RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алға! Учалынан-Манжурияға!

21.09.2010 Алға! Учалынан-Манжурияға!

«Помогай»ҙар
Алға! Учалынан-Манжурияға!
ҡунаҡханала саҡ ҡына хәл йыйғандан һуң ҡалаға сығып киттек. Бер аҙым атлап өлгөрмәнек, ҡытайҙар уратып алды: «Нимә кәрәк? ҡайҙа алып барырға?» «Помогай»ҙар менән беҙгә төркөм етәксеһе һөйләшмәҫкә ҡушты (көнө буйы артыңдан эйәреп йөрөп, һуңынан аҡса талап итәләр, йәнәһе лә, һиңә ярҙамлаштылар). Улар арыуыҡ ҡына урыҫса һупалай, һуҡыр себен кеүек күҙгә инеп килә, үҙҙәрен күрмәмешкә һалышыуы ҡыйын. Урыҫтар уларҙы өс кенә һүҙ менән билдәле урынға «ебәрә», ләкин ҡытайҙар ҙа яуапһыҙ ҡалмай, өс ҡатлы итеп һүгенеп, ҡарғап ҡала. «Помогай»ҙарға ҡарамай, шым ғына киләбеҙ, һөйләшмәйбеҙ ҙә, әммә улар барыбер арттан ҡалмай, эйәреп алған, ҡасып ҡотолормон тимә. Аптырағас, башҡортса өндәштем: «Зинһар, беҙгә эйәрмәгеҙ. Беҙгә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәкмәй». Шып туҡтанылар, күҙҙәрен ҙур асып беҙгә баҡтылар, үҙ-ара ҡытайса нимәлер тип һөйләшеп алдылар: «Монгол?» Башты ҡырын һалып, иғтибар менән улар­ҙы тыңлап торҙом, шунан, йылмайып, юҡ, беҙ башҡорттар, тинем. «Бүрәттәр?» – тиҙәр. Эй, ҡыҙыҡ, бер-беребеҙгә ҡарашып көлөшөп, башты һелктек тә, ҡул болғап, башҡортса һөйләшә-һөйләшә ышаныслы аҙымдар менән китеп барҙыҡ. Шунан һуң ғына «помогай»ҙар тороп ҡалды. Ләкин иртә ҡыуанғанбыҙ – улар урынына урамда һатыу итеп йөрөгәндәр һырып алды. ҡулдарындағы массажерҙары менән бызылдатып башҡа, арҡаға, ҡулға массаж яһай башланылар: «Һатып ал, осһоҙға бирәм!» Башҡа урыҫ туристары енләнеп, һатыусыларҙы этеп-төртөп, шарт та шорт улар менән ирешә башлай, ә беҙгә бар нәмә лә ҡыҙыҡ! Йәнебеҙ көймәй генә, бар нәмәләренән дә баш тартып, башҡортса, кәрәкмәй, тип уларҙан да ҡастыҡ. «Куня, куня», – тип арттан эйәреп йүгергәндәренә көлөп һын ҡатты. Куня тигәндәре, баҡтиһәң, ҡатын-ҡыҙ икән. Быны беҙгә Байкал аръяғы крайының Краснокаменск ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ апай аңлатты. Егерме биш йыл ситтә ғүмер иткән Балаҡатай районы ҡыҙы, иремдең туғаны, беҙҙе фәрештә-һаҡсы кеүек ҡурсалап ҡына йөрөттө, гид ролен дә үтәне, кәңәштәре менән дә төрлө ваҡиғаларға тарыуҙан аралап ҡалды. Тәүге көндә башҡортса берәй нәмә тип әйтһәк, мәғлүмәтте башына һеңдерер, үҙләштерер өсөн шымып китә торғайны, ә ҡайтыр ваҡытта тап-таҙа үҙ телебеҙҙә һупалай башланы. Һай, үҙебеҙҙекеләр!

