RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәтем нәфрәт булып йөрәгемде яндыра

10.12.2011 Мөхәббәтем нәфрәт булып йөрәгемде яндыра

Кәңәш тә һорап яҙмайым, тормошҡа ла зарланмайым, бары тик күңелемдәгеһен ҡағыҙ биттәренә төшөрһәм, еңелерәк булып китер, тип кенә өмөтләнәм. Сер һөйләр кешеләрем дә юҡ тиерлек, булғандары ла янымда түгел. Мин шиғыр яҙырға яратам, әммә унда ғына бөтә күңелемде һыйҙырып бөтөп булмаҫ кеүек. Әлегә көндәлек башламағанмын, йәнемде телгеләргә әҙер кешеләрҙең асып уҡыуҙары бар. Шулай ҙа башымда сыуалған уйҙарҙы ҡайҙалыр түгергә кәрәк. Был яҙмамды шул башланмаған көндәлегемдең бер бите тип ҡабул итегеҙ.
Мин уға дүртенсе синыфтарҙа ғашиҡ булғанмындыр. Минән бер нисә класҡа ғына юғары уҡыны ул. Йыш күрешә, бергә уйнай торғайныҡ. Нисәмә йыл уны эстән генә, белдермәй яратып йөрөгәнмендер, әммә C.-ны күргән һайын йөҙөм балҡып киткәнен үҙем дә һиҙә инем. Ошо арала ул бер нисә ҡыҙға ғашиҡ булып өлгөрҙө, улар менән дуҫлашып йөрөнө, һөйөү утында янды. Шул саҡтағы һыҙланыуҙарымды белһәгеҙ, уны үҙҙәренә ғашиҡ итә алған ҡыҙҙарҙы күрә алмай инем. Тик оялсанлығым һүҙ башларға ирек бирмәнеме икән, тын ғына түҙеп йөрөнөм. Бер саҡ уның менән яҡынданыраҡ аралаша башланыҡ, һөйөүемде тойғандыр инде, йыш ҡына ҡыҙҙарын оҙата ла миңә килә торғайны. Һөйөү бөтәһен дә күтәрә, тиҙәр бит, миңә уның менән бергә булған саҡтар ҙур бәхет булып тойола ине, күктең етенсе ҡатында йөҙҙөм. Ә C. ҡайтып киткәс, барыһын уйлайым да, үҙ-үҙемдә уны кире ҡағыр көс таба алмаған өсөн йәнем көйә. Оялмайса бер юлы ике ҡыҙ янына йөрөгән C.-ны күрә алмай башлайым. Тик ул килһә, эргәһендә булғым, бер минутҡа ғына булһа ла ҡосағында ирегем килә. Үҙем уға әсе һүҙҙәр яуҙырам, көләм, мыҫҡыл итәм. Ә ул мине тынысландыра белә. Бөтә нәмәнең ялған икәнен дә аңлайым, тик мин уны яратам, ҡасан да булһа бергә булырыбыҙға ышанып йәшәйем.

Ниңә генә яныма килә икән, тигән һорауҙы үҙемә мең-мең тапҡыр ҡабатлағанмындыр. Ә килгәс, ниңә минең менән генә түгел? Хәйер, яуабын белә инем. Уға етәкләшеп йөрөү генә етмәй, уға күберәк кәрәк. Беҙҙең бергә булыу-булмауыбыҙ һинән генә тора, тип бик күп тапҡыр ҡабатлағаны, яҡынлыҡҡа ишара яһағаны булды. Мин намыҫымды аша үтә алманым.
Йылдар үтә торҙо. Уҡып бөтөп, эшләй башлаһам да, ул башымдан сыҡманы. Мине бик һылыу ҡыҙ тиҙәр, янымда ла егеттәр күп урала. С. янымда булмағас, мин улар менән йөрөнөм, уға үс итеп йөрөнөм. Уны оноттом, тип үҙемде алдарға тырыштым. Тик бер мәл унһыҙ йәшәй алмаясағымды аңланым. Ә С-ның ул мәлдә йөрөгән ҡыҙы бар ине. Мин уны яратам, тип һөйләй ине. Шулай булһа ла, яныма килде. Ул төндө бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Йәндәребеҙ, тәндәребеҙ ҡушылды. Бәлки, шулай уны үҙемә бәйләргә теләгәнмендәр. Тик ул китте. Китһә лә, һаман үҙенең барлығын белдереп, шылтыратып тора. Ә минең уның ҡурайына бейегем, запас вариант булып ҡалғым килмәй. Аңламайым уны. Аңлай алмайым. Ниңә яраларымды бер туҡтауһыҙ ҡуҙғыта һуң? Ул, бергә булырға әле лә һуң түгел, ти. ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Унан да, үҙемдән дә көләм.
Хәҙер минең өсөн тормоштоң бер ҡыҙығы ла ҡалмаған кеүек. С.-ны ла онотоп булмаясаҡ, бүтән ғашиҡ та була алмаясаҡмын. Эргәмдә мине ихтирам иткән, яратҡан егеттәр ҙә байтаҡ, әммә уларға күңелем тартмай. Алдағы тормошом да бер ниндәй ҙә ҡыуаныс килтермәҫ һымаҡ. Элек бик аралашыусан инем, хәҙер дуҫтарым да ҡалманы. Ғөмүмән, мине был донъяла аңлаған кеше лә ҡалмаған һымаҡ. Береһен дә күргем килмәй. Төшөнкөлөккә бирелдем.
Бары тик ниндәйҙер үс алыу теләге менән йәшәйем. С. әле тормош ҡормаған, әммә ҡыҙы менән бергә йәшәп ята. Уның янында юрамал сәбәләнеп йөрөйәсәкмен, бәхетле булырға ирек бирмәйәсәкмен. Той­ғоларымды ергә һалып тапаны ул, ә мин түҙҙем. Яуап ҡайтарыр ваҡыт етте.
Башымда ҡапма-ҡаршы уйҙар ҡайнаша. Мин унан үс алырға тейешмен тип уйлайым. Ә икенсе яҡлап, бының мәғәнәһеҙ икәнен дә аңлайым. Нишләргә лә белмәйем. Минең дә бит бәхетле булғым килә.

Сәлиә.
Б. районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”