RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай белегеҙ!

03.02.2012 Үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай белегеҙ!

– Белорет ҡалаһынан ҡыҙым Элина Әһлиуллина исеменән шылтыратам. «Аҙна» гәзите «ҡыш бабайға хат» конкурсы ойоштор­ғайны. Хат ебәрҙек, бүләктәрҙе балалар һаман өмөтләнеп көтә, конкурсты ойоштороусыларҙан бер ниндәй ҙә яуап юҡ.

Һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса «Аҙна» гәзите редакцияһына шылтыраттыҡ. Улар Яңы йылға ҡарата бер ниндәй ҙә конкурс ойоштормаған, тик ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды (Өфө ҡалаһы) ойошторған «ҡыш бабайға хат» конкурсының адресын ғына биргән булған. Бәйгене ойоштороусылар күптән конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Тимәк, бүләк алыу өсөн һеҙгә тағы ла икенсе йылға ҡыш бабайға хат яҙып ҡарарға ғына ҡала.

Лилиә ВАхитова, ҡырмыҫ­ҡалы районы:
– Тәрбиәгә яңы тыуған сабый алырға теләйем. Миңә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?

Һеҙҙең һорауығыҙ буйынса ҡырмыҫҡалы районының мәғариф бүлегенә шылтыраттыҡ. Тәрбиәгә бала алыу өсөн һеҙгә ундағы опека һәм попечителлек бүлегенә паспортығыҙ менән мөрәжәғәт итергә тәҡдим иттеләр. Унда бала алыу­сыларҙы иҫәпкә ҡуялар. Сабый­ҙарынан баш тартыусылар булһа, һеҙҙе саҡырып, документтар йыйырға ҡушасаҡтар.

Баймаҡ ҡалаһынан Атановтар ғаиләһе шылтыратып, ҡышҡы селләгә ҡарата фекерҙәрен еткерҙе.
– Тышта сатнама һыуыҡтар хөкөм һөрә. Урыҫтар был осорҙо керәшен һыуыҡтары тип йөрөтә, Афанасьев һыуыҡтары тип әйткәндәрен дә ишеткән бар. Беҙҙә, башҡорттарҙа, ҡыштың иң һыуыҡ осорон ҡышҡы селлә тиҙәр. Ул 40 көн, февраль урталарына тиклем дауам итә. Йәйге селлә июль башынан 22 авгусҡа тиклем була. Селләгә ҡарата булған тыйыу­ҙарҙы ла «Йәшлек» гәзитен уҡыу­сылар менән уртаҡлашайым әле. Селлә осоронда оло юлға сығыр­ға, ҙур эш башҡарырға, туй үткәрергә ярамай. Селлә үткәнсе етерлек утының, бесәнең, ризығың булһын, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Тыйыуҙарға ҡолаҡ һалыр­ға кәрәк. Улар бик дөрөҫ әйтелгән. Үҙем дә күҙәткәнем бар, ысынлап та, селләлә өйләнешкәндәрҙең никахтары уңыш­һыҙ була. Урыҫ халҡы үҙҙәренең йолалары тураһында күп яҙа, беҙҙең башҡорт халҡының йолаларын да баҫмағыҙҙа яҙһағыҙ ине. Һынамыштар, йола тотҡан хур булмаҫ, тигәндәр бит.

Зөлфәр Килсенбаев, Күгәр­сен районы, Әлмәс ауылы:
– Милек өсөн һалымды күп түләйбеҙ. 1700 һум аҡса күп балалы ғаиләләр өсөн бик ҙур сумма. Берәй льготалар юҡмы икән? Миңә, ерем булмаһа ла, йыл һайын һалым инспекцияһынан ер өсөн дә һалым килә. Мораҡтағы һалым инспекцияһы белгестәренә лә ауыл хакимиәтенән әллә нисә тапҡыр ерем булмауы тураһында справка алып барып бирҙем, юҡ, һаман һалым килеүен дауам итә...