«Хуанин-гуанин», йәки «Рәхим итегеҙ!»
Алға! Учалынан-Манжурияға!
ҡала тимер юлы менән ике – төньяҡ һәм көньяҡ – өлөшкә бүленгән. Беҙ йәшәгән төньяҡ өлөшө туристар өсөн махсус төҙөлгән: бик матур биҙәлгән, мең уттар менән балҡып торған магазиндар, баҙарҙар, мунсалар, салондар... Алтаҡталарҙың барыһы ла тиерлек урыҫ телендә яҙылған, һатыусылар ҙа телде яҡшы белә, рәсәйҙәр аҙым һайын осрай. Урамдарҙың исеме юҡ, тик һандар ғына: беренсе урам, икенсе, өсөнсө... Аҙашһаң, яҡташтарҙан юлды һорарға мөмкин (һәр хәлдә, ауыҙға һуҡмайҙар). Манжурияла йөрөгән ватандаштарыбыҙҙың барыһы ла тиерлек тауар артынан килгән, беҙҙең һымаҡ тәьҫорат йыйыусылар бик һирәк. Шуға ла ҡаланың көньяҡ өлөшөнә барырға ынтылыусылар ҙа аҙ. Ә унда тормош икенсерәк: балсыҡтан эшләнгән бәләкәй генә насар өйҙәр, кескәй генә лавкалар... Аҙыҡ-түлек магазинына инеп, фото төшөрәйек тигәйнек, униформалағы ҡыҙ ҡаршыбыҙға тороп, ярамай, тигәнде аңлатып, башы өҫтөндә ҡулын ҡаушырҙы, плакатҡа төртөп күрһәтте – фотоаппарат ике һыҙыҡ менән һыҙылғайны. Ярамай икән, ярамай, тип супермаркет эсенә инеп киттек. Аҙыҡ-түлектең төрлөлөгө, күплеге: кәштәләр һығылып тора – йәнең теләгән бар нәмә лә бар! ҡытайса бер ауыҙ һүҙ белмәгәс, стеллаждан стеллажға йөрөп тик ятабыҙ. Тәмлекәстәр бүлегенә еткәс, тышында һыйыр һүрәте төшөрөлгән кәнфиттәргә иғтибар иттек. Яратҡан «Коровка» икән тип ҡыуанғайныҡ, ярай ҙа алмағанбыҙ – хаҡы ҡиммәтерәк күренде. Һуңынан әйтеүҙәренсә, шәкәр онтағы һибелгән был кәнфиттәр ҡаҡланған иттән эшләнгән, берәүҙән күберәкте ашап булмай.
Эт эсәгендәй оҙон рәттә махсус һауыттарҙа салаттар теҙелгән. Уларҙы һатып алыусылар бер тапҡыр ҡулланылған таяҡсалар менән тәмләп ҡарай. Оҡшағандарын тимер һауытҡа һалып, үлсәү янына килтерәләр. Һатыусы салатты үлсәй ҙә тоҡсайға күсерә, хаҡын йәбештерә. Салаттарҙың нимәнән эшләнгәнен айырыуы мөмкин түгел, күрекһеҙ генә күренәләр, шулай ҙа ашарға яраҡлылыр – күп алалар (бындағы ашҡа өйрәнмәгән ашҡаҙан ҡыйын хәлдә ҡалдырмаһын тип, беҙ салат алып торманыҡ).
Йомортҡалар бүлегендә лә туҡталманыҡ, сөнки унда еҫләнгәндәрен дә һатыуға сығаралар. Ашарға, әлбиттә. Урыҫтар әйтмешләй, тәмгә һәм төҫкә иптәштәр юҡ, ә ҡытайҙар үҙҙәре, насар аҙыҡ-түлек юҡ, насар ашнаҡсылар ғына бар, ти...
Тиҙ бешерелә торған туҡмастарҙың да төрҙәрен һанап бөтөрмөн тимә (дөгө туҡмасы бик тәмле!). Тауыҡ тәпәйҙәрен дә мең төрлө итеп әҙерләп (тоҙлап, ҡаҡлап, борослап, ҡыҙҙырып, бешереп һ.б.) һаталар. Хатта татлы тәпәйҙәр ҙә бар. Ғәжәп инде, ғәжәп – татлы тауыҡ тәпәйе... Ә беҙҙә ул аҙыҡҡа ла һаналмай. Соянан эшләнгән сыр – тофу – ҡытай символдарының береһе. Туҡлыҡлы тофуны яратмаған кеше юҡ. Осһоҙ ҙа үҙе – бер килограмы ун һигеҙ һум (дүрт юань).
Дөгө араҡыһы, ҡытай һыраһы һәм шараптары тәмһеҙ, тиҙәр. Тикшереп ҡарарға теләк булманы (спиртлы эсемлектәр, ғөмүмән, мине ҡыҙыҡһындырмай). ҡытайҙар ҙа уға битараф шикелле, сөнки иҫерек әҙәмде күрмәнек.
Магазинда халыҡ араһында тығылып, хәлдән тайғансы йөрөгәс, икешәр йөҙ грамм бер нисә төрлө печенье алдыҡ та, сығыу яғына йүнәлдек. Кеше күп булһа ла, сират йыйылмай, кассирҙар етеҙ эшләй. ҡытайҙарҙың һәр береһенең бишәр-ун килограмлыҡ пакеттарҙа дөгө ярмаһы (төрлө хаҡҡа төрлө дөгө һатыла, әммә тәме бер үк), бишәр литрлыҡ шешәләрҙә үҫемлек майы һатып алғанына иғтибар иттек. Йәшелсә-емеш тә бик күп (хаҡтары осһоҙ): киви, ананас, хөрмә, папайя, помело, мандарин, манго, кокос, дуриан, кәбеҫтә, кишер, картуф – был беҙ белгәндәрҙең өстән бер өлөшө генә, ә тәүге тапҡыр күргән йәшелсә-емеште иҫәпләй башлаһаң?!.
ҡайһы берҙәре полиэтилен тоҡсайға һалынып, хаҡтары яҙылған килеш һатыла, ә ҡайһы берҙәре йәшниктәрҙә, кәштәләрҙә ята, үҙең һайлап алаһың.
ҡаланың төньяҡ өлөшөндә гипер, супермаркетҡа йәки кескәй генә магазинға килеп инеү менән һине «Хуанин гуанин!» («Рәхим итегеҙ!») тип йылмайып ҡаршылап торһалар, бында һиңә иғтибар итеүсе лә юҡ. Шулай ҙа ҡытай телендә үҙебеҙҙең белемде күрһәтеп, кассирға «Сьесье!» тинек. Йәнәһе лә, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, рәхмәт кенә әйтә беләбеҙ. Кассир бер мәлгә генә күҙен ҙурайтып беҙгә ҡараны ла, тиҙ генә иҫенә килеп, башҡаларҙы хеҙмәтләндереүен дауам итте. Дзай дзень, тинек ныҡышып, китергә ашыҡмай. Ул, ахыры, еңел генә ҡотолмаҫын аңлап, йылмайып, дзай дзень, тине. Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
Икенсе магазинға китеп барышлай, аралыҡта кейем һатыу­сыларҙы «Ни хао!» тип сәләмләнек. Тартай теленән таба, тигәндәре шул: беләккә килеп йәбештеләр ҙә түбән сифатлы футболкаларын, күлдәктәрен өҫтөбөҙгә кейҙереп баралар бит, әйгенәм. Тегеләрҙе башҡортса йомшаҡ ҡына, хәҙер киләбеҙ, әлегә бер нәмә лә алмайбыҙ, көтөп тороғоҙ, йәме, тип өгөтләй-өгөтләй саҡ китә алдыҡ.
Һауыт-һаба бүлеге лә ассортименты менән һушты ала. Унда әле беҙгә килеп етмәгән электр приборҙары бар (моғайын, яҙға табан беҙҙең баҙарҙарға килеп етер). ҡытай таяҡсаларының төрҙәрен һанай башланыҡ та, йөҙҙән ашҡас, туҡтаныҡ – осона сығырлыҡ түгел...
«Тере баҙар»

