17.01.2012 Учалы егете
Беҙҙең уҡыу төркөмөндә 27 студент ине. Шуларҙың етәүһе Учалы районынан: Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Нәжиә Нафиҡова, Рәшиҙә Солтанова, Фәрит Усманов, Урал Хисамов, Рәүеф Шаһиев, Мәүлиҙә Йосопова. Бында, әлбиттә, филология факультеты деканы урынбаҫары, Учалы районының ҡобағош ауылы егете Марат Минһажетдиновтың да ҡыҫылышы булмай ҡалмағандыр. Әммә насар уҡыманы учалылар: дәрес ҡалдырманылар, тәртип боҙоп йөрөмәнеләр, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Хәйер, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында 1964 − 1969 йылдарҙа белем алған башҡорт-рус төркөмө үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел ине. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты, факультет, университет күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа юл башлап йөрөнө, хеҙмәт семестрҙарына бармай ҡалманы, хатта Мостай Кәримдең "ҡыҙ урлау” комедияһы менән республиканың көньяҡ райондарын урап сыҡты.
Йылдар үткәс, төркөм студенттарынан Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Рәсәй һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлийән ҡаһарманов – филология фәндәре докторы, Рәүеф Шаһиев менән Ризван Хажиев филология фәндәре кандидаттары булып китте. Йәнә төркөм комсоргы Рәшиҙә Солтанова менән ошо юлдарҙың авторы Башҡортостан парламентына депутат итеп һайланды. Рәшиҙә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе лә булды.
Тик алты һабаҡташыбыҙҙың арабыҙҙан иртәрәк китеүе генә эсте бошороп ҡуя.
Әле минең алда төркөмдөң фотоһы ята. 1967 йылдың 15 апрелендә IV курста уҡығанда педпрактикаға китер алдынан төшкәйнек. Уртала ҡулдарын ябай ғына йоҡа пальто кеҫәһенә тыҡҡан, сөм ҡара сәстәрен артҡа тараған һәм уйсан күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа төбәп Рәүеф Шаһиев баҫҡан. Уға 21 генә йәш. Тормош юлы саҡ башланып тора. Шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла алда әле.
Университетты тамамлағас, ул тыуған яҡтарына ҡайта, балалар уҡыта. Бер нисә йылдан һуң йәш белгесте Яңы Байрамғол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шәғәр, Миндәк һәм Яйыҡ йылғалары араһында ятҡан ауыл мәктәбе иҫке генә бер нисә бинаны төйәк иткән, балалар ике сменала уҡый. Рәүеф күп уйлап тормай, уға ғына хас ныҡышмалылыҡ менән яңы мәктәп һалдырыуҙы юлларға керешә, район хужалары тупһаларын тапай һәм үҙ һүҙен һүҙ итмәй туҡтамай.
Яңы уҡыу йылы алдынан, ниһайәт, 192 урынлыҡ яңы типовой мәктәп ишектәрен аса. Директорҙың тырышлығын, әүҙемлеген күреп, ауыл советына депутат, артабан Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Бында ла үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтергә өлгөрә Рәүеф: районда беренселәр рәтендә уҡыусы-малсылар, уҡыусы-игенселәр бригадаларын ойоштора, Һөйәрғол, ҡәйепҡол, Муса башланғыс мәктәптәрен, балалар баҡсаларын, клубтарҙы төҙөкләндертә, яңы юлдар һалдыра, ҡоҙоҡ ҡаҙҙырта, зыяраттарҙы кәртәләтә, инде онотола башлаған боронғо байрамдарҙы яңырта.
1996 йылда уның тынғыһыҙ тормошонда тағы ла үҙгәреш: көтмәгәндә районда сыға башлаған "Өлкәр" әҙәби һәм фәнни-популяр журналына баш мөхәррир итеп ҡуялар. Ана шунда Рәүеф Шаһиевтың тағы ла бер һәләте асыла. Ул әҙәби тәнҡит донъяһына сума, профессор Роберт Байымов етәкселегендә ситтән тороп аспирантура тамамлай һәм "Бөгөнгө башҡорт прозаһында герой концепцияһы" тигән темаға филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.
Әле студент йылдарында уҡ Рәүеф республика матбуғатында йыш ҡына сығыш яһай торғайны. Уҡытыусылыҡ эшенә тотоноп киткәс, был ғәҙәтен ташлағайны һәм бына йәнә яҙыша башлай. Ябай, өйрәнсек мәҡәләләр түгел хәҙер уның яҙғандары, ә төплөрәк, тосораҡ, ҙурыраҡ проблемаларға тотона, әҙәби тәнҡит менән киңерәк шөғөлләнә. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, 2002 йылда "Бер тамсы бальзам" һәм "Зөлҡәрнәйҙең изге аманаты" әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре өсөн Рәүеф Шаһиев "Ағиҙел" журналының йыллыҡ премияһы лауреаты исемен яулай.
Ғалимдың тормош юлының байтаҡ йылдары педагогика менән бәйләнгәнлектән, ғилми ижады ла өс йүнәлештә алып барыла: педагог-тикшеренеүсе, педагог-практик, педагог-журналист. Ул ижади эшләүсе педагог та, педагог хеҙмәтен таратыусы пропагандист та, матбуғат аша данлаусы, уға иғтибар йәлеп итеүсе лә һәм үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә ана шул педагогик тәжрибәһенә таянып эш итә лә белә.
Тик һуңғы йылдарҙа ғына Рәүеф Шаһиевтың "Учалым − алтын бишегем", "Күңел көҙгөһө”, "Сила художественности", "Белем баҫҡыстары буйлап", "Райондың йәшел ҡалҡаны" тигән китаптары, рус һәм башҡорт телдәрендә байтаҡ очерк, һүрәтләмә, рецензия, ғилми мәҡәләһе донъя күрҙе. "Башҡорт прозаһында герой орбитаһы", "Балаларға бирелгән йөрәк", "Халыҡ ынйылары", "Бәләкәй Ватаныбыҙ легендалары" (авторҙаш), "Марат Минһажетдиновтың әҙәби мираҫы" − шуларҙың бер нисәһе генә.
Рәүеф Вәли улы бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте ғилемендә яңы исем түгел. Әгәр студент йылдарында әҙәби тәнҡиткә ҡағылышлы ябай мәҡәләләр, рецензиялар, күҙәтеүҙәр менән генә сығыш яһаһа, хәҙер ул тормош баҫҡыстарын үткән һәм башҡорт әҙәбиәте тураһында тос һәм етди фекер йөрөткән, ярайһы уҡ тәжрибә туплаған үҙенсәлекле тәнҡитсе. Курсташыбыҙ бөгөн дә ижад юлында, бөгөн дә гүзәл тәбиғәт ҡосағында ятҡан Учалыһынан көс һәм илһам алып, уның уңған кешеләренә маҡтау йырлап, башҡорт әҙәбиәтенә осҡор һәм төплө байҡау яһап мәҡәләләр яҙа. Әле ул ең һыҙғанып "Бөгөнгө башҡорт прозаһында шәхес концепцияһы һәм уны мәктәптә уҡытыу методикаһы" тигән докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Шигем юҡ, Рәүеф уныһын да еңеп сығыр. Сөнки Учалы егете бит ул.
Ризван ХАЖИЕВ.