RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Китапхана – барлыҡ кешелектең аҡыл хазинаһы

26.11.2011 Китапхана – барлыҡ кешелектең аҡыл хазинаһы

Республикабыҙҙың төп китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәр китап һөйөүсенең дә үтенесенә иғтибарлы
Китапхана  –  барлыҡ  кешелектең  аҡыл хазинаһы
Бик күп йылдар элек уҡытыу­сыбыҙ беҙҙе, беренсе класс уҡыусыларын, Абзан (хәҙерге Ейәнсура районы) районының үҙәк китапханаһына алып килде. Беҙ һәр беребеҙ баҫмалар менән тыңҡыслап тултырылған кәштәләр янында китаптарҙы тотоп ҡараныҡ, китапханаға яҙылып, берәр китап алдыҡ. Мин алып ҡайтҡан тәүге китап Л. Толстойҙың балалар өсөн рус телендәге хикәйәләре ине. Китапты алыуын-алдым, ләкин ижекләп уҡып ҡараған булдым да, китапханаға кире илттем. Китапханасы апай­ҙың:
– Нишләп улай тиҙ килтерҙең? – тигән һорауына өнһөҙ ҡалдым.
Русса бер һүҙ ҙә аңламайым, тип әйтергә ҡыйыулығым етмәне.
– Бар, ҡабаттан алып ҡайтып уҡы, шунан килеп миңә һөйләрһең, – тип, китапты кире тоттороп сығарҙы мөләйем апай.
Өйҙә ҡабат-ҡабат уҡый торғас, ҡайһы бер рус һүҙҙәрен әсәйемдән һорап белеп, ахырҙа теге апай алдына тағы килеп баҫтым һәм этеп-төртөп булһа ла, әҙме-күпмелер һөйләй алдым нимә тураһында һүҙ барғанын. Шулай башланып китте минең китапхана һәм китапханасылар менән танышыуым. Китапха­нанан алған һәр бер китаптың йөкмәткеһен китапханасылар ҡыҫҡаса ғына булһа ла һөйләргә ҡуша ине. Аҙаҡ беҙҙең ете генә баланан торған башҡорт класында минән дә күберәк китап уҡыусы булмағандыр. Шуға ла китапханасылар­ға рәхмәтлемен – улар китапты хөрмәт итергә, уны ентекләп уҡырға өйрәтте. Ғишыҡ уты яндырғанда ла, йөрәгемде ниндәйҙер уй-борсолоу­ҙар баҫҡанда ла, ҡара йыландай кеше ғәйбәте ҡағыл­ғанда ла, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғанда ла – һәр саҡ китапханаға барып китап алдым һәм китап аша үҙемә йыуаныс һәм ҡыуаныс таптым, яңы юғарылыҡтар астым.
Боронғолар иң кәрәктә
китап асҡан,
Яҡшыға ла, яманға ла
яуап тапҡан,
Иң һуңғы һүҙ, хаҡлы баһа
унан сыҡҡан,
Күңел зауҡын, шауҡымдарын
китап баҫҡан.., – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры ҡәҙим Аралбай.
Ысынлап та, китапта һине борсоған һәр бер һорауға яуап алырға була. Бының өсөн кәрәкле әҙәбиәтте эҙләп табырға ғына кәрәк. «Китапһыҙ йорт – ҡотһоҙ йорт», – тип тә әйтәләр. Ләкин бөтә донъя кимәлендә сыҡҡан баҫмаларҙы һатып алып һаҡлап бөтөп тә булмай, уның өсөн китапханалар бар.
Тәүге китап һаҡлағыстар ойошоу менән китапханасы һөнәре лә барлыҡҡа килә. Китапханала эшләү борон-борондан иң шөһрәтле урын тип иҫәпләнгән. Китапханасы вазифаһын атҡарырға иң дәрәжәле ғалимдарҙы, абруйлы яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы саҡырғандар. Ун туғыҙынсы быуатта «иң маҡтаулы китапханасы» тигән исем булдырыл­ған, ул ҡәҙер-хөрмәтте алыу академик дәрәжәһен яулауға ҡарағанда ла ауырыраҡ булған.
