RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ысын кеше ул остазым

26.11.2011 Ысын кеше ул остазым

Ысын кеше ул остазым
Башҡорт дәүләт университетында белем алған дәүерем хаҡында уйлау менән, күҙ алдыма алдынғы ҡарашлы, изге күңелле, оло йөрәкле, үҙенең тәрән йөкмәткеле лекциялары, аҡыллы кәңәштәре, яҡшы һүҙҙәре, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсанлығы, ғәҙеллеге менән студенттарҙы һоҡландырған, уларҙың күңелендә ҙур урын алған ысын кеше, профессор Ғиниәт Сафиулла улы ҡунафин килеп баҫа.
Эйе, ҡунафин − филология өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән ғалим, профессор, Халыҡ-ара Төркиәт академияһы академигы, белеүемсә, 500-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 30-лаған китап авторы, «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре» тигән юғары исемдәргә лайыҡ булған оло шәхес. Уның күп яҡлы фәнни-педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе М. Өмөтбаев, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры М. Ғафури, күренекле тел белгесе һәм әҙип Ж. Кейекбаев исемендәге премиялар менән дә баһаланған. Бында үҙ алдыма ғалимдың хеҙмәттәрен анализлап баһалау маҡсатын ҡуйманым. Уҡытыусы булараҡ, уның педагогик эшмәкәрлеген, кешелек сифаттары хаҡында ғына ҡайһы бер уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашыуҙы урынлыраҡ күрҙем. Иң элек шуны әйтер инем: Ғиниәт Сафиулла улының октябрь революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте хаҡындағы мауыҡтырғыс лекциялары − үҙе бер бәләкәй тормош мәктәбе. Студенттар дәрескә йөрөргә атлығып тормаған был заманда уның лекцияларында аудиторияның шығырым тулы булыуы үҙе үк күпте һөйләй. Бының сәбәбен уҡытыусының эшенә яуаплы ҡарауына, талапсан булыуына ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Киң мәғлүмәтле, ысын оратор педагог үткәндәге рухи байлыҡтарыбыҙ тураһында онотолоп китеп һүҙ алып барғанда ла, уларҙы бөгөнгө тормош ағышына, хәҙерге әҙәби процесҡа килтереп ялғай, замандарҙың, төрлө быуындарҙың тығыҙ бәйләнешен һоҡландырғыс итеп күҙ алдына баҫтыра белә. Тикмәгә генә яңыраҡ, октябрь аҙаҡтарында, БДУ-ның башҡорт, татар бүлектәрен ситтән тороп тамамлаған, хәҙер инде күренекле шағирҙар, композиторҙар, артистар, журналистар булып танылған ижад әһелдәре ойошторған кисәлә уны алып барыусы Вәлит Илембәтов үҙҙәренә һабаҡ биргән уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндә: «Ғиниәт Сафиулла улына рәхмәтебеҙ айырыуса ҙур. Уның тәрән йөкмәткеле, тормошсан лекцияларын һәр саҡ көтөп ала торғайныҡ», – тип айырып әйтмәгәндер. Уның был һүҙҙәрен залда ултыр­ған көндөҙгө бүлек студенттарының дәррәү ҡул сабып хуплауы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Уҡытыусының эшенә бынан да ҙурыраҡ, бынан да ҡыуаныслыраҡ баһаның булыуы мөмкинме һуң?!
Үҙ халҡы, республикаһы өсөн янып йәшәгән, тыуған Ғафури районын интеллектуаль-мәҙәни, иҡтисади яҡтан үҫтереүгә тос өлөш индергән йәмәғәт эшмәкәре лә ул Ғиниәт Сафиулла улы. Ғафуриҙар, айырыуса сәйетбабалар, тарихи-мәҙәни үҙәкле булыуҙары, социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөүе менән иң тәү сиратта уға рәхмәтле. Һуңғы йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылған Сәйетбаба менән ҡаранйылға ауылдары араһындағы юл да, Мәндем йылғаһы аша һалынған ике күпер ҙә уның инициативаһы менән Сәйетбабаның республика кимәлендә уҙғарыл­ған 300 йыллыҡ юбилейына бәйле хөкүмәтебеҙ 2003 − 2007 йылдар өсөн ҡабул иткән был ауыл биләмәһен төҙөкләндереү программаһының емеше ул.
Ғиниәт Сафиулла улы үҙенең баҫалҡы, кешелекле, изге күңелле булыуы менән таң ҡалдыра. Өфөлә белем алыусы Ғафури студенттарының оло терәге һәм таянысы ул. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: өсөнсө курстың иң ауыр имтихандары етер алдынан ғәзиз әсәйемде юғалттым. Ауыр ҡайғынан шаңҡып, бер ни уйлай алмаған мәлемдә Ғиниәт Сафиулла улының аҡыллы кәңәштәре, йыуатыу һүҙҙәре үҙемдә көс табырға, зиһенемде туплап, ҡайғымды еңергә ярҙам итте. Ошо ваҡиғанан һуң мин талантлы ғалимда үҙем өсөн хәстәрлекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле ысын кешене астым.
Ҙур баш ҡалала берәйһе менән танышып китеп: «Мин Ғафури районынан, Сәйетбабанан!» − тиһәм, «Ә-ә-ә, теге ҙур ғалим ҡунафин сыҡҡан ауылданмы ни?!» − тип һоҡланып ҡарайҙар. Эйе, ысын мәғәнәһендә ғорурланырлыҡ. Ғиниәт Сафиулла улы кеүек киң ҡарашлы, эшһөйәр, юғары мәҙәниәтле һәм әхлаҡлы шәхестәребеҙ күберәк булһын ине. Күптәргә үрнәк, йәштәргә остаз булырҙай шәхестәребеҙ күберәк булғанда, һис шикһеҙ, йәмғиәтебеҙҙәге әхлаҡи климат та, эшлекле ижади атмосфера ла яҡшыраҡ, киләсәгебеҙ өмөтлөрәк, яҡтыраҡ буласаҡ.

Ләйсән ХӘСӘНОВА,
филология фәндәре кандидаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”