RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

18.09.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...ҡайгыртты
Шаршамбыла сәғәт 00.45 тирәһендә Өфө районының Боҙаяҙ – Бекетов автоюлының икенсе километрында Mitsubishi машинаһы руле артында барған 1983 йылғы водитель һалдаттар колоннаһы өҫтөнә барып менгән. Һөҙөмтәлә 19 йәшлек Радик Ишдәүләтов менән 20 йәшлек Павел Горин һәләк булған, тағы бер һалдат госпиталгә эләккән. Тикшереү күрһәтеүенсә, руль артында Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре – офицер булған.
Көнө бөткәнгә көн дә үлем, тигәндәре дөрөҫ инде. Тыуған иле алдындағы бурысын үтәргә киткән егеттәребеҙҙең ғәзиз ғүмерҙәренең уйламағанда өҙөлөүе үкенесле.

... Ғәжәпләндерҙе
Һуңғы осорҙа Европала һәм АҡШ-та мосолман диненә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәр­ҙе. Йә ҡөрьәнде яндыралар, йә, мәҫәлән, 14 сентябрҙә Франция Сенаты йәмәғәт урындарында ҡатын-ҡыҙҙарға пәрәнжә кейеүҙе тыйыусы закон проектын хупланы. Тыйыу, әгәр Францияның Конституция судында яҡлау тапһа, алты айҙан һуң үҙ көсөнә инәсәк. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының битен ябып тормаған баш кейеменә был закон проектының ҡағылыу-ҡағылмаясағы билдәһеҙ.
Бындай мөнәсәбәт бөтә илдәр мосолмандарында ҙур ҡәнәғәтһеҙлек уятҡан. Николя Саркози, матур һәм һөйкөмлө мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының йөҙөнә ҡарап, ҡарт беләгенә – көс, йөрәгенә дәрт алмаҡсымы икән?

...һоҡландырҙы
Япония халҡының иң аҡыллы булыуы бар донъяға билдәле. Әммә уларҙың уйлап табыу ҡеүәһе һаман артҡандан-арта бара. Әле ҡағыҙҙан ныҡлы көнкүреш әйберҙәре – мебель, иҙән, колонналар етештерә башлағандар. Был материал экологик яҡтан таҙа ла, арзанға ла төшә, тирә-яҡты бысратмай ҙа – ҡулланғандан һуң уны ҡайтанан эшкәртеүгә оҙаталар.
Япондарҙың һуңғы асышына – картон тәрилкәләр, сынаяҡтар, ризыҡ ашай торған таяҡтарына сит илдән заказдар килә лә башлаған.

...Күңелде ҡырҙы
Химки урманы аша Мәскәү – Санкт-Петербург автотрассаһын төҙөү проекты экологик эҙемтәләрҙе кәметеү, иҡтисади яҡтан йоғонтоло һәм төҙөүселәргә уңайлы булғаны өсөн һайлап алынған. Әммә йәмәғәтселек, атап әйткәндә, мәскәүҙәр­ҙең өстән ике өлөшө һәм Мәскәү өлкәһе халҡы был проектҡа ҡырҡа ҡаршы. Хәҙер был мәсьәләне ҡарауҙы РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарамағына ҡал­дырҙылар.
Депутаттар тәбиғәт байлығын яҡлаған ҡарар ҡабул итерме, әллә иҡтисади отош­то алға ҡуйырмы – билдәһеҙ.











Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”