27.12.2011 Күңел ҡайҙа булһа ла, Еребеҙҙе онотмайыҡ
Быйыл Рәсәйҙә Космонавтика йылы. Уҙған ғүмер аҡҡан һыу ише инде, беренсе космонавт Юрий Алексеевич Гагариндың йыһанға осоуына 50 йыл да булып киткән икән дә баһа. Әләйгәс, ағымдағы йылды ошо бөйөк датаға бағышламай хәлебеҙ юҡ. Тик әтнәкә шунда, күп нәмәне заманға яраҡлаштырып ебәргәнбеҙ, ысынбарлыҡты − фараздан, тарихты хәҙерге йәшәйештән айырырмын тимә. Һүҙемде сағыштырыуға ҡороп, ситләтеберәк башламаҡсымын. Ят тарафтарҙа йөрөгәнемдә, тыуған республикамды, үҙемде танытырға теләп, Салауат Юлаев тураһында һүҙ башлағайным, шунда уҡ элеп тә алдылар: “Һеҙҙең хаҡта белмәгән ҡайҙа, бынамын тигән хоккей клубы бит ул “Салауат Юлаев”! – тип ебәрҙе әңгәмәселәрем. Ә бына милли геройыбыҙ хаҡында бер кем дә аныҡ ҡына һүҙ ялғай алманы, үкенескә күрә, хәбәрҙар түгелдәр ине шул. Салауат Юлаев исемендәге хоккей клубы бар, шул исемдәге тәмәкене ләззәтләнеп борҡотабыҙ, ҡуй инде, әйтһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ, тигәндәй, уйҙарҙан уйылып китерлек. Фекеремде дауам итеп, шуны өҫтәмәксемен: бөгөн килеп йыһан батырының абруйлы атын әлеге лә баяғы хоккей мөхитенә ялғап та ҡуйҙылар. Ниндәй изге маҡсаттан сығып атҡарылғандыр инде был эш, бер Хоҙай белә. Рәсәй клубтары Гагарин кубогы өсөн миҙгел барышында йәнтәслимгә, үҙҙәрен-үҙҙәре аямай алыша, стадиондар шау-гөр килеп тора. Көйәрмәндәрҙең, исмаһам, береһе Гагарин хаҡында тәрәндән беләме икән? Ай-һай, ышанғы килмәй. Сөнки уларға тәғәйен шәхес түгел, шау-шыу, тамаша кәрәк. Ваҡыт үтеү менән миңрәү, мәғлүмәтһеҙ йәштәребеҙ, Юрий Гагарин билдәле хоккейсы булған, тип хәбәр һалһа, бер ҙә генә лә аптырайһы түгел. Әүәле ҡанлы гладиаторҙар алышы ҙур майҙандарҙы шаулатҡан, уға алмашҡа коррида килгән. Заман башҡа − заң башҡа, тигәндәй, бөгөн футбол, хоккей тип күҙҙәребеҙ тона (футбол, тигәс, иҫкә төштө, шул уйынға мөкиббән китеп, әҙәбиәт донъяһынан айырылған итальяндарҙың 70 проценты әлеге мәлдә бөтөнләй китап уҡымай икән!) Юрий Гагаринға ҡағылышлы урынлы тәҡдимем дә бар, ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарғансы, әгәр йыһанды өйрәнеүселәр өсөн “Юрий Гагарин” миҙалы булдырһалар, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев яңыраҡ ошо өлкәлә фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүселәр өсөн юғары премия булдырып, изге эш эшләне. Йыһан батыры бындай юғарылыҡтарға күптән лайыҡ, уның йәшәүе, ынтылыштары, ҡылған эштәре өйрәнелергә, хаҡлы баһаланырға тейеш. Колумб Америка континентын асһа, Гагарин ябай ер кешеһе булараҡ йондоҙҙарға осоп бар ғаләмде хайран итте түгелме?
Космонавтика көнө етһә, гел генә бала саҡ йылдарына әйләнеп ҡайтам, шул көндәге кисерештәремде яңыртһам, күңелем, зиһенем яҡтырып китә.
