31.01.2012 Хистәр ҡыйралғанда
Кисә генә үлә яҙып мөхәббәт утында янған Марат Әлфиә менән һөйләшергә лә теләмәй
Әгәр кемдер, судьяның эше тик хөкөм сығарыу, иректән мәхрүм итеү йәиһә аҡлау, тип уйлай икән, был кеше бик ныҡ яңылыша. Судья йыш ҡына низағлашыусыларҙы татыулаштырырға, уртаҡ тел табырға ынтыла. Ысынлап та, юҡ-бар өсөн талашып киткән бер туғандар, ҡасандыр бик яҡын булып та, ыҙғышҡан ут күршеләр, тынысланғандан һуң, ни рәүешле хөкөм бинаһына килеп етеүҙәрен үҙҙәре лә аңламай. ҡыҙыу ҡанлылыҡ менән бөтә донъяға рисуай булырға ирек бирмәгән судьяға һуңынан мең-мең рәхмәт уҡырға әҙер улар.
Әлфиәне суд залына һүрелмәҫлек ҡайғы, аптырау, ҡурҡыу, ғәҙеллек эҙләү килтерҙе. Икенсе яҡтан, берҙән-бер яҡын кешеһе – әсәһе менән мөнәсәбәте насарайыуы, аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында килеп тыуған ҡот осҡос ваҡиға ҡотолоу юлын эҙләргә мәжбүр итте.
Барыһы ла йәш, матур студентканың үҙенән егерме йәшкә өлкәнерәк Марат менән танышыуынан башланды. Быға тиклем артынан егеттәр күп йүгерһә лә, Әлфиә береһен дә ниңәлер етди ҡабул итмәне. Хәйер, уҡыу менән мәшғүл ҡыҙҙың артыҡ буш ваҡыты ла булманы. Йәмле йәй айҙарының береһендә, тыуған яғында ял иткәндә үҙенә мөрәжәғәт иткән Маратҡа ла тәүҙә иғтибар итмәй. Әммә ҡайҙа ғына сыҡһаң да юлыңа осрап торған кешене нисек күрмәйһең? Йәне теләгән урынға Марат Әлфиәне машинаһында елдертеп кенә алып бара, алып ҡайта. Һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған, мөхәббәт тулы ҡарашын алмаған егетте юҡһыныуын ҡыҙ кире уҡыуына юлланғас ҡына аңлай. Әмәлен табып, улар хәбәрләшә башлай. Мараттың ғаиләһе барлығын белеп тә, уның менән осрашыуы тәүҙә Әлфиәгә бик ауыр була, әммә: “Мин ҡатынымды яратмайым, бер ҡасан да яратманым. Һине осратҡанға тиклем мөхәббәттең ни икәнлеген дә белмәгәнмен”, – тигән һүҙҙәр уны тынысландыра.
Шулай студент йылдары ла уҙып китә. Әлфиә ашығып-атлығып тыуған яҡтарына ҡайта. Һөйгәненә яҡыныраҡ булырға тырыша ул. Марат менән көн дә, хатта ҡайһы ваҡытта көнөнә бер нисә мәртәбә осрашалар. ҡыҙ өсөн тиҙ арала бар йәшәү мәғәнәһе тик Марат ҡына булып ҡала. Әхирәттәренең: “Нимәгә кәрәк ул һиңә был ҡурҡыныс ҡартлас?” – тип аптырауына ла иғтибар бирмәй. Икенселәренең: “Шундай өлкән кеше менән осрашҡас, исмаһам, байырағын табыр инең!” – тигәненә лә йылмайып ҡына ҡуя. Мараттың юҡ-барға көнләшеп, ғауға ҡуптарыуына ла иғтибар итмәй Әлфиә. “Көнләшә, тимәк, ярата”, – тигән фекерҙә була. Әммә бер көн Мараттың: “Беҙ бер ҡасан да бергә була алмаясаҡбыҙ. Һәйбәт егет осраһа, кейәүгә сыҡ”, – тигән һүҙҙәре аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә. Ә Әлфиәне өҙөлөп яратҡан, өйләнешергә тәҡдим иткән егет, ысынлап та, пәйҙә була. Юғары белемле, аҡыллы был егет менән пар килеп кенә торһалар ҙа, ҡыҙ Маратһыҙ йәшәйәсәген күҙ алдына ла килтерә алмай.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр бит. Мараттың ҡатыны осраҡлы рәүештә барыһын да белеп ҡала. Ире менән һөйләшеү ыңғай һөҙөмтә бирмәй, шуға күрә ул Әлфиә менән осрашырға була. Күптән саҡ түҙеп йөрөгән ҡатын ҡыҙға Мараттың ысын йөҙөн асып һалырға ынтыла. Үҙенең нисек баштан уҡ туҡмалып, кәмһетелеп йәшәүен, иренең ялҡаулығын һ. б. бәйән итә. “Һин бит йәш, матур. Егеттәр бөткәнме ни һиңә? Былай ҙа еңел булмаған тормошомдо тамуҡҡа әйләндерҙегеҙ бит. Төндә һинең менән һаташа, етмәһә, миңә күҙен дә йоммай: “Ни эшләйем һуң, яратам бит мин уны!” – ти. Улай яратышҡас, өйләнешеп йәшәп ҡарағыҙ!” – тип ярһый.
