RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Алтын бүләк итәм һиңә, матурым!»

20.01.2012 «Алтын бүләк итәм һиңә, матурым!»

йәки Интернет аша танышыуҙың аҙағы
− Уй, ниндәй бәхетлемен! Теге Дима миңә сәскәләр ебәрергә йыйына, адресымды һорай! Һинең адресты ла бирәйек әле, бәлки, сәскәләр мин өйҙә булмаған ваҡытта килеп етер! − тип дәртләнеп шылтыратты Илнара исемле әхирәтем.
«Дима» тигәне интернет аша танышҡан Исландияла йәшәүсе рус егете. Әхирәтем уның менән ике ай тирәһе аралаша, был әҙәмдең хаттарын бергәләп уҡыйбыҙ. Хаталы ғына яҙа, етмәһә, бер генә һорауға ла яуап бирмәйенсә үҙенекен теҙә генә. Идеаль егет инде − бай, ярҙамсыл, матур һәм аҡыллы, спорт ярата, эсмәй, тартмай. Минең әхирәтемә башкөллө ғашиҡ булыуын, тиҙ арала өйләнеү өсөн Өфөгә киләсәген дә хат һайын тылҡып ҡына тора. ҡыҫҡаһы, егет түгел, торғаны бер бәхет ҡапсығы. География ике ятып бер төшөнә лә инмәгән Илнара Исландияның ҡайҙалығын картанан табып ҡуйған, ундағы халыҡтың көнитмешен өйрәнгән. Интернеттың үҙе кеүек ҙур һәм сикһеҙ мөхәббәт улар араһында... Исландияла атылып, көлө менән бөтә Европа күген ҡаплаған теге оҙон исемле янартауҙың үҙе кеүек!
Хәҙер шул егет Исландиянан сәскә ебәрә. Ш-ә-әп. Әлбиттә, халыҡ-ара сәскә агентлыҡтары менән донъя тулған, бында бер ниндәй ҙә аптырарлыҡ хәл юҡ. Әлеге лә баяғы интернет аша ғына заказ бирәһең, түләйһең һәм һин теләгән ваҡытта һөйгәнеңә букетты алып барып та еткерәләр. Шулай ҙа мин, интернет аша танышыуҙарға хәүеф менән ҡараған кеше булараҡ, төрлө сәбәп табып, адресымды биреүҙән баш тарттым.
Ә Илнара адресын яҙҙы ла, хыялдар­ға сумып, сәскә менән алтын беләҙекте (тыуған көнөнә бүләк!) көтә башланы. Бер аҙҙан уның электрон адресына посылка килгәнлеге тураһында хәбәр килде, телефонына смс-хәбәр ҙә ебәрелде. Тик курьер хеҙмәте өсөн 836 һум аҡса түләргә кәрәк булып сыҡты. Мөхәббәт диңгеҙендә йөҙгән кеше өсөн 836 һум нимә инде ул! Аҡса тиҙ арала күсерелде.
Тик... Сәскә түгел, бер япраҡ та алманы әхирәтем. «Исландиялағы рус» шундуҡ интернеттан юҡҡа сыҡты. Илнара аптырай, өҙгөләнә. Мин инде, журналист ғәҙәте буйынса, был хәлгә битараф ҡала алмай, интернеттағы мутлыҡтар тураһында мәғлүмәт эҙләй башланым. Баҡтиһәң, сит илдә йәшәгән һөйгәндәренән сәскә менән алтын биҙәүестәр көтөп ятҡан кешеләр быуа быуырлыҡ икән. Ниндәй ҙә булһа берәй сайтта сит илдә йәшәгән кеше һиңә «ғашиҡ» була ла, ҡиммәтле бүләктәр, сәскә «ебәрә». Әлбиттә, алдан был кеше менән оҙаҡ ҡына аралашаһың, психологияны яҡшы белгән әҙәмдәр гүзәл заттарға алтын тауҙар вәғәҙә итә. Һөҙөмтәлә сикһеҙ мөхәббәткә ышанған ҡатын-ҡыҙ аҡсаһын түгә. 836 һум ат хаҡы түгел, шулай ҙа күңелдә күпме әрнеү ҡала…
Интернетта танышыусыларҙы баш­ҡа алданыуҙар ҙа көтөп кенә тора. Мәҫәлән, алыҫта йәшәгән берәү һиңә кеҫә телефонының номерын бирә, уға смс яҙыу менән иҫәбеңдән 1500 һум тирәһе аҡса алыныуы ихтимал. Шылтыратһаң, тағы ла күберәк китәсәк. ҡайһы бер кешеләр, сит илгә смс яҙыу ҡиммәт икән тип уйлап, аралашыуын һаман дауам итә бит әле. Ысынында, сит илгә смс-хәбәр яҙыу 5 һум тирәһенә генә төшә.
Бер ҡараһаң, ошондай мутлыҡтарға ышанған кешеләрҙең һаман да булыуы аптырата ла кеүек. Әммә ысынбарлыҡ шуны һөйләй − кеше ғүмере буйы мөғжизәгә ышанып йәшәй. Кемдеңдер фотонан ғына ҡарап үлеп ғашиҡ булыуына, күршеңдә йәшәгән Айҙарға ҡарағанда ете диңгеҙ аръяғындағы Антонионың сибәрерәк һәм яҡшыраҡ икәнлегенә, беҙҙе уратып алған ир-егеттәрҙең 99 проценты романтик булмаһа ла, интернеттағыларҙың океан ярында алтын балдаҡ тотоп баҫып тороп, һиңә шиғыр уҡыясағына... Ышаналар һәм буш кеҫә, яраланған йөрәк менән генә тороп ҡалалар. ҡыҙғаныс…
Әлбиттә, интернет аша танышып, ғаилә ҡороусылар ҙа бар. Әммә етди танышыр­ға теләгән ир-егет, сәскә ебәргән хәлдә лә, бер ниндәй ҙә курьер хеҙмәте өсөн аҡса һорамаясаҡ. Хаҡ бүләк ебәргән яҡ тарафынан тулыһынса түләнә. Ә инде телефон номерына килгәндә, кеше үҙе бер нисә тапҡыр шылтыратмай тороп, уға смс-хәбәр яҙыу йәки шылтыратыу дөрөҫ түгел. Интернетта мутлашыуҙар иң ауыр асылған енәйәттәр иҫәбенә инә. Шуға ла алданмайыҡ. Тойғоларҙың йүгәнлерәк, йөрәктең биклерәк булыуы яҡшыраҡ. Һәр хәлдә, интернет донъяһында.
Лилиә СИРАЕВ:А.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”