RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ағиҙел» – «йыл журналы»!

17.01.2012 «Ағиҙел» – «йыл журналы»!

Төркиәлә Евразия Яҙыусылар союзы 2011 йыл аҙағында, халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләгән барлыҡ сараларға йомғаҡ яһап, йыл яҙыусыһын, йыл журналын, йыл тәржемәселәрен, йыл телеканалын билдәләне.
Әзербайжан Яҙыусылар союзы рәйесе Анарҙы төрки донъяла «Йыл кешеһе» тип иғлан итергә Төньяҡ Кипрҙың Лефкос ҡалаһында үткән IV Төрки донъяһы әҙәбиәт журналдары конгресында ҡарар ителгәйне. Анар, шулай итеп, Төрки донъяһында «Йыл кешеһе» тип танылды.
Төрки телдәр араһында иң яҡшы шиғыр тәржемәләре премияһы ҡаҙағстанда нәшер ителгән «Донъя әҙәбиәте» журналында төрөк әҙәбиәтенән тәржемәләре өсөн ҡаҙаҡ шағиры Бауыржан Жаныпҡа биреләсәк.
Әзербайжан яҙыусыһы Эльчиндың «Яҡшы төштәр» хикәйәләр китабын төрөк теленә ауҙарғаны һәм башҡа тәржемәләре өсөн төрөк яҙыусыһы Имдат Авшар шундай уҡ бүләккә лайыҡ тип табылған.
Татар яҙыусыһы Аяз Ғиләжевтың «Өс аршын ер» романын төрөк теленә тәржемә иткән Фәтих ҡотло ла премия лауреаты тип билдәләнгән.
Хакасиянан Тимур Дәүләтовтың фәнни тәржемәләре иң яҡшыһы тип табылған. Профессор, доктор Рамиз Аскериҙың тәржемәләре лә − ошо мәртәбәле премия лауреаты. Төркиәләге «Ауаз» телеканалы − ошо бүләк эйәһе.
Һәр һанында дуҫлыҡты, әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыуға арнап әҫәрҙәр баҫтырған, ҡәрҙәш яҙыу­сыларҙың ижады менән таныштыра барған, үҙе лә тәржемә ителәсәк әҫәрҙәрҙе һайлап алыу критерийына әйләнгән «Ағиҙел» журналының төрки донъяһында «Йыл журналы» тип билдәләнеүе − төрки донъяһы журналдары вәкилдәре саҡырылған йыйылыштарҙа ҡатнашыу ғына түгел, йыл әйләнәһенә алып барылған эште күреү, баһалау, тип тә аңларға кәрәк.
Ошондай мәртәбәле премияға лайыҡлылар араһында беҙҙең баҫмабыҙҙың да аталыуы айырыу­са һөйөнөслө, көтөлмәгән шатлыҡ булды!
Премия быйыл ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үтәсәк V Төрки донъяһы әҙәбиәт журналдары конгресында тапшырыласаҡ.

Гөлназ ҡОТОЕВА,
«Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”