Марат менән Әлфиә барыбер осрашыуын дауам итә. ҡыҙҙың әсәһенең дә барыһын да белеп ҡалыуы уларҙың тормошон тағы ла ҡатмарландыра төшә. Ғәзиз балаһының үҙенән күпкә өлкән кеше менән осрашыуына әсәнең иҫе-аҡылы китә. Ниндәй генә һүҙҙәр әйтһә лә, ҡыҙы үҙен донъяға килтергән кешене ишетергә лә теләмәй, киреһенсә, Маратты яҡлап сыға, уны яратыуын белдерә.
Тик ҡапыл дөрләп, ҡабынып киткән мөхәббәт шулай уҡ ҡапыл ғына һүнеп ҡуя. Оҙаҡ осрата алмай йөрөгән Мараттың бер ваҡыт: “Һиңә дауаланырға кәрәк!” – тип ҡысҡырып китеүе Әлфиәгә боҙло һыу һипкәндәй була. Тиҙҙән ҡатынының да: “Һин минең иремә ауырыу йоҡторғанһың, ә ул – миңә”, – тигән һүҙҙәре ҡыҙға ахырызаман еткән төҫлө тойола. Шулай ҙа уның берҙән-бер осрашҡан кешеһе Марат булыуын иҫәпкә алып, һөйгәненә барыһын да аңлатырға ынтыла. Әммә кисә генә үлә яҙып мөхәббәт уттарында янған ир уның менән һөйләшергә лә теләмәй. Әлфиә тураһында теләһә ниндәй ғәйбәт тарала. Етмәһә, Мараттың яҡындары, дуҫтары ла тыныс йәшәргә ирек бирмәй. ҡыҙ бер нисә мәртәбә үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында ла уйлап ҡуя. Әммә ғәҙеллек эҙләү, суд аша булһа ла Мараттың күҙен асырға теләү уны ғариза яҙырға мәжбүр итә. Дауаханаға барып анализ тапшырыу ҙа Әлфиәнең бер ниндәй ҙә енси сир менән ауырымауын күрһәтә.
Судья эш менән ентекләп танышып сыҡҡандан һуң ике яҡты ла саҡыртып һөйләшергә була. Мараттың, ҡатыны менән бер яҡлы булып, бар бысраҡты Әлфиәнең өҫтөнә ауҙарырға тырышыуы күпте күргән судьяны бик үк ғәжәпләндермәй. Судья ир менән ҡатындан ҡыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырасаҡтары тураһында һүҙ алып, эште яба. Хәйер, улар ҡыҙҙың тормошона ҡыҫылып, тыныс йәшәргә ирек бирмәй ҡамасаулаһа, енәйәт эше асылыуы ла бар икән.
Әлфиәне: “Ни өсөн миңә күрәләтә шундай бысраҡ яҡтылар? Өҙөлөп-шашып һөйгән Мараттың шундай әшәке ҡыланыуының сәбәбе ниҙә? Ауырыу тураһында уйлап тапҡандармы, әллә икеһенең береһе йоҡтороп, юрамал миңә һылтағанмы?”– тигән мең-мең һорау борсой хәҙер.
Ошо осраҡтан һуң күп тә үтмәй, 35 – 40 йәштәрҙәге ҡатындың әсәһе өҫтөнән судҡа ғариза тотоп килеүе минең өсөн бигүк көтөлмәгән хәл булманы. Унда: “Әсәйем миңә йәшәргә ҡамасаулай!..” – тигән юлдар бар ине...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.
(Исемдәр үҙгәртелде).