм Гөлиә күптән үҙ ояһын ҡорған. Уларҙың балалары Уралия, Иҙел, Инйәр – өләсәһе менән ҡартатаһының оло ҡыуанысы. Рушания Баймаҡ ҡалаһында бухгалтер булып эшләһә, Гөллирә райондың Сәйғәфәр ауылында инглиз теленән уҡыта.
«Атай-әсәйебеҙ беҙҙе ололарҙы хөрмәтләргә, мохтаждарға мөмкин тиклем ярҙам итегеҙ, тип өйрәтеп үҫтерҙе», – ти ҡыҙҙары Гөлиә. «Ҙур теләгебеҙ – балаларыбыҙ имен-һау булһын. Бөгөн шуларҙың ғәме, шатлыҡ-ҡайғыһы менән йәшәйбеҙ. Ял-байрамға, «атай, әсәй, һағындыҡ», тип ҡайтыуҙары үҙе бер ҡыуаныс. Тыуған йорт атай, әсәй булғанда ғына ҡәҙерле ул», – ти Урал Ғәле улы.
Әлифә Мәхмүт ҡыҙы утыҙ биш йыл йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреп, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡты. Ул хеҙмәттәштәре һәм ата-әсәләрҙең хөрмәтенә лайыҡ булды. Оло йөрәкле педагогты уҡыусылары икенсе әсә кеүек ҡабул итте.
Урал Ғәле улы бригадир булып эшләй, колхоз рәйесенең уң ҡулы. Ул маҡтаулы «Алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен йөрөтә. Былтырғы эш һөҙөмтәһе буйынса райондың «Йыл бригадиры» булған. «Атай көнө-төнө тиерлек колхоз эшендә булды. Бәләкәй саҡта уның ҡайтып инеүе беҙҙең өсөн ҙур байрам була торғайны. Эсмәгән, тартмаған, бала йәнле атайлы булыу иң ҙур бәхеттер ул», – тине Рушания.
Бөгөн ғаиләләр күпләп тарҡала. Бының сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ, тигән һорауға хужабикә: «Үҙеңде яратҡан, хөрмәт иткән кешегә кейәүгә сығырға кәрәк. Түҙмәҫ­леккә түҙмәгеҙ, эскән, ҡул күтәргән ир йәки әхлаҡһыҙ ҡатын-ҡыҙ менән йәшәү батырлыҡ түгел. Кешенең холҡо бер ҡасан да үҙгәрмәй. Йәштәр ғаилә ҡорор алдынан бар яҡтан да ныҡлап уйлаһын ине, – тине. – Әсәйем мәрхүмә: «Ирҙе ир иткән – ҡатын, ә ҡатынды ҡатын иткән – ҡоро утын», – тип әйтә торғайны. Хаҡ һүҙҙәр, бер-беребеҙгә терәкбеҙ, иптәшем мал табып торһа, ә мин кассир ролендәмен», – көлөп ебәрҙе ул.
Ғарифуллиндар – ҡунаҡсыл, ихлас, алсаҡ кешеләр. ҡайһы ваҡытта килеп инһәң дә, өҫтәлдәрендә самауыр ҡайнап ултыра, киң күңелле хужалар тәмле һыйҙарынан ауыҙ иттермәйенсә сығармай. «Барына – бәрәкәт, юғына йүнен бирһен, тип йәшәйбеҙ. Сабыр була белеү мөһим. Яманлыҡты тик яҡшылыҡ менән генә еңеп була. Шуға таш атып торһалар ҙа, аш менән яуап бирергә кәрәк», – ти улар.
Улар өсөн ҡәрҙәшлек оло әһәмиәткә эйә. Ауылдаштары, туғандары өсөн йән атып торалар, һәр береһенә ярҙам итергә әҙерҙәр.
Ниндәй ғаилә байрамдарығыҙ бар, тип һорауға Урал Ғәле улы: «Һигеҙенсе март!» – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Ул был көндө яратҡан ҡыҙҙары өсөн байрам табыны әҙерләп, үҙе сәй яһап эсерә икән. Ә Ғашиҡтар көнө Ғарифуллиндар өсөн айырыуса матур байрам. Етмәһә, ошо көндөң иртәгәһенә – хужабикәнең тыуған көнө. «Нисә йыл йәшәйбеҙ, әммә бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡалдырғаны юҡ, – тип бәхетле йылмайҙы Әлифә Мәхмүт ҡыҙы. – Ғашиҡтар көнө хаҡында элегерәк белмәй инек. Хәҙер беҙ ҙә, замана ыңғайына, уны билдәләп үтәбеҙ».
Мөхәббәткә сорналған был пар менән аралашҡас, күңелдә тик йылы тойғолар ҡалды. Ошондай матур ғаиләләр күберәк булһа, ил-йортобоҙ күпкә йәмлерәк булыр ине.

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”