Боронғо грек ғалимы һәм шағир Каллимах (беҙҙең эраға тиклем 310 – 238 йылдар) данлыҡлы Александрия китапханаһына етәкселек итә. Бөйөк рус мәҫәл яҙыусыһы И. Крылов, немец теле белгесе һәм әкиәтсеһе Якоб Гримм, билдәле рус яҙыусыһы М. Загоскин, данлыҡлы математик Н. Лобачевский, А. Пушкиндың дуҫы А. Дельвиг, әкиәтсе П. Ершов, яҙыусылар И. Бунин, М. Пришвин, К. Чуковский китапханасы булып эшләгән. Башҡорт яҙыусыларынан Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, Ганс Христиан Андерсен исемендәге премияһы дипломанты Сафуан Әлибаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, тарих фәндәре докторы Роза Буканова китапханасы булып эшләне.
Республикабыҙҙың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Р. Бикбаев бер сығышында былай тине: «Иң бай йорт ул бер ниндәй ҙә банк түгел, ә китапхана, сөнки китапханала барлыҡ кешелектең аҡыл хазинаһы туплан­ған…».
Республикабыҙҙың иң бай хазинаһын, халыҡ аҡылын, белемен һаҡлаусы, ҙур ғилем һандығы булып Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана тора. Был китап йортона нисә йәш һуң?
Ырымбур генерал-губернаторының канцелярия архивы фондының «Өфө ҡалаһының Дворян йыйылышы эргәһендә китапхана асыу тураһында» тигән бүлегендә шундай мәғлүмәт һаҡланып ҡалған: «…Эске эштәр министрының 1835 йылдың 16 июлендәге циркуляр әмере нигеҙендә (Л11155) һәм мәғариф министрының 1835 йылдың 16 октябрендәге эш ҡағыҙы буйынса (Л1155), Өфө губерна ҡалаһының Дворян йыйылышы йортоноң бер бүлмәһендә китапхана асырға… Минзәлә һәм Бөрө өйәҙе дворяндары ярҙам итеп биргән 144 һум аҡсаға ике шкаф һатып алырға һәм уларҙың береһендә – рус телен­дәге, икенсеһендә сит телдәрҙәге китаптарҙы һаҡларға…».
Ниһайәт, 1936 йылдың 25 мартында ҡалала халыҡ өсөн тәүге дәүләт китапханаһы барлыҡҡа килә. Ул Дворян йыйылышы бинаһында урынлаша. Шулай итеп, китапхана бер бүлмәлә генә булып, ике шкафтан башланып китә.
«Шура» журналының баш мөхәррире, арҙаҡлы мәғрифәтсе-ғалим Ризаитдин Фәхретдинов китап йорто фондына ике мең китап тапшыра һәм яҙыусыларға, нәшриәт етәкселәренә, дин әһелдәренә китапханаға ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Билдәле мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлев, уның улы Ғабдрахман Рәсүлев, «Ғәлиә» мәҙрәсәһен ойоштороусы Зиятдин Камалетдинов шулай уҡ китапханаға бик күп баҫма бүләк итә. Шуны ла оноторға ярамай: байтаҡ башҡорт ғаиләһенең шәхси китапханалары ла була.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең «Хәтирәләр» китабында бына нимә тип яҙа: «…1906 йылда атайым мәҙрәсәһенең бер мөйөшөндә, «Халыҡ китапханаһы» тип атап, китапхана асты. Уға китап алыу өсөн аҡса йыйҙым. Газеталарҙың килтерелеүен тәьмин иттем. Бәғзе газеталар уларға хәбәрҙәр ебәреүем арҡаһында буш килә ине. Мәҫәлән, Петербургта сыҡҡан «Өлфәт» һәм ғәрәпсә «Әт-Тәлмиз», ҡаҙандан «Баян ул-хаҡ» һәм «Йолдыз», Ырымбурҙан «Ваҡыт», Әстрхандан «Иҙел», Баҡынан «Иршад» газетаһы менән «Фәүзат» журналы килә ине. ҡырымдан «Тәржеман» газетаһын атайым электән алдырып килде. Шулай уҡ русса «Биржевые ведомости» газетаһы һәм «Нива» журналы килде. ҡаҙанда баҫылған барлыҡ ҡаҙаҡса китап һәм брошюраларҙы алдырҙым… Китап­хана­быҙ­ға китап килтереү өсөн Орскиҙағы «Шәреҡ» һәм Ташкенттағы «Средняя Азия» исемдәге китап лавкалары менән бәйләнеш урынлаштырҙым…»
Хәҙер республикабыҙҙың үҙәк китап йорто – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле милли байлығы булып тора. Бында иң ҙур һәм иң күп мәғлүмәт тупланған. Уның фондында 20 телдәге 3,3 миллиондан ашыу баҫма һаҡлана. Китапхананың электрон каталогында 247,3 мең яҙма иҫәпләнә. 2010 йылда уның www. bashnl. ru web-сайтын 51 мең кеше файҙалана алған.
