RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсәлек хисе уянған тауыҡ, нәнәйтехнология...

20.12.2011 Әсәлек хисе уянған тауыҡ, нәнәйтехнология...

Әсәлек хисе уянған тауыҡ, нәнәйтехнология...
Көндәр ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара, сатнама һалҡындар башланды. ҡояш яҡтылығы аҙ тәтегәс, кәйефтәр ҙә шәп түгел, һыуыҡтарҙан, әйтерһең дә, күңел дә өшөй. Юҡ, Яңы йыл алдынан былай йөрөү килешмәҫ! Оптимист булырға, күберәк шаярырға һәм көлөргә кәрәк.
Баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холда “Шаяндар һәм отҡорҙар” клубының финал уйынында булыусылар үҙҙәренә бик оҙаҡҡа етерлек көс-дәрт тупланы. Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. КВН-дың йәштәр­ҙең яратҡан тамашаһына әйләнеүен залда энә төртөрлөк тә урын булмауы асыҡ дәлилләне. ҡыҙҙар һәм егеттәр уйын башланмаҫ элек үк ҡыҙыҡ тамашаға өмөт итеп тулҡынлана ине. Ә көйәрмәндәр командаларының исемен телдәренән төшөрмәне.
Миҙгел башында ун биш команда уйын башлағайны, шуларҙың өсәүһе генә финалға барып етте. 2011 йыл чемпионы исеменә Стәрлетамаҡ физик культура институты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (“3Ко”), Нефтекама ҡалаһының йыйылма командалары дәғүә итте. Шулай уҡ РФ Эске эштәр министрлығы институты егеттәре (“Ацетон”) ҡатнашты.
Командалар бик етди әҙерләнгән. Һәр береһе тамашасыларҙы шаҡ ҡатырырға, көлдөрөргә тырышты. Бик бай фантазиялы, үткер телле уйынсылар залды шаулатты ғына, көлә-көлә һындар ҡатты. Нефтекаманың йыйылма командаһы “Владимир Путин”ды саҡыр­һа, “Ацетон”дар “Арғымаҡ” этнотөркөмөн сәхнәгә сығарҙы. Ә “3Ко” командаһы үҙенсәлекле “Казаки” украин төркөмөн эләкләне. Ә бына Стәрлетамаҡ физик культура институты командаһы сығыш яһаған саҡта сәхнәгә республика Президенты үҙе килеп сыҡмаһынмы?! Ул ялҡынлы сығышынан һуң... сәхнәне дер һелкетеп бейей ҙә башланы. Тамашасылар хатта бер аҙға албырғап та ҡалды. Баҡтиһәң, ул республика етәксеһенә бик оҡшаған кеше икән. Һәм нәҡ “Президент” ярҙамы менән Стәрлетамаҡ физик культура институты командаһы еңеү яуланы ла. Улар Сочи ҡалаһында уҙасаҡ “КиВиН – 2012” фестиваленә барасаҡ. Бөтә ҡатнашыусыларға ла ҡиммәтле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ә иң мөһиме – тамашасылар рәхмәте һәм алҡышы һәр кемдең өлөшөнә мул тейҙе.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”