26.11.2011 һүнмәҫ ҡояшым, яҡты йондоҙом, нурлы айым!
Әсәй! Яғымлы ла, гүзәл дә, наҙлы ла, иң яҡыны ла һин − ҡәҙерлебеҙ! Телебеҙ асылғас та, иң тәүҙә «әсәй» тип өндәшәбеҙ. Уның йылы, йомшаҡ, нәфис ҡулдарында иркәләнәбеҙ, наҙлы күҙ ҡарашынан ирейбеҙ. Ә күңелебеҙҙе арбап ойотоусы әкиәттәрен, бишек йырҙарын онотоу мөмкинме?
Әсә − һүнмәҫ ҡояш. Әсә йылмайһа, бөтә донъя яҡтырып киткән кеүек. Әсәһеҙ донъяла йәшәүҙең йәме лә, ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Уның бар хәстәре, бар хистәре, бар хеҙмәте, йоҡоһоҙ үткән төндәре, бар көсө тик бала өсөн...
Әсәйем Айгөл Зәки ҡыҙы − биш балаға ғүмер биреүсе изге йән эйәһе. Мин уның оло улы Эльдар булам. Әсәйем мәктәптә башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирә. Бәләкәстәр өсөн ул – тылсым эйәһе. Уҡыусы уның күҙҙәренә өмөт менән баға, серен һөйләй, шатлыҡтарын уртаҡлаша, кәңәш һорай.
Ә нимә генә эшләмәй һуң әсәйем ҡулдары! Өй тулы сыр-сыу килгән ғәзиздәренә ап-аҡ икмәк бешерә, телеңде йоторлоҡ тәмле аш-һыу әҙерләй, йылы бейәләй-ойоҡбаштар ҙа бәйләй, бәләкәстәрен сәскә-күбәләктәй кейендереп тә ҡуя. Барыһына нисек ваҡыт табалыр, аптырайым. Ә үҙе тәү ҡарашҡа көсһөҙ, сибек кенә булып күренһә лә, йөрәгенән ут бөркөлә, күҙҙәренән нур һибелә.
Әсәйемдең бала сағы еңелдән булмай. ҡустыһы Азамат менән бик иртә етем ҡалалар. Ата-әсәһеҙ ҡалған апай, ҡусты бер-береһенә терәк булып йәшәргә өйрәнә. Үҙҙәре яратҡан уҡыу йортона уҡырға инеп, тырышып белем алалар. Әсәйем тыуған ауылы Иҫке Собханғолда йәшәй, ә ағайым Өфө ҡалаһында эшләй, ғаилә ҡорған.
Башҡорт рухы менән йәшәй белеүсе яҡындарыма, атай-әсәйемә, ағайыма һәр саҡ һоҡланып ҡарайым, улар менән сикһеҙ ғорурланам. Атайым менән әсәйем бик тырышып ике ҡатлы йорт һалды, баҡса тултырып төрлө емеш-еләк үҫтерәләр, беҙҙе, биш баланы, хеҙмәткә, эш яратырға өйрәтәләр. Һеңлем Эльвина иҙән йыуғанда, беҙ, малайҙар, ишек алдын тәртипкә килтерәбеҙ, ҡош-ҡортто ашатабыҙ, утын, һыу ташыйбыҙ. Ауылда эш тауыҡ сүпләһәң дә бөтөрлөк түгел. Әммә беҙ эштән ҡурҡмайбыҙ, атай-әсәйебеҙҙән күрмәксе, ярышып-ярышып эшкә сумабыҙ. ҡалай күңелле, бергәләп ишек алдын яңғыратып, атай янында сыр-сыр килеп, мәж килеүҙәр!
ҡәҙерле кешемә бик рәхмәтлемен, сөнки ул мин ауырығанда, үҙенең арыу-талыуына ҡарамай, төндәр буйы эргәмдә ултыра. Кесе туғандарым әсәйемде борсоп, бимазалай башлаһа, уларҙы әүрәтеп, ситкә алып китергә тырышам. Әсәйем өйҙән берәй яҡҡа китһә, өй эсендә бушлыҡ була, әйтерһең, беҙҙең ҡояшыбыҙҙы, нурыбыҙҙы урлағандар. Әсәләрҙең шелтәләүе лә беҙгә файҙаға ғына. Улар бер ҡасан да үҙ балаһына насарлыҡ теләмәй, ә бары яҡшылыҡҡа ғына өндәй.
Көндәребеҙ − яҡты, йоҡоларыбыҙ − татлы, аштарыбыҙ – тәмле, донъяларыбыҙ йәмле булһын өсөн, һис шикһеҙ, әсәй, беҙгә һин, тик һин кәрәк!
Хөкүмәтебеҙ элек-электән әсәләргә ҡарата ҙур хәстәрлек күрһәтә. Был бик тә дөрөҫ. Сөнки йәшәү, тормош әсәләрҙән башлана. Мәңге йәшәгеҙ, ҡәҙерле әсәләр!
Беҙ бәхетле был донъяла,
Әсәй янында булғас.
Шатлыҡты ла,ҡайғыны ла
Уртаҡлашыусы булғас.
Үҫтергәнһегеҙ наҙлап,
Яҡшылыҡҡа өйрәтеп.
Рәхмәт әйтәбеҙ һеҙгә,
Йәшәгеҙ гел шат булып!
Эльдар ТӨЛКӨБАЕВ,
Республика иҡтисад лицей-интернатының VIII «а» синыфы уҡыусыһы.