18.09.2010 Тырышҡан таба
Быйылғы эҫе йәй, ҡоролоҡ ауыл хужалығы эшсәндәрен ауыр һынау алдына ҡуйҙы. Ауыл халҡының төп эшмәкәрлегенең береһе малсылыҡ икәнлеген иҫәпкә алғанда, ошондай ауыр шарттарҙа мал һанын һаҡлап алып ҡалыу, етерлек күләмдә мал аҙығы туплау – мөһим бурыстарҙың береһе. Ауыл халҡы мал һанын кәметерме, мал аҙығы туплай алғанмы, дәүләткә продукция һатыу йәһәтенән эштәр нисек? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында иң күп һыйыр малы тотоусыларҙың береһе булған Йәрмиевтар ғаиләһенә мөрәжәғәт иттек.
Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Әлфирә Ниғмәтбай ҡыҙы менән Рәйес Вәлиулла улы Йәрмиевтар үҙ ихаталарында 20 баш һыйыр малы аҫрай. Шуларҙың 7-һе – һауын һыйыры. Йорттары эргәһенә машина килеп туҡтауға Рәйес Вәлиулла улы беҙҙе ҡапҡа төбөнә үк сығып ҡаршы алды, әйҙүкләп йорттарына саҡырҙы.
– Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, әле бына яңыраҡ ҡына бесән әҙерләүҙе тамамлап, бер аҙ йорт мәшәҡәттәре менән булыша башлағайным. Эске яҡлап йорттоң нигеҙҙәрен нығытам, – тип, ихласлап ҡаршы алды йүнсел хужа. Йүнсел тим, сөнки май сүлмәге тышынан билдәле, тигән кеүек, Рәйестең ихатаһына аяҡ баҫыу менән бының шулай икәнлегенә инанаһың. Иркен ихатаһының бер ситендә арбаһы менән ултырған “Т – 40” тракторы иғтибарҙы йәлеп итә. Уның бесән сапҡысы, хужа үҙ ҡулдары менән эшләп алған бесән йыйғысы ла бар. Иркен, ҙур итеп шлакоблоктан һалған гаражында өр-яңы еңел автомобиль ултыра. Ошонда уҡ Рәйестең оҫтаханаһы ла урынлашҡан тип әйтергә мөмкин. Төрлө эш ҡоралдары, иретеп йәбештереү аппараты, балта-столярлыҡ станоктары кеүек кәрәк-яраҡтар урын алған. Хужа төрлө эш ҡоралдары менән дә оҫта эш итә. Шуға ла уның тракторға тағылмалы бесән йыйғыс эшләп алыуына ғәжәпләнәһе түгел. 1998 йылда үҙ көстәре менән һалып ингән ҙур, иркен йорттары ла тирә-йүнгә йәм биреп ултыра. Йорттары Сәйетбабаның яңы урамында (Камал Сәғәҙиев) урынлашҡанлыҡтан биләмәләре ҙур, иркен (0,35 гектар). Малды күпләп аҫрағас, билдәле, һарай ҙур итеп эшләнгән. Йәшелсә-емеш баҡсаһында ҡыяр, помидор, кишер, һуған үҫтерһәләр, емеш ағастары араһында бал ҡорттары гөжләй. Йәрмиевтарҙың тиҫтәләп умартаһы бар. Ғөмүмән, Сәйетбабала һуңғы йылдарҙа умарта тотоусылар һаны ҡырҡа артҡан. Хәҙер һәр икенсе йортта тиерлек умарта тоталар. Һыйыр малын күпләп тотоусылар ҙа арта бара. Мәҫәлән, былтыр ошо осорҙа ауыл биләмәһендә 1869 баш һыйыр малы булһа, быйыл 2184 башҡа еткән. 529 йорт-хужалыҡ иҫәпләнгән Сәйетбабала ғына ла 994 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 472 баш һауын һыйыры аҫрайҙар. Был тиклем малға бесән әҙерләп еткереү оло бер проблема булып тора.
– Бесән әҙерләүе әллә ни ауыр ҙа булмаҫ ине, тик бына сабынлыҡтарҙың алыҫ булыуы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Элекке Биҙәүләт аръяғына, 10 – 15 километр алыҫлыҡҡа йөрөп бесән әҙерләргә тура килә. Быйыл иһә үлән айырыуса йоҡа булды, ҡайһы бер яландарҙан гектарлап сабаһың, бер күбәләп кенә бесән сыға. Ярай әле трактор бар, был тиклем малға бесән еткереп булмаҫ ине, – ти Рәйес.
Ысынлап та, ауылда мал күп булғас, сабынлыҡ, көтөүлектәргә электән ҡытлыҡ кисерәләр. Колхоз тарҡалып, байтаҡ баҫыу бушап ҡалғас, ошо яландарҙың үләнен сабып бесән әҙерләргә тура килә. Былтыр иһә пай ерҙәрен бүлеп алып, шул ерҙәргә үлән сәскәндәр. Бер кешегә тейешле 2 гектар самаһы пай еренә 4 мең һум аҡса түләп, күп йыллыҡ үлән сәстергәндәр. Әммә быйылғы ҡоролоҡ был үләндең үҫеп китеүенә мөмкинлек бирерме, юҡмы – билдәһеҙ.
– Малды күпләп аҫрарға тырышабыҙ ҙа ул, тик бына ит һатыу ҙур проблема булып тора. Быйыл иһә, һарыҡ-маҙарҙы иҫәпләмәгәндә, ит һатып ҡараманыҡ. Баҙарға сығарыр инең, әллә уңаһың, әллә туңаһың. Шуға ла икеләнеп тик торола. Ауыл халҡын ҡәнәғәтләндерерлек хаҡҡа ит йыйыуҙы ойошторһалар, бик һәйбәт булыр ине, – ти Әлфирә Ниғмәтбай ҡыҙы.
Йәрмиевтар, һыйыр малынан тыш, һарыҡ, ат та аҫрай. Шуға ла күберәген һыйыр итен һатыуға сығаралар. Һөт тапшырып та байтаҡ ҡына килем алалар. Көн дә 40 – 50 килограмм һөт һаталар. Халыҡтан һөт йыйыуҙы эшҡыуар Зәлиә Фәйзуллина ойошторған. Әле һөттөң литрын 8 һумға һатып алалар. Был бик арзан, әлбиттә. Ә бит магазинда һөттөң литры 26 – 28 һум тора. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, мал һанын кәметергә уйламай Йәрмиевтар. Улар быйыл дүртәүһе генә – 9-сы класты тамамлаған Зифа, 7-не бөткән Илдар менән бергәләшеп, ике тиҫтәгә яҡын баш малға етерлек күләмдә бесән әҙерләгән. Ошондай ергә ерегеп йәшәүсе егәрле Йәрмиевтар ғаиләһенә “афарин” тип әйтергә генә ҡала.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Наил ЛАТИПОВ фотоһы.