Һеҙҙең һорауығыҙҙы Күмертау район-ара һалым инспекцияһы белгестәренә лә еткерҙек. Күп балалы ғаиләләргә ташламалар ҡаралмаған. Һалым түләттереү Дәүләт теркәү палатаһы, ауыл хакимиәте биргән мәғлүмәттәр буйынса башҡарыла. Шәхси милкегеҙҙә ерегеҙ, ысынлап та, юҡ икән, ауыл хакимиәте биргән справка менән Күмертау район-ара һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Уларҙың әйтеүенсә, физик шәхестәрҙең милкенә һалымдан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, пенсионерҙар, инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары азат ителә.

Ғәлиә Кейекбирҙина, Баймаҡ районы, Йылым ауылы:
– Район үҙәгенән 100 саҡрым алыҫлыҡта йәшәйбеҙ. Мәктәбе­беҙ емерелергә тора, клубыбыҙ юҡ. Хәҙер берҙән-бер почтальоныбыҙҙы ла ҡыҫҡартырға теләйҙәр. Әллә ҡайҙан килгән кеше урамға ғына ташлап китәсәк бит ул гәзиттәрҙе. Беҙ, ололар, йөрөй алмайбыҙ. Почтальонды ҡыҫҡартыуҙары менән шул тиклем риза түгелбеҙ. Һайлауҙарҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Ниңә шулай беҙҙең кеүек төпкөл ауылдарға иғтибар юҡ, етәкселәр халыҡтың бәләкәй генә лә үтенесенә ҡолаҡ һалмай икән?

Ғәлиә апай, борсолоуҙарығыҙ урынлы. Моғайын, был һорауға Баймаҡ районы хакимиәте яуап бирер тип уйлайбыҙ.

Ишдәүләт Сафиуллин, Бай­маҡ районы, Үрге Яйыҡбай ауылы:
– Гәзитегеҙҙә элекке популяр башҡорт йырҙарының һүҙҙәрен йышыраҡ бирһәгеҙ ине. Күптәр уларҙы ҡырҡып йыйып барыр ине.

Фекерегеҙ урынлы. Уға ҡолаҡ һалырбыҙ.

Люциә Абзалова, Дүртөйлө ҡалаһы:
– Гәзитегеҙҙе яратып уҡыйым, йыл һайын яҙылам. «Йәшлек» аша һорауыма яуап алғым килгәйне. Һеҙҙең гәзиттә Өфө дәүләт авиация техник университетының студенттарын эшкә урынлаштырыу буйынса «Стартҡа хоҡуҡ» тигән проект эшләй башлауы тураһында мәғлүмәт уҡығайным . Минең улым былтыр ӨДАТУ-ны тамамланы. Уға ҡағыламы икән был?

Үкенескә күрә, юҡ. Өфө дәүләт авиация техник университетының «Стартҡа хоҡуҡ» программаһы аша вузды быйыл тамамлаясаҡ 500 белгесте эшкә урынлаштырыу күҙ уңында тотола. Вуз улар­ҙы ла конкурс нигеҙендә һайлап аласаҡ.

Зифа Ишмырҙина, Баймаҡ районы, Иҫке Сибай ауылы:
– Илдар Ғәбитовтың кроссвордтары күренмәй башланы. Бигерәк оҡшай, рәхәтләнеп сисә инек.

Борсолмағыҙ, батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, вуз уҡытыусыһы булған Илдар Ғәбитов, әлегә ваҡыты тығыҙ булыу сәбәпле, бер аҙ ял итеп алмаҡсы. Гәзитебеҙҙә башҡа авторҙарҙың да кроссвордтары сығасаҡ.
Мансур Кәримов, Баймаҡ райо­ны, Билал ауылы:
– «Йәшлек» йөкмәткеле сыға. Беҙ айырыуса «Һаулыҡ» битен, «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһын яратып уҡыйбыҙ. Һорауыма ла яуап бирмәҫ­һегеҙме икән? Беҙ – аталары һуғышта ятып ҡалып, етемлектә үҫкән балалар. Ниңә беҙгә бер ниндәй ҙә льготалар юҡ?

