RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү бәләгә килтерҙе

31.01.2012 Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү бәләгә килтерҙе

Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһындағы фажиғә шундай һығымта яһарға мәжбүр итә
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү бәләгә килтерҙе
Тормош шулай: көндө төн алмаштыра, шатлыҡтарҙы − бәлә, һөйөнөстәрҙе − көйөнөс. Көн менән төн алмашыныуын, ярай, беҙ, кешеләр, туҡтата алмайбыҙ ҙа, ти. Ә бына бәлә-ҡазаларҙан, көйөнөстәрҙән аралау, әрсәләү мөмкинлеге үҙебеҙҙең ҡулда түгелме ни?! 28 ғинуарҙа Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһындағы фажиғә тап ошо турала дәлилләй ҙә инде: газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә унда 16 фатирлы ике ҡатлы кирбес йорт (1960 йылда төҙөлгән, унда 28 кеше теркәлгән) зыян күргән (ике фатир­ҙың көлө күккә осҡан), кешеләр һәләк булған.
Хәл былай булған: бер фатир хужаһы торлағына ремонт эшләтмәксе була. Ремонт эштәрен башҡарыусылар (Октябрьский ҡалаһынан йәлеп ителгән компания) тарттырылып ҡуйылыусы (натяжной) түшәм ябыуын ҡуйған саҡта газ баллонын ҡулланған. Күрәһең, газ ҡорамалын ҡулланыу­сылар һаҡһыҙлыҡ күрһәткән.
Шартлау урынындағы емереклектәрҙе тикшергән ваҡытта өс кешенең − бер ир, ҡатын һәм баланың (2009 йылғы ҡыҙ бала ял көндәренә ҡартатаһы менән өләсәһенә килгән булған), аҙаҡ тағы ла ике кешенең − ремонт эшләүсе ир-егеттәрҙең мәйете табылған. Әле уларҙың кем булыуы асыҡлана (һәләк булыусы ремонтсыларҙың береһе − 1987 йылғы ир). Һаулығына зыян килгән тағы ла алты кеше дауаханаға оҙатылған (икәүһе әле тәүге медицина ярҙамы алғандан һуң өйҙәренә ҡайтарыл­ған). ҡыйыҡһыҙ ҡалыусыларҙы (башлыса, пенсия йәшендәгеләр) ваҡытлыса Бәләбәйҙәге «Про­метей» профилакторийына урынлаштырырға тигән тәҡдимде берәү ҙә ҡабул итмәгән – ҡаза күреү­селәр­ҙе туған-тыумасалары үҙ яндарына алған.
Янғында биш кешенең һәләк булыуы факты буйынса төплө тикшереү эше алып барыла һәм РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса тикшереү органдары тарафынан РФ Енәйәт кодексының 216-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фажиғә урынында булған шаһиттар һаман да һушын йыя алмай.
− Мин ваннала йыуынып тора инем, бер ваҡыт нимәлер шартланы. Стеналарҙан штукатурка ҡойолдо. Уныңса фатирым төтөн менән тулды, − тип һөйләй шартлау булған фатирға күрше йәшәүсе ҡатын. − Нимә тура килә, шуның менән урандым да, шартлап ҡуймаһын тип, газымды һүндерергә йүгерҙем. ҡыҙым менән, тәҙрәнән һикерергәме, ишектән йүгереп сығырғамы, тип аптыраныҡ. Шулай ҙа ишектән сығып, баҫҡыс буйлап йүгереп төштөк.
− Шартлау тауышы бөтә ҡасабаға ишетелгәндер, − тип һөйләй Василий Макалкин. − Баҙарҙа инем. Шунда уҡ өйөмә йүгерҙем. ҡайтһам, өйөбөҙ емерелгән, ярҙам һорап ҡысҡырған тауыштар...
* * *
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү бәләгә килтерҙе
Республика Президенты Р. Хә­митов Приютовола фажиғә урынында булып, бәләгә тарығандар менән осрашып, яҡындарын юғалтҡан ғаиләләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, яҡын көндәрҙә республика хөкүмәте тарафынан зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеләсәге, компенсация түләнәсәге тураһында белдерҙе. Кисектергеһеҙ ихтыяждары өсөн һәр ғаиләгә 15-әр мең һум аҡса бүленде лә инде. Президент шулай уҡ янған йорт урынына тиҙ арала – 100 көн эсендә яңыһы төҙөлөп, май айында уҡ бәләгә тарыу­сылар яңы фатирҙар менән тәьмин ителәсәге тураһында ла әйтте.
Р. Хәмитов янғында зыян күреүселәргә ваҡытлыса йәшәү урыны итеп бирелгән «Нефтcе» дөйөм ятағын да ҡарап сыҡты һәм ундағы йәшәү шарттарының шәптән булмауын билдәләне. Ул шулай уҡ йортһоҙ ҡалғандар өсөн туҡланыу ойошторолған ашхана шарттары менән дә танышты. Кешеләрҙең янған документтары урынына тейешле хеҙмәттәрҙән яңыларын тиҙерәк эшләп биреүҙәрен талап итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”