RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күктән төшкән бәхеттең бәхетһеҙ финалы

31.01.2012 Күктән төшкән бәхеттең бәхетһеҙ финалы

Күктән төшкән бәхеттең бәхетһеҙ финалы
Аллаға шөкөр, үҙгәртеп ҡороу­ҙарҙың ыңғай яҡтарының береһе − дингә тартылыу көсәйҙе хәҙер. Мәсеткә барһаң, унда яҡшы машиналарҙа йәш кенә егеттәребеҙҙең намаҙ уҡырға килеүен күреп, һоҡланып та, һөйөнөп тә бөтә алмайбыҙ. Был бик ыңғай күренеш. Сөнки диндең халҡыбыҙға тик ыңғай яҡтан ғына тәьҫир иткәнен һәр кем белә. Ул − беҙҙең йәшәйешебеҙгә Хоҙай тарафынан ебәрелгән ҡағиҙә. Ошо ҡағиҙәгә буйһоноп йәшәгән кеше бер ҡасан да юлынан яҙмаҫ! Мәсеткә килһәң, унда күпселек ир-егеттәр. Ә ҡатын-ҡыҙҙар аҙыраҡ. Улар диндең ыңғай яҡтарын аңлап бөтөрмәйме? Әллә уларға дин яғынан талаптар күберәкме? Ысынлап та, талаптар ҙа күберәк. Быны һәр кем белә.
Ә егеттәргә ҡатынлыҡҡа дин тотоусы ҡыҙҙар кәрәк. Бының да нескәлектәре күп. Яулыҡ ябынған ҡыҙға эсмәгән, дин тотҡан, хәлле егеткә кейәүгә сығыуы күпкә еңелерәк. Күптәрегеҙҙең иғтибар иткәне барҙыр: мәсет янында башына яулыҡ ябынған йәш ҡыҙҙар янында бөтөрөлөүсе димселәр күбәйҙе. Бына шул димселәр иманлы ҡыҙ­ҙар­ҙы сүпләп кенә тора. Кейәүгә сығыр өсөн генә яулыҡ ябынған ҡыҙҙар ҙа бар. Сөнки беҙҙең йәмғиәттә ир-егеттәр эсергә ярата, араларында эшһеҙҙәре лә күп. Ә мәсеткә йөрөгән егеттәр, нигеҙҙә, уңышлы, аяҡтарында ныҡ баҫып тора. Уларға дин тотоп, намаҙ ҡалдырмай уҡыған өсөн Хоҙай Тәғәлә үҙе ярҙам итә торғандыр.
Ә ҡыҙҙар һәр ваҡыт етеш тормошта йәшәргә хыяллана. Аҡбуҙатҡа атланған принц килеп, уны алтын һарайға алып китер төҫлө. Эйе! Күптәре мосолман егеткә кейәүгә сығып һәйбәт итеп йәшәп алып китә.
ҡайһы берҙәре эшләмәйенсә, ире иҫәбенә йәшәп, яҡшы фатирҙа, яҡшы кейем кейеп, сит ил машиналарында елдереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Үҙҙәренә атай, хатта олатай булырлыҡ йәштәге кешеләргә кейәүгә сығырға ла ҡыйынһынмай­ҙар. Шул ниәт менән улар хатта сит илдәргә лә сығып китә. Буш сыр − ҡапҡанда, ә бөтә теләктәрҙе үтәй торған алтын балыҡ әкиәттәрҙә генә була шул.
Бындай хыялдар Гөлнараны ла урап үтмәй. Институтта уҡып йөрөгән ҡыҙ дин юлына баҫа. Ул дингә шул тиклем башкөлләй бирелгән, уның тураһында сәғәттәр буйы туҡтамай һөйләй ала. Үҙенең буласаҡ ирен дә мәсеттә осрата. Сибәр башҡорт ҡыҙына Ислам бер күреүҙән ғашиҡ була. 26 йәшлек ирҙең ғаиләһе, ике балаһы булһа ла, ул ҡатыны менән йәшәмәй. Оҙаҡламай никахты өҙөү тураһында танытма алам, шунан яҙылышырбыҙ, тип йыуата ир кәләшен. Гөлнара ла уға ғашиҡ була. Шуға Исламдың айырылған булыуы ла аптыратмай. Уңышлы эшҡыуар яҡшы машиналарҙа ғына елдерә, бүләктәр бирә, иғтибарлы.
«Беренсе ҡатынын яратмаған, ҡатын үҙе ғәйепле, ә мине ярата!» − тип уйлай Гөлнара. Сөнки Ислам ҡатын-ҡыҙ психологияһын, йәғни үҙен нисек тоторға, ниндәй һүҙҙәр һөйләргә, ҡатын-ҡыҙҙың нимә ишетергә һәм ирен нисек итеп күрергә теләүе хаҡында бик яҡшы белә. Гөлнараға Исламдан башҡа бер ни ҙә күренмәй, ул үҙен бик бәхетле тоя. Улар никах уҡытып, бергә йәшәй башлай.