1961 йылдың 12 апреле. Яҙғы сыуаҡ көн. Тау битләүҙәренән йырлап гөрләүектәр аға. Бәләкәй биҙрәләр көйәнтәләп һыуға киттем (беҙҙең ауылда һыу ташыу − ир-ат шөғөлө). Инеш янында күрше малайҙар һалды иҫ китмәле яңылыҡты − йыһанда беҙҙең совет кешеһе! Мин, биҙрәләрҙе ян-яҡҡа атып бәреп, көйәнтәне юғарыға сөйөп ебәрҙем. ҡосаҡлашып бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ, оло еңеү яулаған кешеләрҙәй “ура” ҡысҡырҙыҡ, ошо мәлдә асманды гиҙеп йөрөгән ҡаһарманды күрергә теләп, оҙаҡ ҡына зәңгәр күккә төбәлеп торҙоҡ. Шунан ҡайтып, һөйөнсө хәбәрҙе өй беренсә еткерергә урам буйлап йүгерҙек. Әммә һуңланыҡ, тотош ауыл халҡы шул хаҡта ғына һөйләй. Дөйөм ҡыуаныс, дөйөм шатлыҡ, һәммәһе өҫтәмә яңылыҡ ишетергә теләп, ҡалпаҡлы радиоалғысҡа текәлгән. Ул ваҡытта ҡайҙа инде телевизор! Байрам һымаҡ ҡабул ителгән яңылыҡ ике көн дауам итте, бөтә урында күтәренкелек, һәр ерҙә тантана. Иртәгәһен кис, белдереү яһап, саҡырыусы булмаһа ла, ауыл халҡы дәррәү ағылып клубҡа тулды. Аяҡ баҫыр урын юҡ. Беҙ, малайҙар, ҡыҫылып инеп, мейес янына һырынып иҙәнгә ултырғанбыҙ, шуныһына ла ризабыҙ. Бөтә яңылыҡтарҙы белгән, ауылда иң күп гәзит яҙҙырған мәктәп директоры Ғүмәр ағай, трибуна артына баҫып, ауылдаштарҙы тағы ла бер тапҡыр йыһан батыры менән таныштырҙы, йыйылыусыларға гәзиттең беренсе битендәге һөйкөмлө кешенең һүрәтен күрһәтте (ул саҡта почта бик һәйбәт эшләй ине, бөгөнгө ише түгел, үҙәк, республика баҫмалары тиҙ арала төпкөл ауылдарға килеп етә). Сығыш яһаусы, Гагариндың осоу мәлендә күргән әкәмәттәре тураһында һөйләп тағы ла бер тапҡыр аптыратты (Еребеҙҙең иллюминаторҙан зәңгәр булып күренеүе, кабинала үҙенең дә, блокнот, ҡәләменең дә осоп йөрөүе). Тылсым эргәһенә тылсым, ғибрәт өҫтөнә ғибрәт инде, беҙ асҡан ауыҙҙарҙы йоморға онотоп тыңлайбыҙ. Ә бит, уйлап ҡараһаң, осоу 108 минут дауам итеп, Гагарин Ер тирәләй тик бер тапҡыр ғына әйләнеп сыҡҡан. Ләкин хикмәт ундамы инде, ул беренсе ине бит, беҙ – Советтар Союзы бар донъя илдәренән алда инек. Эш бына нимәлә!
Шунан икенсе булып Герман Титов осто, ары беренсе ҡатын-ҡыҙ йыһангир − Валентина Терешкова. Леонов иһә асыҡ космосҡа сығып әйләнде (шул хаҡта ишеткәс, хафаланып та ҡуйҙыҡ, бәхеткә күрә, бөтәһе лә һәйбәт тамамланған, юғиһә, уның Ергә осоп төшөүе лә ихтимал ине бит). Эй, ғәмһеҙ, шауҡымлы, вайымһыҙ, бер ҡатлы бала саҡ! Шул мөғжизәләрҙе беҙгә, беҙҙең быуын кешеләренә космонавтика быуаты − 60-cы йылдар бүләк итте, ҡыуаныстарҙың сәбәпсеһе донъялағы иң көслө, иң ҡеүәтле дәүләт – Советтар Союзы ине.
Хәҙер космонавтика ғәҙәти, юҡ, ғәҙәти генә түгел, көндәлек күренешкә әүерелде. Бөгөн йыһанда айҙар, йылдар буйы осоп йөрөһәләр ҙә, бер кемдең дә иҫе китмәй, ғәме юҡ, йыһангирҙарҙың исем-шәрифтәре лә хәтерҙә ҡалмай, тиҙ онотола, ҡылған батырлыҡтары ла шаҡ ҡатырмай шыпа. Хатта үткән йыл шул осоусыларҙың берәүһе, ҡаһарманлығын танымағас, судлашып, Герой исемен таптырып та йөрөнө, һоранһа-һоранды, теләнселәнһә-теләнселәнде, даулағанын алды бит тәки!
