RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ололарҙы төп башына ултыртыусы шарлатандар ҡулға алынды

20.01.2012 Ололарҙы төп башына ултыртыусы шарлатандар ҡулға алынды

Ауырғазы районы пенсионерҙарын кәкре ҡайынға терәтеп китеүсе 40 һәм 54 йәшлек ике ир ҡулға алын­ған. Улар, үҙҙәрен хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы хеҙмәткәре тип таныштырып, инәй-олатай­ҙарҙан аҡса һыҡҡан.
Ололарға йылы һүҙ, иғтибар булһа, етмәһә, һыҙланыуҙарына дауа табырға вәғәҙә итһәң, ирей ҙә төшә инде. Мут егеттәр улар холҡоноң ошо йомшаҡ яғы менән оҫта файҙаланған. Улар билдәле суммаға пенсионерҙарға медицина ярҙамы күрһәтергә, инвалидлыҡ юлларға, тағы ла әллә күпме проблемаларын хәл итергә вәғәҙә иткән. Хатта бер ҡорбанына, операция эшләтеү өсөн күҙ хирургы табабыҙ, тигәндәр. Бындай «изгелек» өсөн ун мең һум аҡса алғандар.
Әммә ҡырын эш тиҙ асыла. Ирҙәрҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡулға алғандар ҙа рәшәткә артына бикләп тә ҡуйғандар. Үҙҙәре әйтеүенсә, улар ете кешене төп башына ултыртҡан, әммә тәртип һаҡсылары, был исемлек тағы ла оҙонораҡ булырға тейеш, ти. Асыҡланыуынса, енәйәтселәр күптән түгел генә төрмәнән сыҡҡан. Береһе рәшәткә артында − 28 йыл, икенсеһе 15 йыл ғүмерен уҙғарған. Ни эшләйһең, был ике ир, ҡанға һеңгән ғәҙәтен ҡыуып, тағы ла иректән мәхрүм булды.
Ололар изге кеше булып ҡыланған сит әҙәмдәргә ышанмаһын, уларға аҡсаһын тоттороп сығармаһын, ғөмүмән, өйөнә түгел, ҡапҡаһынан да индермәһен ине.

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”