Башта Ислам Гөлнараға ҡарата бик иғтибарлы була. Улар күрше ҡалаға күсеп йәшәй. Үҙ-ара ғауғалары Гөлнара ауырға ҡалғас башлана. Йәш ҡатын быға ныҡ шатлана, бик ныҡ бала теләй. Ә Ислам, киреһенсә, ҡаршы була. Уның Гөлнараға булған ҡарашы үҙгәрә, ул баланан ҡотолорға ҡуша. Ләкин ҡатыны уны тыңламай. Ислам йыш ҡына юғалып йөрөй башлай. Дингә ныҡ бирелгән Гөлнара иренә ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәй, төрлө ризыҡтар бешерә, аяғына тиклем йыуып, мосолман ҡатындарына хас булғанса уға буйһоноп йәшәй бирә.
ҡыш көнө, бизнес бармай, кеше фатирына аҡса әрәм итмәйек тип, бала тыуыр алдынан улар Гөлнараның ата-әсәһенә күсенеп килә. Ә Исламға шул ғына кәрәк. Төрлө һылтау табып, ул ҡатыны янына килеүен һирәгәйтә. Ә үҙе был ваҡытта башҡа ҡатын менән тормош ҡора. Әлбиттә, был турала Гөлнара белмәй. Эше күп, командировкалалыр тип, үҙен йыуата. Тик беҙ ҡапсыҡты ҡасан да булһа тишеп сыға. Иренең башҡа ҡатын менән йәшәгәнен Гөлнараға еткерәләр. Шундай ҡайғынан һуң һөтө юғала, йәш әсә йәшәүҙең мәғәнәһен тапмай. Сөнки уның киләсәккә ҡорған пландары, уйлаған уйҙары – барыһы ла Исламға бәйле. Гөлнараның киләсәге емерелеп төшкән кеүек, был айырылыуҙы бик ауыр кисерә. Ярай әле янында уның өсөн өҙөлөп тороусы ата-әсәһе, туғандары бар. Бигерәк тә уның емеше – күҙ терәп торған балаһы. Нисек кенә ауыр булмаһын, Гөлнара ысынбарлыҡҡа ҡайта – был кешенең уға тиң булмауын, үҙенең гипнозланған шикелле йәшәгәнен аңлай.
Хәҙер ул балаһы өсөн тырыша. Тыныс холоҡло, аҡыллы ҡатын сабыйын да һөйөп, ҡәҙерләп үҫтерә. Ата-әсәһе оло терәк була. Гөлнара киләсәктә киске уҡыуға инеп юғары белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Балаһын һау-сәләмәт итеп үҫтереп, балалар баҡсаһына биреп, эшкә сығырға ла иҫәбе бар. Бер бешкән кеше һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡаба, тиҙәр. Гөлнара ныҡлап аяҡҡа ба­ҫыр­ға, бары үҙенә генә ышанырға һәм димселәрҙе урап йөрөргә тырыша.
Алимент юллай башлағас, Исламдың үҙ исемендә бер нәмәһе лә булмауы асыҡлана. Бизнесы, машинаһы, фатиры – барыһы ла сит кеше исемендә. Шунлыҡтан унан бер ни ҙә алып булмай. Алиментын да бик әҙ генә түләйәсәк. Түләһә әле. Ошо көнгә тиклем һаман үҙ балаһына аҡса ебәргәне юҡ. Бына һиңә бизнесмен!
Дин тотҡан, намаҙ уҡыған кешеләр бер ҡасан да алдамайҙыр, тип уйлай инем. Сөнки алдашыу − ҙур гонаһ. Аллаға ышанған кеше гонаһтан ҡурҡырға тейеш. Үкенескә күрә, диндарҙар араһында ла Ислам кеүек алдаҡсы әҙәмдәр бар икән.
ҡыҙҙар, күктән бәхет көтөп, янығыҙҙа йөрөгән егеттәрҙән ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ! Ни тиһәң дә, күптән белгән, таныш кешеләр яҡшыраҡ, ышаныслыраҡ.

Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”