Милли китапхананың үҙенсәлеге – иң беренсе сиратта башҡорттар һәм Башҡортостан тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, ниндәй телдә һәм ҡайҙа нәшер ителеүенә ҡарамайынса, йыйыу, һаҡлау, уҡыусыларға еткереү, «Башҡорт халҡының хәтере» фондында мәңгелеккә һаҡлау. үҙенең фондының ҙурлығы буйынса Милли китапхана Рәсәй Федерацияһында һигеҙенсе урында тора һәм йыл һайын 40 меңдән ашыу документ менән тулыландырыла.
1988 йылда республика эсендә эксперимент рәүешендә Н. Крупская исемендәге китапхана балалар һәм үҫмерҙәр китапханалары менән берләштерелде.
1992 йылда ошо ғилем һәм белем хазинаһына бөтә донъяға билдәле яҡташыбыҙ, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди исеме һәм Милли китапхана статусы бирелде. Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелеүе уның исемен мәңгеләштереү менән генә бәйләнмәгән, был бөтә Рәсәй һәм төрки донъяһында ғына түгел, бөтә донъяның ғилем өлкәһе кимәлендәге тәрән мәғәнәгә эйә сара. Бөйөк ғалимдың бөтә ғүмере, тормошо китапҡа бәйләнгән, яңынан-яңы ҡулъяҙмалар эҙләүгә, өйрәнеүгә, башҡорт халҡының һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың тарихын яҙыуға бағышланған.
Бөгөн – Милли китапхананың ғорурлығы – уның фондында Әхмәтзәки Вәлидиҙең эмиграцияға тиклем, йәғни 1909 – 1920 йылдарҙа нәшер ителгән хеҙмәттәренең һаҡланыуы.
1996 йылда йыйыу, һаҡлау һәм ғилми эшкәртеү маҡсатында ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған китаптар бүлеге асылды. Ғәрәп, фарсы, иҫке төрки телдәрендә 220 ҡулъяҙма, ҡөрьәндең рус телендә сыҡҡан 1716 йылғы тәүге тәржемәһе, XIII быуатта ғәрәп телен­дә сыҡҡан ҡөрьән, фәлсәфәүи, халыҡ медицинаһы, тел ғилеме, хоҡуҡ буйынса XV – XVI быуаттарҙа яҙылған ҡулъяҙмалар һаҡлана. Уларҙың ун өс меңе – ғәрәп графикаһы, яҡынса дүрт меңе – латин графикаһы менән баҫылған китаптар. Алтын бөртөктәре кеүек бөртөкләп йыйылған һирәк осрай торған ҡулъяҙмаларҙың барыһын да һанап бөтөү мөмкин дә түгел. 2007 йылда фонд материалдары буйынса «Башҡорттар тарихы» тигән китап нәшер ителде.
Заманса технологиялар яғынан, әлбиттә, китапхана иң алғы рәттәрҙә, тиһәм, яңылышмам. 2011 йылдың 1 ғинуарына һирәк осрай торған китаптарҙың 550 берәмеге, «Башҡорт халҡының хәтере» программаһы буйынса 205 баҫма цифрланған. Электрон китаптарҙы һаҡлау өсөн яңы сервер ҡуйылған.
Милли китапхана фондына йыл һайын егерме меңдән ашыу баҫма алына: төрлө мәғлүмәт сараларында тупланған китаптар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, патент-техник документтар.
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге фондында 130 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең үҙ ҡулдары менән бүләк иткән автографлы шәхси коллекциялары баһалап бөткөһөҙ хазина булып тора.
Сит телдәр бүлегендә 22 телдә документтар, китаптар тупланған. Бүлек 50-нән ашыу сит ил ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алдыра.
Нота һәм тауыш яҙҙырыу бүлегендә 75 меңдән ашыу ноталы баҫма, грампластинкалар, аудио һәм видеоматериалдар, башҡорт композитор­ҙарының 2,5 меңдән ашыу ноталы ҡулъяҙмаһы ҡәҙерләп һаҡлана.
Әлеге ваҡытта китапхананың дүрт корпусына йыл һайын 75 меңдән ашыу ҡулланыусы йөрөй.
Айырым балалар, үҫмерҙәр уҡыу үҙәктәре бар.
