20.01.2012 Өзләргә өйрәнергә теләүселәр өсөн өр-яңы әсбап
Һәр халыҡтың үҙ сәнғәт ынйылары бар. Беҙҙең милли музыка ҡоралдарыбыҙ − ҡурай, ҡумыҙ, думбыра тураһында үҙебеҙ генә ныҡлы хәбәрҙарбыҙ. Әлбиттә, хәҙер ҡурайыбыҙ бөтә донъяла танылыу яулап килә тиһәк тә була, шул уҡ ваҡытта моңло, оҙон халыҡ йырҙарыбыҙ-көйҙәребеҙҙе Европа илдәрендә иҫтәре китеп тыңлауҙары, хатта уларҙы башҡарыусы мәшһүр йырсыларыбыҙҙың ауыҙҙарын астырып тикшереп ҡарауҙары тураһында ла беләбеҙ. Әммә бына халҡыбыҙҙың өзләү тигән йыр жанры тураһында сит илдә түгел, үҙебеҙҙә лә белеүселәр юҡ тип әйтерлек. ҡыҙыҡһынғандар өсөн республикабыҙҙың күренекле сәнғәт әһелдәренең береһе − Роберт Заһретдиновтың ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте тарафынан өс (башҡорт, рус һәм инглиз) телдә нәшер ителгән «Школа башкирского горлового пения» исемле китабы магазин кәштәләренә сыҡты. Авторҙың үҙенең һүҙҙәренсә, бындай әсбап сығарыу кәрәклеге 2007−2011 йылдарҙа ҡумыҙсыларҙың һәм халыҡ ижадының юҡҡа сыға барған бер төрөн башҡарыусыларҙың − өзләүселәрҙең төбәк-ара конкурсын ойоштороуға һәм үткәреүгә бәйле килеп тыуған. Китапта башҡорт өзләүе, тағы ла музыканы өйрәнеү йәһәтенән анализ, уның төрҙәре, уны өйрәнеү ысулы һәм стилдәре, ҡумыҙға һәм башҡа музыка ҡоралдарына ҡушып өзләүҙе өйрәнеү үҙенсәлектәре тураһындағы мәғлүмәттәр, өйрәнергә теләүселәргә төрлө күнекмәләр, тәҡдимдәр бирелгән. Нотаға һалынған материалдар ҙа уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы. Ә китапҡа ҡушымта итеп эшләнгән компакт-дискының әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ.
Р. ЙӘНСУРИНА.