RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаларының береһе буласаҡ!

27.01.2012 Өфө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаларының береһе буласаҡ!

Яңы торлаҡ комплекстары – иң уңайлыһы
Өфө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаларының береһе буласаҡ!
Фатир хаҡтары Рәсәйҙең ҡайһы бер эре ҡалаларындағынан да юғары булғанда баш ҡалала торлаҡлы булыу еңел түгел. Нисек тә аҡса табып, бурысҡа батып, йортло булырға ынтылып та, намыҫһыҙ төҙөлөш фирмалары арҡаһында һаман да өйҙәренә күсә алмай алданған фатир һатып алыусылар мәсьәләһе Өфөлә һаман хәл ителеп бөтмәй. Халыҡ ипотекаға фатир һатып алғанда мутлашҡан фирмаларҙың тоҙағына эләкмәһен өсөн ҡала хакимиәтендә намыҫлы төҙөүселәрҙең реестры булдырыласаҡ. Йылдан-йыл үҫкән Өфөлә бөгөн йорттар һалыу өсөн урындар ҡалманы тиерлек. ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Кол­гуевский микрорайоны кеүек тотош торлаҡ комплекстары төҙөргә кәрәк, тип иҫәпләй.

110 урам киңәйтеләсәк

ҡалала транспорт ағымын көйләү өсөн әлегә иҫке ысул − урамдарҙы киңәйтеү эштәре дауам итәсәк. Өфөләге 110 урамды ҙурайтыу көтөлә. Октябрь проспектындағы автомобиль тығындарын кәметеү маҡсатында Комсомол урамын һигеҙ һыҙатлы итеү күҙаллана. Салауат Юлаев проспектын төҙөү дауам итәсәк − ул Бөрө трактына табан тағы ла 7,5 саҡрымға оҙайтыласаҡ.
Ә бына ҡала үҙәгендә транспорттың бер яҡлы хәрәкәте ҡалыу-ҡалмауы әлегә хәл ителмәгән.
− Минеңсә, был схема − иң дөрөҫө. Әммә урамдар яңы маршрут өсөн әҙер түгел, уларҙы киңәйтергә кәрәк, − тине Ирек Ялалов.

Арбат беҙҙә лә буласаҡ


Тиҙҙән баш ҡалала йәйәүлеләр өсөн урам барлыҡҡа киләсәк. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, йәйәү йөрөү зонаһының өс варианты тикшерелә. Тәүгеһе – был маҡсаттан Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндереү күҙаллана. Бында ХVIII − ХХ быуат­тарҙағы иҫке йорттарҙы реставрациялап, революцияға тиклемге Өфөнө булдырасаҡтар. Икенсе вариантта Революция урамы менән «Каруанһарай» эш-сауҙа комплексына тиклемге арауыҡта Мостай Кәрим урамын йәйәүле итеү планлаштырыла. Был проект Ленин урамындағы эре сауҙа үҙәген ял итеү өсөн төҙөкләндереүҙе лә талап итә.
Өсөнсө вариант итеп архитектор­ҙар Ленин урамы буйлап Республика йортонан Коммунис­тик урамға тиклем арауыҡты тыныс зонаға әйләндереүҙе күҙ уңында тота. Унда Башҡорт дәүләт медицина университетынан Ленин скверына тиклемге аллея ла инәсәк.
− Йәйгә тиклем бөтә варианттар­ҙы ла ентекле өйрәнеп, проекттарҙың береһенә туҡталыр­ға уйлайбыҙ. Өфөлә йәйәүлеләр өсөн юл мотлаҡ булырға тейеш. Бөтә эре ҡалаларҙа ла йәйәүлеләр өсөн урамдар бар, − тип белдерҙе Ирек Ялалов.
Тәҡдим ителгән варианттарҙы һайлағанда халыҡтың фекере лә иҫәпкә алынасаҡ.

Метро урынына – трамвай

Өфөлә метро төҙөү хаҡында күпме генә хыялланмайыҡ, ул баш ҡала халҡының бойомға ашмаҫ хыялы ғына булып ҡалыр, ахыры. ҡала башлығы был күп сығым талап иткән транспорт урынына тиҙ йөрөшлө трамвайҙарҙы өҫтөнөрәк күрә.
− Эре-эре сауҙа үҙәктәре урынына ҡала эсендәге магазиндарҙы үҫтереү сараһын да күрергә кәрәк. Эре сауҙа үҙәктәрен яҡын киләсәктә Шаҡша һәм Затон микрорайонында ғына төҙөү планлаштырыла, − тип белдерҙе Ирек Ялалов.

Ял итеү урындары

Баш ҡала парктары һәм скверҙары яҡын киләсәктә төҙөкләндереләсәк. Мәжит Ғафури исемендәге ял паркы базаһында спорттың экстремаль төрҙәре буйынса парк төҙөләсәк. Бынан тыш, унда 9 метр киңлегендәге саңғы трассаһы ла барлыҡҡа киләсәк. Яңыртылған парк биләмәһе тимер юлына тиклем ҙурайтыласаҡ. Ирек Ялалов, Өфөлә мотлаҡ зоопарк булырға тейеш, тип иҫәпләй. Уның ҡайҙа урынлаштырыласағы әлегә билдәһеҙ. Әлегә ҡала хакимиәте етәкселеге инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып бара.

Үҙәккә үткән мәсьәләне хәл итеү өсөн...

Бөгөн Өфөлә бала тыуғандан алып сиратта торһаң да, уға өс йәш тулһа ла, балалар баҡсаһына путевка алырға сиратың етмәйәсәк. Йылдан-йыл асылған яңы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары ла үҙәккә үткән мәсьәләне хәл итеп бөтмәй. ҡала башлығы, шәхси һәм ғаилә баҡсаларының һаны артасаҡ, тип билдәләй.
Эшһеҙлек кимәлен кәметеү маҡсатында вуздар менән һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ.
З. ЙӘһҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”