RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Дүртенсе власть» замандан бер аҙымға алдараҡ атларға тейеш

13.01.2012 «Дүртенсе власть» замандан бер аҙымға алдараҡ атларға тейеш

«Дүртенсе власть» замандан бер аҙымға алдараҡ атларға тейеш
Элек-электән матбуғат һүҙенә ҡараш айырылып торҙо. Уға ышаналар, авторҙарҙың фекеренә ҡолаҡ һалалар, журналистарҙың хеҙмәтен ихтирам итәләр. Матбуғат һәр ваҡыт йәмғиәттең кәйефенә йоғонто яһауҙың нескә механизмы булды һәм шулай булып ҡала ла. Беҙҙең матбуғат халыҡтың тормошо, донъя­ла, илдә һәм республикалағы ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт биреп, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәй.
Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев, «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Эльза Хорева ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды, ҡайһы бер проблемаларға асыҡлыҡ индерелде.
Борис Николаевич журналистар­ҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, эшебеҙҙә уңыштар теләне. «Һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, артабан да берҙәм ижади команда булып эшләргә яҙһын», − тине министр. Ул хәҙер журналистарҙың яңы йүнәлешкә күсеүен билдәләне. «Быға тиклем профессионализмды лояллек алмаштырып килде. Ә беҙгә тормошҡа реаль һәм дөрөҫ ҡараш кәрәк. Бының өсөн иң тәүҙә һәр журналистың үҙендә эске үҙгәреш булырға тейеш. Бөгөн бер кемгә лә кәртә ҡуйылмай. Яуапһыҙ һорауҙар, аңлашылмаған мәсьәләләр ҡалырға тейеш түгел. Һуңғы һайлауҙар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең власть менән асыҡтан-асыҡ эшләргә һәләтле булыуын раҫланы», − тине.
Артур Хәсән улы Башҡортостан Журналистар союзының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Союз төрлө мәғлүмәт сараларында эшләүсе 1400 журналисты (шуларҙың биш йөҙө хаҡлы ялда) берләштерә. Быйыл ойошманың 55 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Сараға әле үк етди әҙерлек башланған. «Һәр журналистың хоҡуғын күҙәтергә, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Бер кемде лә ҡыйырһытыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ», − тине Артур Дәүләтбәков.
Сер түгел, интернет тормошобоҙға нығыраҡ үтеп ингән һайын баҫмаларҙың тиражы кәмей. «2011 йылда матбуғат сараларының тиражы аҙайыу сәбәпле, гәзит-журналдарҙың килеме лә түбәнәйҙе, әммә был айырма реклама килеме менән ҡапланды», – тине Борис Николаевич.
Тикшереүҙән күренеүенсә, бөгөн Рәсәй халҡының тик 52 проценты гәзит-журналдарҙы интернет баҫмаларынан өҫтөн күрә (ә Көнбайыш илдәрендә был һан 68 процент тәшкил итә). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, электрон баҫмалар гәзит-журналдар менән ярыша алмай. Сөнки матбуғат саралары «сүп-сар»ҙан азат, унда иң әһәмиәтле һәм мөһим мәғлүмәт урын ала. Эльза Хорева ошо мәсьәләгә айырым туҡталды. «ҡағыҙ һәм электрон киң мәғлүмәт сараһы үҙ-ара килешеп йәшәргә бурыслы. Ошо ике ара конфликтҡа түгел, ә мультимедиаға юл асырға тейеш. Беҙҙең гәзиткә килгәндә, мин ҡайҙа баҫма, ә ҡайҙа электрон версия булғанын асыҡ әйтә лә алмайым. Улар бер-береһенә ныҡ бәйләнгән», – тине ул.
Республиканың иң эре мәғлүмәт каналы һаналған «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев электрон баҫмалар­ҙың матбуғат сараларына дәғүәсе түгел, ә партнер һәм ярҙамсы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Гәзит һәм журналдар – минең иң яратҡан форматым. Уларҙан бөтөнләй икенсе төрлө энергетика килә», − тине ул.
Электрон баҫма һәм ҡағыҙ гәзит-журналдар араһында алтын урталыҡ табып, ике яҡ өсөн дә отошло вариант табылыр тип ышанғы килә. Кино барлыҡҡа килеү менән театр сәнғәте һүнмәне бит.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”