RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ниндәй йылда йәшәнек?

27.12.2011 Ниндәй йылда йәшәнек?

Быйылғы 2011 йылды төрлө сығанаҡтар төрлөсә – ҡуян, Кролик, Бесәй йылы тип атаны. Бер баҫма ла аныҡ ҡына әйтә алманы. ҡытай календары буйынса – Бесәй, япондар­ҙыҡынса – Кролик, ә беҙҙең мөсәл иҫәбендә ҡуян йылы тип һанала. Һынамыштарҙа был йыл тураһында «Барыс йылы – байлыҡ, һыйыр йылы – туҡлыҡ, ҡуй йылы – ҡытлыҡ, ҡуян йылы – йотлоҡ», «Сысҡан йылы туҡлыҡ, ҡуян йылы йотлоҡ булыр» тип әйтелһә лә, йыл, Аллаға шөкөр, бик һәйбәт килде.
Кроссмейкер (кроссвордтар төҙөүсе) булараҡ, ҡуян менән кролик араһында ниндәй айырма бар икәнен асыҡларға булдым. Кроликты беҙ йорт ҡуяны булараҡ беләбеҙ. Улар араһында айырма бөтөнләй юҡ кеүек. Мәҫәлән, бүре менән эт, ҡабан менән сусҡа үҙ-ара аралашып, уртаҡ нәҫел таба ала. Хатта ат менән ишәктән булған ҡатнаш тоҡом бар. Уны беҙҙә ҡасыр тиҙәр. Рустар айғыр менән ишәктән тыуғанын лошак (лошадь+ишак), ата ишәк менән бейәнән тыуғанын мул тип йөрөтә. Был уртаҡ тоҡомло хайуандар артабан үҙҙәре нәҫел бирә алмай. «ҡасырҙан ат та, ишәк тә тыумаҫ». Зоопарктарҙа бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған юлбарыҫ менән арыҫландың уртаҡ балалары тыуған осраҡтар бар. Уларға исем дә уйлап сығарғандар. Ата арыҫлан менән инә юлбарыҫтыҡы лигр (лев+тигрица, беҙҙеңсә – аррыҫ), ә ата юлбарыҫ менән инә арыҫландыҡы тиглон йәки тигеон (тигр+львица, беҙҙеңсә – юлбан) тип атала. Әйткәндәй, лигр Өфөнөң Дим биҫтәһендә йөрөгән күсмә зоопаркта бар.
Ә бына ҡуян менән кролик үҙ-ара бик ныҡ оҡшаш бит. Күптәр уларҙы «ҡауыштырып» маташҡан. Был ике йәнлектең гибриды бик отошло буласаҡ: ҡышҡыһын – аҡ, йәй һоро тире алыр инек. Әммә бынан бер нәмә лә барып сыҡмай, имеш. Баҡтиһәң, инә кроликтың йөклөлөгө 29 – 30 көн дауам итһә, инә ҡуяндыҡы егерме көнгә оҙағыраҡ. Кролик балалары шәп-шәрә, һуҡыр булып тыуһа, ҡуяндыҡы бик теремек, үҙ аллы булып донъя­ға килә.
Нисек кенә булмаһын, ҡуян менән кроликтан гибрид тыуғаны әлегә билдәһеҙ. Әммә хәҙерге «малғыуар»ҙар кроликты шиншилла тигән йәнлек менән «ҡауыштыра» алған. Шиншилла Көньяҡ Америкала йәшәй. Уның тиреһе бик затлы, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға бик оҡшай. Был ике йәнлектең гибриды рекс тип атала, төҫө буйынса шиншиллаға оҡшаған. Шунлыҡтан ҡытайҙар уларҙы үрсетеп, шиншилла тиреһе тип, тундар тегеп, Рәсәй халҡын алдай. 1000 процентлы (10 тапҡыр) табыш алалар, ти.
Нисек кенә булмаһын, ҡуян башҡортҡа яҡыныраҡ йәнлек. Йылдың исеме есеменә тап килде, күрәһең. ҡуян үлгән арыҫландың тиреһенә типкеләп, батыр булырға ла маташты.Тик «Бер тинлек ҡуян, ун тинлек зыян», бигерәк тә «ҡуян типһә, теш һындырыр» тигән халыҡ әйтеме дөрөҫкә сыға кеүек.
Илдар ҒӘБИТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”