ҡабатлап әйтәм, быйылғы йыл − Космонавтика йылы. ‡ткәндәрҙе барлап, киләсәккә ҡараш ташлап алыу изге һәм фарыз эш. Йәнә, улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй, йыһан менән еребеҙ хәстәрен тоташтырмаҡсымын, бәйләмәксемен, улар бергә ҡушылғанда ғына мәғәнәле бөтөнлөк хасил итәләр бит.
Ошо ерҙә ҡабаттан теге, сыуаҡ, көнгә әйләнеп ҡайтам. Гагариндың йыһанға осоуын һөйөнсөләйем тип, тимерлеккә йүгерҙем. Унда яратҡан, ихтирам иткән ағайым Имаметдин эшләй. Барыуыма ул һабанын көйләп маташа ине. Минең яр һалған яңылыҡҡа артыҡ иғтибар ҙа итмәне, эшен дауам итте. “Бынау шатлыҡлы көндә нишләп ваҡ-төйәк менән шөғөлләнәһең?”− тинем, аптырағас. Уның әйткәне әле лә хәтерҙә: “Гагарин осор ҙа ҡайтыр. ҡайтҡас, асығып, икмәк ашағыһы киләсәк. Уның ғына түгел, һәммәбеҙҙең дә йәшәүе әпәкәйгә бәйле. Шуның өсөн, күккә баҡһаҡ та, аяҡтарыбыҙ ерҙә баҫып торһон, беҙ бит ер кешеләре!” Ябай тракторсы шулай итеп аҡыл эйәһе әйтер хәбәрҙе һалды. Уның йөкмәткеһен бөтә тәрәнлегендә тик әле генә төшөндөм.
Эйе, интернет осоронда йәшәйбеҙ, ябай ғына ҡул хәрәкәте ярҙамында Ер шары кимәлендәге мәғлүмәт даирәһенә барып инәбеҙ, баш особоҙҙа бихисап йыһан карабы осоп-әйләнеп йөрөй, аңлы кешене көндән-көн мәрхәмәтһеҙ тимер робот алмаштыра, ҡыҫырыҡлай. Ләкин нишләптер күңелдә мөғжизә балҡышы тойолмай, асыштар, яңылыҡтар илерткес ҡыуаныс килтермәй.
ҡараштарыбыҙ күктә булһа ла, беҙҙе туйҙырған, әҙәм итеп тотоп торған, ашатҡан-кейендергән, йылытҡан, һаҡлаған ғәзиз еребеҙҙе онотмаһаҡ ине. Ә ул, үкенескә күрә, ташландыҡ хәлдә, йәшерен-батырын түгел, уның тураһында хәстәрлек күргән, ҡайғыртҡан кеше юҡ. Тотоп икмәккә яғырлыҡ ҡара тупраҡлы баҫыуҙарҙы сәүел япҡан, йә улар билсән мамығын осора… Киләсәктә беҙҙе кем туйындырыр, йәмәғәт, бына шул хаҡта борсолам. Киләһе йылдарҙың береһен Ер йылы тип иғлан итһәләр, ҡайһылай шәп булыр ине. Күктә осоп йөрөү һәйбәт шөғөл, әммә еребеҙгә эйелеп әсе тир ағыҙырға, хәләл көс түгергә лә кәрәктер. Баҙар мөнәсәбәттәренә күнеп, һәммәһен һатып, аҡса хисапларға әүәҫләнеп алдыҡ. Инде һуңғы байлығыбыҙ − еребеҙҙе һатайыҡмы? Ата-бабаларыбыҙ шул ер тип быуаттар арауығында ҡан ҡоймағанмы ла, баш һалмағанмы? Аяҡ аҫтындағы еребеҙгә хужалығыбыҙ бөтһә, һуңғы сиктә беҙҙе кем тип атарҙар, кемгә хәжәтебеҙ ҡалыр? Шул хаҡта һеҙ нимә уйлайһығыҙ, ағай-эне?
Хәйҙәр ТАПАҡОВ.