Китапхана тик китап биреү менән генә шөғөлләнмәй, ул мәҙәни-ағартыу үҙәге лә. Төрлө ғалимдарға, яҙыу­сыларға, арҙаҡлы шәхестәргә арнал­ған юбилей кисәләре, тантаналы саралар, китап күргәҙмәләре, виртуаль күргәҙмәләр, осрашыуҙар, «Иң яҡшы башҡорт китабы» тигән конкурс, башҡорт әҙәбиәте классиктарының, әҙәбиәтселәрҙең ғилми әҫәрҙәрен презентациялау, марафондар ойоштороу – ошолар­ҙың барыһын да тормошҡа ашыралар бында. Марафон тигәс тә, китапханасылар теҙелешеп, үҙ-ара ярыша икән тип уйламағыҙ. Марафон – ул шартлы исем.
Бына бер нисә йыл элек Мостай Кәримгә һәм уның ижадына арналған бик ҡыҙыҡлы марафон уҙғарылғайны (был хаҡта «Баш­ҡортостан» гәзитендә яҙып сыҡҡайным инде), ә быйыл БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә китапханалар араһында әҙәби марафон уҙғарылды. Был сарала республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән илленән ашыу китапхана ҡатнашты. Марафондың маҡсаты – республикабыҙҙың һәр төбәгендә ижад ителгән халыҡ ынйыларын иҫәпкә алыу, ҡайһы районда ниндәй яҙыусы тыуған, уларҙың әҫәр­ҙәре, библиографиялары, фотоһүрәттәре, ижадҡа яңы аяҡ баҫҡан йәштәр менән бәйләнеш булдырыу, һәр бер яҙыусы тураһындағы мәғлүмәтте электрон вариант­ҡа күсереп, китапхана сайтына ҡуйыу. Хәҙер инде һәр кем өйөнән сыҡмайынса Рәсәйҙең генә түгел, ер шарының бар төбәгенән интернет аша һәр яҙыусы тураһында мәғлүмәт табып, уның ижады, библиографияһы менән таныша аласаҡ. Ошондай проектты тәҡдим иткән өсөн республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы мәҙәни-ағартыу эштәре бүлегенең төп белгесе В. Түләбаеваға, Милли китапхана директоры А. Ибраһи­мовҡа, уның урынбаҫары Г. Евди­щенкоға һәм ошо монументаль проектты тормош­ҡа ашырыусы барлыҡ китапханасыларға һәйкәл ҡуйырға кәрәк.
Һәр районда моделле китапханалар асыуҙа, БР Мәҙәниәт министрлығы менән бер рәттән, Милли китапхананың да роле бик ҙур. Яңыраҡ республикабыҙҙа йөҙөнсө моделле китапхана асылды. Тимәк, бәләкәй генә ауылдарҙа ла интернет аша цифрланған бөтә китаптар менән һәр кем таныша ала.
Шулай ҙа үҙем өйҙә шәм яҡтыртып, китаптың йылыһын тойоп, ике ҡулым менән ҡәҙерләп тотоп уҡырға яратам.
Замана китапханасылары – бик юғары белемле, киң ҡарашлы һәм шул уҡ ваҡытта бик әҙәпле һәм тыйнаҡ, электрон ресурстарҙы һыу һымаҡ ҡуллана белеүселәр. Уларҙың ҡаршыһына кем генә килеп баҫһа ла – баламы ул, аҡ һаҡаллы ҡартмы, йә мин-минлеге башынан ашҡан ифрат заманса кейенгән йәш кешеме – китапханасы һәр береһе менән аралаша белә, китап йортона килгәндәрҙең барыһына ла ихтирам менән ҡарай, килеп тыуған бөтә һорауҙар­ға ла профессиональ кимәлдә яуап бирә ала.
Милли китапханаға – 175 йыл... Ул күп тә түгел һымаҡ. Кешелек донъяһы менән сағыштырғанда, әҙ ҙә кеүек. Минең иң ҙур теләгем – ил башлыҡтары ла концерт, спорт һарай­ҙарына ғына түгел, китапханаға ла килеп, ишеге ҡайһы яҡтан асылыуын белһен, нимәгә мохтажлыҡ кисереүҙәрен күрһен, хәл-әхүәлең нисек, тип күберәге ҡатын-ҡыҙҙан торған китапханасыларҙан һорашһын ине. Ул саҡта Милли китапхананың баһалап бөткөһөҙ әҙәби хазиналар һаҡлаған биналарының һәр мөйөшө лайыҡлы рәүештә ремонт кисереп, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп заманса биҙәлгән булыр ине. Бәлки, киң күңеллеләнеп китеп, ил ағалары алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итеүсе китапханасыларҙың хеҙмәтен дә юғарыраҡ баһалар...

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”