Һеҙҙең һорауҙы РФ Дәүләт Думаһының Ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Иршат Фәхретдиновҡа бирҙек. Уның белдереүенсә, һуғыш балаларына ҡағылышлы закон проекты әле тикшерелеү өҫтөндә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм улар­ҙың тол ҡалған ҡатындарына торлаҡҡа сертификаттар мәсьәләһе хәл ителеп бөтһә, эш урынынан ҡуҙғалыр, моғайын.

Әлфирә Яубаҫарова, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы:
– Мин 1979 – 1987 йылдарҙа Бөрйән районы типографияһында линотип машинаһында йыйыусы булып эшләнем. Эш ауыр, зарарлы булғас, эш хаҡын да һәйбәт кенә алдыҡ. 1990 йылда Бөрйәнде һыу баҫты. Шунда беҙҙең типография бухгалтерияһының документтары ла зыян күрҙе. Льготалы пенсияға сығыр­ға ваҡыт еткәс, документтар булмай сыҡты. Мин суд аша үҙемдең типографияла эшләүемде иҫбатлап, льготалы пенсияға киттем. Әммә бухгалтер иҫәбе документтары булмау сәбәпле, иң минималь пенсия ғына билдәләнеләр. Шул дөрөҫмө икән? Миңә ул ваҡытта күпме эш хаҡы алып эшләүемде дәлилләр өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Зарарлы ҡурғаш менән эшләп, шул тиклем һаулыҡты бөтөрөп тә, хәҙер бәләкәй генә пенсия тәғәйенләүҙәренә йән әрней...

Әлфирә апай, беҙ һеҙгә документтарығыҙ менән РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирер инек. Унда белгестәр һеҙгә тулыраҡ мәғлүмәт бирер. Штатта ҡаралғанса, машинала йыйыусыларға күпме эш хаҡы тәғәйенләнеүен белеү өсөн БР Үҙәк дәүләт архивына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ.

Минзәлә, Хәйбулла районы:
– Гәзитегеҙҙә үткән “дежур телефон”да шылтыратыуҙарға яуап биргәндә, Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы урамдарында яҡтылыҡ бар, тип яҙып сыҡтығыҙ. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Лампочкалар бит урамдарҙа бөтөнләй янмай.

Хәйбулла районының Атингән ауыл хакимиәте башлығы Булат Торомтаев белдереүенсә, ике ҙур урамда ла яҡтылыҡ буласаҡ. Бының өсөн аҡса бүленгән. Көн һыуыҡ булыу сәбәпле, подрядсылар эште башламай тора.

Уҙаман, Салауат районы:
– Төпкөл генә ауылда йәшәһәм дә, гәзитегеҙҙе даими уҡып барам. «Йәшлек» гәзите журналистары тураһында тулыраҡ белгем килә. Шиғырҙарҙы күберәк бирегеҙ. Миңә, мәҫәлән, Айһылыу Ғарифуллинаның, Әхмәр Үтә­байҙың шиғриәте оҡшай. Гәзит алдырмаған, үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе белмәгән кешегә аптырайым, күпме нәмәнән мәхрүм бит улар.

Уҙаман, беҙҙең баҫмаға битараф булмағанығыҙ, ихлас теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт.

Мәрхәбә Моратова, Салауат районы, Арҡауыл ауылы:
– Үкһеҙ етем ҡалған һеңлемә торлаҡ юлларға ине. Ул әлеге көндә Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты. ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?

Закон буйынса, үкһеҙ етемдәр­ҙең ата-әсәһе вафат булғандан һуң уларға беркетелгән фатирҙары ҡалмаһа, улар сиратһыҙ торлаҡ алырға хоҡуҡлы. Сиратҡа торор өсөн һеҙгә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ниндәй документтар йыйыр­ға кәрәклеген аңлатып бирерҙәр.

«Дежур телефон»ға
шылтыратыуҙарҙы Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА тыңланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”