RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИШЕМБАЙ ДАНЫН КҮТӘРЕҮСЕ БАТЫР ЕГЕТЕ

06.12.2011 ИШЕМБАЙ ДАНЫН КҮТӘРЕҮСЕ БАТЫР ЕГЕТЕ

ИШЕМБАЙ ДАНЫН КҮТӘРЕҮСЕ БАТЫР ЕГЕТЕ
Бәрәкәтле Юрматы ере борон-борондан таланттарға бай булды. Күптән түгел, көҙ башында, ишембайҙар үҙҙәренең мәшһүр улы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле әҙип Ноғман ағай Мусиндың күркәм юбилейын билдәләгәйне. Еребеҙгә һалҡын ҡыш аяҡ баҫҡанда, Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында Юрматы еренең тағы бер арҙаҡлы улы, үҙенең хеҙмәттәрендә – ваҡытлы матбуғат өсөн яҙылған мәҡәләләр, балаларға арналған хикәйәләр йәки повестар булһынмы, оло йәштәге замандаштарыбыҙҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ижад ителгән драма әҫәрҙәреме – ошо изге еребеҙҙең матурлығын, уның уңған улдарын һәм ҡыҙҙарын данлаған яҙыусы Мөҙәрис Багаевтың 60 йәшлек юбилейы билдәләнде. Ул Федоровка районының Батыр ауылында тыуһа ла, Ишембайҙа күптән үҙ кеше.
Юбилярҙы тәбрикләргә Башҡортостан Яҙыусылар союзынан билдәле әҙип Рәшит Низамов, “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, Юрматы ырыуы башҡорттарының ҡор башы Риф Иҫәнов һәм башҡалар килгәйне.
Юбиляр хаҡында Ишембай районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәмил Абдуллин да бик матур йылы һүҙҙәр әйтте. Ул Мөҙәрис Багаевтың, проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртыусы, үткер ҡәләмле журналист, тормошсанлығы, халыҡсанлығы менән уҡыу­сылар күңелен яулап алған әҙип булыуы менән бергә, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе икәнлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мөҙәрис Басир улын был көндө “Йәшлек” гәзите коллективы ла ихлас ҡотланы. Уға БР Журналистар союзының Почет грамотаһы тапшырылды.
Мөҙәрис Багаевҡа күңелдәренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерергә Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары ла килгәйне. Улар юбилярҙың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдән өҙөк күрһәтеп, байрам сараһын тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Кисәгә шулай уҡ Башҡортос­тандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүлиҙә Закирова, “Сулпылар” телевизион бәйгеһе лауреаты Нурия Ғәлләметдинова, Зөмәрә Ғилә­зетдиноваларҙың иҫ киткес матур йырҙары, “Берғамыт” муниципаль бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре йәм өҫтәне.
Билдәле журналист Сибәғәт Рахманғоловтың кисәне уйын-көлкө менән ҡатнаштырып алып барыуы ла кәйефте күтәрҙе.

Тимер ҒӘЛИЕВ.
Ишембай ҡалаһы.
Наил РӘЖӘПОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”