17.01.2012 Афарин, әлшәйҙәр!
йәки Республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең районда үткән ҡышҡы олимпиадаһынан бер көн
Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә булырға насип булды, әммә ни сәбәптәндер Әлшәй яҡтарына аяҡ баҫҡан юҡ ине. Һәм уҙған йомала ул яҡты ла байҡарға форсат тейҙе. Дөрөҫөрәге, Әлшәй районы хакимиәте етәкселеге, ҡунаҡсыллығын иҫбатлап, Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған спорт байрамы ойоштороп, республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен үҙенә йыйҙы.
ҡәләм-микрофондарҙы ситкә һалып, ваҡытлыса спортсыларға әүерелеп, беҙ, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Әлшәй халҡына үҙебеҙҙең һәр яҡлап асылыбыҙҙы күрһәтергә тип юлландыҡ. Нисек ҡаршы алғандарына туҡталып тормайыҡ. Бик шәп! Ҙур ҡунаҡтар булып, тамаҡты елле итеп ялғап алғас, спорт залына киттек.
Уҡытыусылар, уҡыусылар ябай халыҡ менән берлектә беҙҙе Олимпия чемпиондарын тәбрикләгәндәй йылы ҡаршыланы. Дөйөм теҙелештә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы Закуан Әхмәтов, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов һәм БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков спортсыларҙы тәбрикләгәндән һуң, берәүҙәр хоккей формаһы элеп, икенселәребеҙ волейболсы, тенниссы, шорт-трексы, шашкасы булып, ярыштар уҙасаҡ урындарға таралыштыҡ. Республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре лә ситтә ҡалмай, беҙҙең ыңғайға көс һынашырға булды. Нисәмә йылдан һуң, күптәребеҙҙең коньки кейергә батырлығы етмәүенә күрә, БЮТ журналистары был йәһәттән өлгөр булып сыҡты. Улар күптән үҙ хоккей командаһын булдырып, йыш ҡына төрлө сараларҙа ҡатнашып тора. Шуға күрә улар урындағы команда менән көс һынашты. Район хоккейсылары, уны-быны ҡарап тормай, «дүртенсе власть» әһелдәрен 11:0 иҫәбенә отто. Нисауа, башҡа ярыштар бар әле тип, беҙ еңде һыҙғандыҡ. Волейбол башланды. Беренсе булып район хакимиәте волейбол командаһы
менән журналдар хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән йыйылма команда сыҡты. Бында ла мәрхәмәтлек күрһәтмәнеләр, пыран-заран килтереп ташланылар. Гәзит хеҙмәткәрҙәре командаһы әҙерәк ҡаршылыҡ күрһәтеп маташты, әммә Башҡортостан ауыл командалары араһында дүрт тапҡыр чемпион булған әлшәйҙәр мах бирмәй, беҙҙе был юлы ла еңде. Беренсе урын уларҙа ҡалһа, икенсе-өсөнсө урындарҙы беҙ үҙ-ара бүлештек. Өҫтәл теннисында «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев барыбыҙ өсөн дә үс алып ҡалырға тырышты. Әммә уны ла финалда еңделәр. Дартс буйынса, еңеүсе булмаһаҡ та, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе
Илдар Аҡъюлов менән икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлештем. Миҙал муйында, диплом кеҫәлә, тигәндәй, өйгә тыныс күңел менән ҡайтасағыма ғорур инем. Шулай, төрлө бәйгеләрҙә дәртләнеп көс һынаша торғас, көндөң уҙғанын да һиҙмәй ҡалдыҡ. Тән йомшарҙы, күңелдә сәм ҡоторҙо, әммә ҡайтырға ла ваҡыт еткәйне шул. Юҡ шул, йәһәт кенә хушлашмаҫҡа булды әлшәйҙәр. Улар боҙ майҙансығында ҙур концерт ойоштороп, матбуғат хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлап, иҫкесә Яңы йыл байрамын фейерверк менән ҡаршы алды. Эй, афарин һеҙгә, әлшәйҙәр! Бар йәһәттән дә ҙур спорт сараһын урынына еткергәнсе ойоштороп, иҫ киткес итеп күңелебеҙҙе күрҙегеҙ. Хатта район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин, сараны йолаға әүерелдереп, йыл да үҙҙәрендә ҡышҡы район олимпиадаһы исеме аҫтында уҙғарырға тигән ниәт менән сыҡты. Ә инде уның урынбаҫары Закуан Зөфәр улы Әхмәтов тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Бөтә ойоштороу яуаплылығы уның өҫтөндә ине. Һәм ул уны плюс «бишле»гә үтәне. Ғөмүмән, бар Әлшәй халҡы беҙҙе һоҡландырҙы. Йыр-моң менән ҡаршы алып, йыр-моң менән оҙаттылар. Рәхмәт, әлшәйҙәр! Киләһе осрашҡанға тиклем!
Нур ҡӘҘЕРБАЕВ.
Владимир КАРАБАНОВ фотолары.