RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ хоҡуҡтарыңды беләһеңме һәм яҡлай алаһыңмы?

10.12.2011 Үҙ хоҡуҡтарыңды беләһеңме һәм яҡлай алаһыңмы?

Бөгөн − Халыҡ-ара кеше хоҡуҡтарын яҡлау көнө. Ошо­ға бәйле гәзит уҡыусыларыбыҙға, үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме һәм, берәй дәғүәле-низағлы хәл килеп сыҡһа, хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай алаһығыҙмы, тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Хәниф Сөнәғәтуллин, фотохәбәрсе, Өфө ҡалаһы:
− Үҙ хоҡуҡтарымды белеүен-беләм, тик бына яҡлай алырым бик икеле. Сөнки беҙҙең йәмғиәттә, системала кеше хоҡуҡтарын яҡлау өсөн бик күп суд инстанцияларын үтергә, әллә күпме аҡса түгергә тура килә. Шуға күрә халыҡ бөтә ғәҙелһеҙлеккә, ҡыйыш-мыйыш күренештәргә һәм ваҡиғаларға күҙ йомоп ҡарар­ға тырыша. Был кешенең үҙе өсөн дә, хоҡуҡтарҙы боҙоусылар өсөн дә бик ҡулай.

Әнисә Сәлихова, бухгалтер, Өфө ҡалаһы:
− Хоҡуҡтарымды белмәйем, тимәк, яҡлай ҙа алмаясаҡмын. Әлегә, шөкөр, Хоҙай мине сетерекле хәлдәрҙән аралай һәм хоҡуҡ даулап йөрөгәнем юҡ. Бик кәрәге килеп сыҡһа, кеше хоҡуҡтары тураһында интернеттан да эҙләп табырға була. Һис юғында, юристарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Илдар Ғәбитов, иҡтисадсы, Өфө ҡалаһы:
− Нисәмә йыл инде ишетеп киләм: беҙҙә закондар күп сығарыла, әммә үтәлмәй. Һуңғы саҡырылыш Дәүләт Думаһы ғына ла дүрт йыл эсендә мең ярымдан ашыу закон сығарған.
ҡытайҙың бер аҡыл эйәһенең әйтеүе буйынса, закондар ни тиклем күберәк булһа, улар шул тиклем йоғонтоһоҙ. Шул дөрөҫкә сығалыр.
Үҙем БДУ-ның Хоҡуҡ институтында уҡытҡас, күреп-белеп торам: хатта өлкән курс студенттары ла Төп законыбыҙ − Конституция тураһында өҫтән-мөҫтән генә белә. Ельцин заманында ҡабул ителгән был Конституцияны ике тиҫтә йыл инде «тейелгеһеҙ изге һыйыр» тип күрһәтеп, халыҡты шуға күндереп маташалар. Хоҡуҡи дәүләт беҙҙә ялған, халыҡҡа көсләп тағыла торған идеал, тип шикләнеп тә ҡуям. Сөнки ҡағыҙға яҙыл­ған закондарға ҡарағанда яҙылмаған ҡағиҙәләр ғәмәлдә һәм көслөрәк.
Яңыраҡ Көнбайыш илдәренең береһендә Рәсәйҙең бер кешеһе шундай хәлгә шаһит булған: бер ир икенсе «нахал» ирҙе йоҙроҡлап кәрәген биргән һәм тегеһе, ҡолап, әҙерәк имгәнгән. Рәсәй кешеһен урындағы полиция шаһитнамә бирергә мәжбүр итмәксе була, әммә шаһит, ғәйепленең кем икәнлеген белһә лә, әйтмәй. Был – Рәсәй халҡының төп һыҙаты. Уны бер ниндәй ҙә закон тәртәһенә кертеп булмай − беҙҙә ғәҙеллек принцибы закондарҙан өҫтөн.
Икенсе яҡтан, хәҙерге закондарҙың күпселеге халыҡ мәнфәғәте өсөн ҡабул ителмәй. Хәйер, закондарға властағылар үҙҙәре лә төкөрөп ҡарай. Быны Дәүләт Думаһына һайлауҙарға бармаған ярты Рәсәй халҡы иҫбат итте. Ошонан һуң кеше нисек, мин үҙ хоҡуҡтарымды беләм һәм яҡлай алам, тип әйтһен.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”