RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

07.02.2012 Енәйәт һәм яза

“Шалҡан”– 2

“Эй, тарталар, эй, тарталар, әммә тартып сығара алмайҙар...” Бала саҡтан таныш “Шалҡан” урыҫ халыҡ әкиәте күренештәре бөгөн дә тормошта осрап ҡуя. Тик уның персонаждары әбей ҙә, бабай ҙа, уларҙың ейәнсәре лә, хатта бесәй менән эт тә, сысҡан да түгел. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан 18 – 20 йәшлек биш егет улар ролендә булған.
Ниндәй эштәр ҡыйратырға белмәй апты­ран­ған типһә – тимер өҙөрлөк егеттәрҙең күҙенә төҙөлөп ятҡан йорт салына. Уның хужаһы күрше ауылдан, ул ҡапыл сирләп, дауаханаға эләккән. Шуға төҙөлөш ваҡытлыса туҡтатылған. Йорт хан һарайынан кәм булмаҫҡа оҡшай. Хәҙер инде һуңғы эштәре генә ҡалған.
Баяғы егеттәр көпә-көндөҙ ошо йортҡа төшөргә була. Ниәттәре – иҙән аҫтына һалын­ған тимер урҙаны алыу һәм уны металл ҡабул итеү пунктына тапшырыу. Улар йоҙаҡты ватып, йортҡа инә лә ағас иҙәнде емерергә керешә. Шунан ете метр оҙонлоҡтағы рельс­ты сығаралар. Сығарыу тиеүе генә еңел, уларҙың өс йөҙ килограмм ауырлығындағы тимергә көстәре етмәй. Эй, тарталар, эй, тарталар, әммә ул урынынан да ҡуҙғалмай. Егеттәрҙең берәүһе танышына барып, тиҙ генә ат алып килә. Шунан рельсты арҡан менән бәйләп, уны санаға эләктерәләр ҙә атты ҡыуа башлайҙар. Тимер урынынан ҡуҙғала. Әммә ҡапыл арҡалыҡ өҙөлә. Шул саҡ егеттәр­ҙең тиҙ байығыу планы ла юҡҡа сыға. Улар, ярар, булманы инде, тип ҡул һелтәп, өйҙәренә таралыша. Хатта йорттоң ишеген дә ябып тормайҙар – ул шар асыҡ тороп ҡала.
Өй туйлар мәлен ашҡынып көткән йорт хужаһы пыран-заран килгән донъяһын күреп, иларҙай була. Һәм шундуҡ был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерә. Тикшереү эше башланғас, ауыл халҡының был ваҡиғаны бөтөнләй күрмәүе асыҡлана. ҡар өҫтөндә ат эҙе булғас, тәртип һаҡсылары йылҡы тотоу­сыларҙы тикшереп сыға. Әммә енәйәтселәргә илткән бер ниндәй ҙә юл табылмай. Бәхеткә күрә, бер ҡатын ары-бире йүгергеләгән биш егетте күреүен хәтеренә төшөрә. Был мәғлүмәт буйынса, полиция әлеге банданың эҙенә тиҙ төшә. Улар ғәйебен йәшереп тормай. Егеттәрҙең биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
“Шалҡан” әкиәтендә, дуҫлыҡта, берҙәмлектә – көс, тиелә. Ә был хәл-ваҡиға һәр ҡырын эш өсөн яза булыуын асыҡ дәлилләй.

Алдаҡсыларҙың ҡорбанына әйләнмәгеҙ!

Мутлыҡ ҡылыусылар тиҙ һәм еңел байыу өсөн ниндәй генә план-уйҙырмалар ҡормай?! Уларҙың ҡапҡанына яңғыҙ йәшәүсе ололар бик йыш эләгә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Октябрь районында йәшәүсе 93 йәшлек бабай уларҙың сираттағы ҡорбанына әүерелә. Бер көндө уның ишеген шаҡыйҙар.
– Һаумыһығыҙ! Мин – социаль хеҙмәткәр. Ниндәй эштәрегеҙ бар? Ярҙам итәйем, – ти, йәнде иретерҙәй йылмайып, урта йәштәрҙәге ханым. – Әйткәндәй, олатай, ишеттегеҙме бер яңылыҡ – бөтә илдә аҡса алмашыныу бара. Тиҙ арала яңыларын алып өлгөрөргә кәрәк. Юғиһә былары хаҡы бер тин тормаған ябай ҡағыҙға әйләнәсәк.
Бер нисә тапҡыр деноминация сәйәсәтен кисергән олатай, әлбиттә, был һүҙҙе ишетеү менән өйөндәге бар аҡсаһын килтереп сығара.
– Эй, балаҡайым, бигерәк изге күңелле икәнһең. Анау йылдарҙа бер сумаҙан аҡсам “янды”. Бер нәмәгә эшкинмәгән сүп булып ҡалды. Әлдә ингәнһең, ҡыҙым, рәхмәт яуғыры! – тип 22 мең һум аҡсаһын ҡатынға тоттора. Уның урынына ҡатын бабайға аҡса һүрәте төшөрөлгән сувенир открыткалар тоттора. Өйҙән сығып йөрөмәгән, күҙе яҡшылап күрмәгән бабай бер ни ҙә һиҙенмәй. Ә алданғанын аңлағанда бик һуң була. Хәҙер ҡатынды полиция эҙләй.
Ошо көндәрҙә тағы ла бер пенсионер алдаҡсыларҙың тоҙағына эләккән. Оло йәштәге инәй бер ҡатынға 150 мең һум аҡсаһын биреп сығарған.
Әлеге мәлдә илдә бер ниндәй ҙә аҡса алмаштырыу сәйәсәте бармай, яҡын арала көтөлмәй ҙә. Әгәр ҙә ундай хәл була ҡалһа, был хаҡта ышаныслы киң мәғлүмәт сараларынан ҡат-ҡат хәбәр итәсәктәр.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ошондай тәҡдим менән һеҙгә мөрәжәғәт итһәләр, шундуҡ ”02” һанын йыйығыҙ. Ә оло йәштәге туғандарығыҙға билдәһеҙ әҙәмдәр менән һөйләшергә ярамағанлығын ҡат-ҡат киҫәтегеҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”