Ит, балыҡ һатылған «тере баҙар»ҙары беҙҙең өсөн зоопарк кеүек булды. Ундағы ассортименттың байлығы... Пластик һауыттарҙағы һыуҙа, тимер өҫтәлдәрҙәге боҙ араһында ятҡан-йөҙгән-ҡыбырлаған-шаптырлаған диңгеҙ һәм йылға балыҡтары, аквариумдағы ярымбалыҡ-ярымйыландар, эре шөкәтһеҙ ҡорттар... Һатыусы һеҙгә оҡшаған йән эйәһен һөҙөп (тотоп), полиэтилен тоҡсайға һалып бирә. Шунда уҡ балыҡты бушлай таҙарттырып та алырға мөмкин. Беҙ бер нәмә лә алмайбыҙ, әммә һәр һатыусы үҙе янына саҡыра, тауарын күрһәтә, маҡтай. Танауым осонда йылбырлаған һәр нәмәнән мин ситкә ҡасам, ауыр еҫкә күңелем болғана, балыҡтарҙың эсен таҙартыу күренешенән хатта саҡ уҡшытмай. Ә минекеләргә бар нәмә ҡыҙыҡ, сөнки ундай баҙар беҙҙә юҡ. ҡытай кешеһе минең кеүек ерәнеп, сикәнеп, сырылдап тормай, ҡулын йыбырлашып ятҡан ярымбалыҡ-ярымйыландар, ҡара, осло башлы, ялтыр йыландар араһына тығып ебәрә лә, үҙенә оҡшағанын ҡойроғонан һурып сығара, һис бер ерәнеүһеҙ әйләндереп-тулғандырып ҡарай ҙа, ҡәнәғәт ҡиәфәттә поли­этилен тоҡсайға һалырға ҡуша. Һыу йыландарының ите ашап туйғыһыҙ тәмле, тиһәләр ҙә, алырға ҡурҡтыҡ. ҡабырсаҡтар, рапандар, кальмарҙар, һигеҙаяҡтар, лобстерҙар, лангустар – Хоҙайым, нимәләр генә юҡ...
ҡытайҙа сусҡа ите күп һатыла, тауыҡ ите һирәк осрай, һыйыр итен күрмәнек. Итте бында туңдырмайҙар. Боҙ араһында ятҡан иттең берәйһенә бармаҡ төртөп күрһәтһәң, ит тураусы уны тиҙ генә матур киҫәктәргә турап бирә. Ит турағыс аша ла йәһәт кенә үткәреп бирәләр. Иттең килоһы 18 – 20 юань тора (1 юань – 4 һум 50 тин).

