10.01.2012 Ҡайҙа ла үҙ кеше
Бөрйән ҡыҙы Көнһылыу Хәтмуллина өсөн химия – йәшәү рәүеше
Нимә ул химия, тигән һорауға күптәр, тәбиғәт фәненең иң мөһим өлкәләренең береһе, тип яуап ҡайтарасаҡ. Биология, физика һәм математика фәндәрен берләштергән үҙәк фән өлкәһендә йөҙөп йөрөп эшләгән, улай ғына түгел, ижад иткән яҡташыбыҙ Көнһылыу Хәтмуллина өсөн иһә химия – йәшәү рәүеше лә. Байтаҡтан бирле ошо йәш кенә химия фәндәре кандидаты Рәсәй Фәндәр академияһының Химик физика проблемалары институтында «Литий-ион аккумуляторҙар өсөн полимер электролиттар һәм катод материалдар уйлап табыу» тигән тема өҫтөндә уңышлы эшләй. Көҙөн Германияла (!) уның полимер электролиттар буйынса ғилми китабы донъя күрҙе – атаһының илле йәшлек юбилейына шул иң оло бүләк булғандыр ҙа әле.
– Төшөнгән кеше өсөн был – бик ҡыҙыҡлы тема, тик Рәсәйҙә уның өҫтөндә эшләүсе ғалимдар аҙ, – тип таныштырҙы үҙ эше менән Көнһылыу. – Ә Европала тикшеренеүҙәр лаборатория сиктәрен уҙып, күптән киң сәнәғәт масштабында алып барыла. Беҙҙең төркөмдә – иң йәш хеҙмәткәр. Әммә был эштә еңеллекте, минең яҡтан ниндәйҙер илке-һалҡылыҡты, өлкәндәрҙең яҡлауын аңлатмай. Киреһенсә, яуаплылыҡты нығыраҡ тояһың, сөнки һинең зирәклегеңә, белемеңә, көсөңә ышаналар һәм ошо ышанысты аҡлар өсөн бар энергияңды, тырышлығыңды һалырға кәрәк.
Ғөмүмән, ғалим булыр өсөн айырым бер холоҡ кәрәктер, тип уйлайым. Тәбиғәт биргән һәләтең, аҡылың, махсус белемең өҫтөнә ныҡыш, соҡсоноусан, түҙем, баҫылып эшләүсән булһаң, уңыш көттөрмәй, тип уйлайым. Мәҫәлән, химик реакция башланһа, тәүлектәр әйләнәһенә шуны күҙәтеп, лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһен яҙып ултыраһың. Ул саҡта йоҡоно, ашауҙы, ялды онотаһың – һөҙөмтә мөһимерәк! Шунһыҙ бер нисек тә булмай. Әйткәндәй, беҙ полимер электролиттар буйынса системаларыбыҙҙы лабораторияла тикшереп ҡарағас, Санкт-Петербургтағы заводта һынайбыҙ.
Егерме алты йәшлек Көнһылыу яңыраҡ ҡына ике абруйлы грант яулаған: береһе – ҡаҙанда, икенсеһе – Мәскәүҙә. Эше буйынса йыш ҡына сит илдәргә командировкаға йөрөй: Парижға фәнни-ғәмәли конференцияға саҡыралар, Чехияға уңыштары өсөн диплом тапшырырға саҡырыу ебәрәләр, Эстонияла ла фәнни ҡаҙаныштары менән уртаҡлашыуын һорайҙар...
Ә ниндәй өлкәлә Көнһылыуҙың асыштарын файҙаланып була, тип һорарһығыҙ. Һәр йортта батарейкалар бар (фотоаппараттарҙа, сәғәттәрҙә, телевизор пультында һ.б.), ана шуның эсендәге матдәләрҙең үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өҫтөндә эшләй ҙә инде ҡыҙ. Киләсәктә уларҙың батарейкалары электромобилдәрҙә ҡулланыласаҡ. Форсаттан файҙаланып, Көнһылыу батарейкаларҙы соҡорға, тишергә, һыуларға, утҡа ташларға ярамағанлығын иҫкәртә – шартлауы ихтимал.
Йәш ғалимә – Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әнисә Хәмит ҡыҙы менән Ғүмәр Кәбир улы Ишмөхәмәтовтарҙың оло балалары. Көнһылыуҙың Морат ҡустыһы армияла, республика иҡтисад лицей-интернатын тамамлаған Гөлйыһан һеңлеһе И. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында уҡый, Арыҫлан менән Йәнгүзәл ауыл мәктәбендә белем ала.
– Уйлап ҡараһаң, ғәжәп инде – мин бер ваҡытта ла химик булырға йыйынманым, бала саҡтан табип булырға хыялландым, әммә яҙмыш үҙе йөрөтә, тигәндәре хаҡтыр, һуҡмағым тейешле юлға үҙе сығарҙы, һәм бөгөн үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Көнһылыу.
Ул Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатын миҙалға тамамлағас, документтарын биш юғары уҡыу йортона тапшыра, өсөһөнән саҡырыу ҡағыҙы килә. Уйлап-уйлап, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын һайлай. Шунда химия фәненә өр-яңынан ғашиҡ була. Юҡҡа ғына тырыш студентка ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ булмағандыр – башкөлләй белем туплауға сумһа ла, уҡыу йортоноң мәҙәни, спорт сараларында ла ҡатнашырға ваҡыт таба. Хоҙай бирһә бирә бит ул – Көнһылыуға гүзәллекте лә, аҡылды ла, һәләтте лә йәлләмәгән. Шуға ла ул ҡайҙа ла үҙ кеше, ҡайҙа ла уйындар, конкурстар, ярыштар уртаһында ҡайнай. Баш ҡалала «Мәскәү башҡорттары» ойошмаһы уҙғарған бөтә сараларҙа ла ихлас ҡатнашҡан, һөйгәне, ата-әсәһе, туғандары өсөн өҙөлөп торған Көнһылыу Хәтмуллина, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йыш ҡабатларға ярата. Шуға ла уның ҡул ҡаушырып ултырыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә алға ынтылғандар иртәме-һуңмы бар үрҙәрҙе лә яулай.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.