10.02.2012 Шәжәрәңде өйрән, замандаш!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты шәжәрә конкурсы үткәрергә ниәтләй.
ҡоролтайҙың башҡорт халҡының тарихы, теле һәм рухи мәҙәниәте мәсьәләләре буйынса комиссияһы федераль бюджеттан республиканың социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмаларына субсидиялар бүлеү конкурсында ҡатнашыу маҡсатында «Шәжәрә» тикшеренеү проекты конкурсын тәҡдим итә.
Шәжәрәне, йәғни ата-бабаларыңды белеү, борондан башҡорттарҙа төп бурыс һаналған. Башҡорт 12 быуынғаса шәжәрәһен мотлаҡ белергә тейеш булған, ә күп кенә мосолман дәүләтендә ғаилә ҡорғанда ете быуынды тикшереү йолаһы бар.
Ойоштороусылар конкурсҡа Башҡортостанда йәшәүселәрҙе генә түгел, ә Силәбе, Ырымбур өлкәләрендәге, Пермь крайы, Татарстандағы милләттәштәребеҙҙе лә йәлеп итергә уйлай. Төп иғтибар ырыу-ҡәбиләне, ырыу атрибутикаһын өйрәнеүгә, шәжәрәне дөрөҫ төҙөүгә йүнәлтелә.