Тун мажараһы

Шоппинг яратҡан шөғөлөм түгел, әммә Манжурияла, теләй­һеңме-юҡмы, магазиндар буйлап йөрөйһөң (йәғни барыр урын икәү генә: йә ресторанда ултыраһың, йә сауҙа нөктәһендәһең). Шулай йөрөп ятҡанда ни бары ун биш мең һумға ғына шәшке тундарҙы күреп, «аһ» иттем. Тундарҙың ниндәй генә фасондары, төҫтәре юҡ... Мине витрина янында күргән һатыу­сылар, хас та эт төлкөнө күргәндәй, йәнләнде, күҙ асып йомғансы яныма килеп еттеләр. Ал да ал, тип ауыҙға инеп киләләр. Тунды миңә кейҙерә лә башланылар. Унда кейемде былай ғына үлсәп кейеп ҡарарға ярамай – быуыныңа төшһәләр төшәләр, әммә һатып алдырталар. Шунан ҡурҡып, сәбәләнеп ҡасыу яғына йүнәлдем. Тик ҡулдан тотоп алғандар ҙа, ебәрмәйҙәр ҙә ҡуялар. Береһе калькуляторын күҙемә терәй: «Тун шунса тора (йәғни 15 мең һум – авт.). Ә һин уны күпмегә алырға теләй­һең?» Мине маҙаһыҙламаһындар өсөн генә калькуляторға 5 һанын яҙам. Тегеләрҙең күҙе аҡая: «Һин нимә, был аҙ бит! Унға һатабыҙ, ал!» Калькуляторҙа ун һаны яна. Еңмешләнеп, унды юям да, таҙа намыҫ менән биште ҡабат яҙам, йәнәһе лә, хәҙер нимә тип һайрарһығыҙ. Шунан һуң, артыма уҡ тибелеп булмаһа ла, елтерәтеп сығарып ебәреүҙәрен сабыр ғына көтәм. Һәм шул ваҡыт улар, ҡан дошмандарындай итеп күҙҙәренән миңә йәшен атып: «Эй, ярай ҙа, ал!» – тимәһендәрме! Күҙҙе упайтырға миңә сират етте. ҡосағыма сумдырылған ҡупшы йомшаҡ тунды нишләтергә белмәй торам. Һис бер һүҙһеҙ алыр инем, йәнһеҙ түгелмен дәһә, әммә аҡса юҡ! Кеше һымаҡ аҡылың булып, ҡутарғансы аҡса тейәп килмәгәс ни, тип үҙемде үҙем әрләйем. Руссо туристоны, йәғни мине, улдарым ҡотҡарҙы. Йүгереп килеп инделәр ҙә, хәбәрҙәрен теҙә-теҙә («унда шундай йәтеш телефондар һатыла!») тунды ҡулымдан алып, һатыусыға тотторҙолар ҙа, етәкләп алып сығып та киттеләр. Һатыусылар артыбыҙҙан нимәлер тип ҡысҡырып ҡалды. Моғайын, йүнле нәмә түгелдер (ҡайһы берҙәре урыҫтарҙан былайыраҡ ирешә), ә бәлки, хәйерле юл теләгәндәрҙер: «Мань дзоу!».
(Дауамы. Башы 21 – 23-сө һандарҙа).

Баныу ҡАһАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”