RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Селлә сатната бит, әй…

31.01.2012 Селлә сатната бит, әй…

Селлә сатната бит, әй…
Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, ҡыштың «кәттәһе» килеп етте. Фараздарға ышанһаҡ, был әлеге миҙгелдә иң һыуыҡ аҙна буласаҡ икән. Хатта төндәрен урыны менән 36 – 38 градус һыуыҡ көтөлә. Көндөҙ тотороҡло 26 – 28 градус торасаҡ.
Бындай ғына һыуыҡтарҙы күргән бар инде, тип әллә кем булмағыҙ. Уңайлы йылы кейем, көр кәйеф һалҡындан ҡурҡмаҫҡа ярҙам итә лә ул, шулай ҙа, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән әйтем барлығын да онотмағыҙ.
Әгәр һауа температураһы 25 градустан да түбән булһа, башланғыс класс уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин. 30 градус һыуыҡлыҡта иһә башҡа балаларға ла өйҙә ҡалырға ярай.
Синоптиктар, әгәр бик ашығыс булмаһа, һуңға ҡалып юлға сыҡмаҫҡа ҡуша. Тап ҡаты һыуыҡтарҙа аяҡ-ҡулын туңдырыусылар күбәйә.
Әйткәндәй, түбәндәге бер нисә кәңәште лә иҫтә тотоғоҙ.
Беренсенән, аяҡ-ҡулын туңдырыу билдәләре булған кешене йылыға индерергә. Аяҡ кейемен, ойоҡбаштарҙы, бирсәткә-бейәләйҙе мотлаҡ систерергә, табип саҡыртырға.
Туңған урын ағарып торһа, ойоһа, сәнсеп ауыртһа, был – туңыуҙың беренсе дәрәжәһе. Йылы ҡулдар менән ҡыҙарғансы ыуырға, массаж яһарға кәрәк. Икенсе дәрәжә туңыу тип ныҡ ауыртҡан, ҡысыған, күберсекләнгән тирене билдәләйҙәр. Әгәр өшөгән урын бер нәмә лә тоймай, ҡанлы йәрәхәттәр барлыҡҡа килһә, был тән туңдырыуҙың өсөнсө дәрәжәһенә тура килә. Дүртенсе дәрәжә – тән күгәрә, кеше йылынғас та шешенә, әммә күберсектәре булмай. Ошо һуңғы дәрәжәләрҙә туңыусыға йылыны һаҡлаусы повязка эшләргә кәрәк (марля – мамыҡ – марля – пленка).
Зыян күреүсене ҡар менән ыуырға ярамай. Шулай уҡ өшөгән тәнде эҫе мейес йә батарея янында йылытырға, эҫе һыу менән йыуырға ла кәңәш ителмәй. Был хәлде тағы ла ҡатмарландырасаҡ ҡына.
Йылы сәй, аш бирергә, аспирин, анальгин йә но-шпа төймәһе ҡаптырырға кәрәк.
Әгәр машинағыҙ тораҡ пункттан алыҫ юлда ҡапыл һүнһә, телефондан ярҙам саҡырығыҙ йә башҡа автомобиль килгәнен көтөп, машина эсендә ултырығыҙ.
Елдән һаҡланығыҙ – ул тиҙерәк өшөтә.
Битегеҙҙе һыуламаҫҡа тырышығыҙ, еүеш кейем дә туңыу хәүефен арттыра.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”