RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йүнселдәргә офоҡтар киң

03.02.2012 Йүнселдәргә офоҡтар киң

Илдар Бикташев, шәхси планетарий асып, балаларҙы йыһан донъяһы менән таныштыра
Йүнселдәргә   офоҡтар киң
Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тамаша күрһәтергә вәғәҙә иткән бер ағайҙы сабырһыҙланып көтә. Һәм бына, ҙур-ҙур сумаҙандар йөкмәп, ике егет һәм бер ҡыҙ килеп инде. Улар балалар йортоноң икенсе ҡатындағы залға әйберҙәрен бушатты ла, һауа тултырғыс менән ҙур ҡара брезентҡа тын өрҙөрә башланы. Тиҙ арала бәләкәс кенә тирмә барлыҡҡа килде. ҡыҙҙар һәм малайҙар, тәрбиәселәрҙең тыйыуына ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар янында өйрөлә.
− Иң тәүҙә бәләкәстәр өсөн тамаша күрһәтеләсәк. Кескәй­ҙәргә үтергә мөмкин, − тине мыҡты кәүҙәле бер егет. Балалар шау-гөр килеп тирмә эсенә инде лә иҙәнгә һуҙылышып ятты. Бер нисә секундтан сихри көй ишетелде, ә тирмә көмбәҙендә мең-мең йондоҙсоҡ балҡыны, көмөш ай хасил булды. ҡолаҡты наҙлаған тауыш «Айҙың ҡояшҡа ҡунаҡҡа барғаны» әкиәтен һөйләй башланы.
Был – «Орион» мобиль планетарийы икән. Баяғы мыҡты кәүҙәле егет тигәнем планетарийҙың етәксеһе Илдар Бикташев булып сыҡты. Ул − һөнәре буйынса геофизик. Әммә күңеленә ятҡан эш тапмағас, бер йыл элек, ошо махсус ҡорамалдарҙы һатып алып, үҙ бизнесын асып ебәргән. Хәҙер балаларға йыһан донъяһы серҙәрен аса.
− Бөгөн мәктәп программаһында астрономия фәне юҡ. Ә балалар космос хаҡында мәғлүмәт алырға тейеш бит. Юғиһә бер нисә йылдан улар­ҙың хатта Юрий Гагариндың кем икәнлеген дә белмәүе ихтимал. Планетарийҙа булған ҡыҙҙар һәм малайҙар ошо өлкә хаҡында аҙмы-күпме фекер туплай, тирә-яҡ донъя хаҡында мәғлүмәт ала.
Мобиль планетарий бар яҡтан да уңайлы икән. Тәр­биә­селәргә һәм уҡы­тыусыларға, балаларға тамаша күрһәтәм тип, улар­ҙы әллә ҡайҙа йөрөтөргә кәрәкмәй. Бары шылтыратып, килешергә лә – планетарий кәрәкле урынға үҙе киләсәк. Билет хаҡы әллә ни ҙур түгел. Ә алған тәьҫораттар ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың йөрәгендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Илдар республиканың байтаҡ ауыл-ҡалаһында, шулай уҡ күрше өлкәләрҙә булған. ҡорамалдар махсус тикшереү үткән, улар һаулыҡҡа зыян килтермәй, санитар, янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә.
− Балалар һәр саҡ ҙур теләк менән килә. Бигерәк тә бәләкәй ауылдарҙа халыҡ шул тиклем ихлас ҡабул итә. ҡайһы саҡ ҡат-ҡат үҙҙәренә саҡыралар, − ти Илдар.
Йүнселдәргә   офоҡтар киң
Планетарийҙа әлегә дүрт программа бар. Тәүгеһе кескәйҙәргә тәғәйенләнһә, икенсеһе йыһандағы асыштар хаҡында. Урта синыф уҡыусыларына «ҡояш системаһындағы планеталар», өлкәндәргә «ҡош юлы» лекциялары күрһәтелә. Бер программаның хаҡы яҡынса утыҙ мең һум самаһы тора. Илдар яңыларын даими алып тора. Ул эш башлағанда республикала бөтөнләй дәғүәселәре булмай. Уныҡы кеүек мобиль планетарийҙар яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килә башлаған.
− Табыш артынан ҡыуып, намыҫ хаҡында онотоусы эшҡыуарҙар күп... Нисек уйлайһың, «бысраҡ» аҡса буламы? – тип һорағас, ул:
− Ундай байлыҡ бер ҡасан да ырыҫ килтермәй. Дәүләткә һалым түләйем, ярҙамсыларымды аҡса­һыҙ ҡалдырмайым, хәйриә акцияларында ҡатнашам. Балалар йорттарында, социаль приют тәрбиәләнеүселәренә бушлай тамаша күрһәтәм. Кескәйҙәргә шатлыҡ өләшеү, уларҙың ҡыуанысын күреү мине бик бәхетле итә, – тине Илдар, йылмайып. – Ошо эшкә бар күңелемде һалдым, шуға уны ниндәйҙер кире мәлдәр менән таплағы килмәй.
Киләсәк тураһында һүҙ сыҡҡас, Илдар: «Яҡын арала Өфөлә заманса планетарий асыласаҡ. Мин ошо ойошма менән етәкселек итер инем. Сөнки был юҫыҡта ярайһы уҡ тәжрибәм бар, клиенттар базаһы ла тупланған», − тине.
Үҙ эшен асырға теләүселәр ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тиеүгә ул һис икеләнмәй: «Тәүәккәллек, алға ынтылыш һәм һиҙгерлек. Йәғни хәл-торошто алдан күҙаллай белергә кәрәк», – тип яуапланы.
Әңгәмәләшеп бөтөүгә йондоҙҙар иленә «сәйәхәт ҡылған» балалар тирмәнән килеп сыҡты.
– Оҡшанымы? – тиеүгә барыһы ла бер тауыштан:
– Эйе! Ағай, рәхмәт һеҙгә! Тағы ла ҡарағы килә, − тиеште.
– Ә хәҙер урта синыф уҡыусылары инһен, − тип, Илдар башҡаларҙы әйҙәй башланы.
Эш юҡ, аҡса юҡ, тип зарланып, ҡул ҡаушырып тик ултырғансы, Илдар Бикташев кеүек үҙ бизнесыңды асыу, шул уҡ ваҡытта башҡаларға эш урыны булдырыу, үәт, исмаһам, егетлек.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”