29.11.2011 Ит йәрминкәләре башланды
Үткән ялда республикала ит йәрминкәләре уҙҙы. Йәшелсә-емеш, бал йәрминкәләренән һуң дауам иткән был сара, ҡағиҙә булараҡ, Яңы йыл байрамдарына тиклем ойошторола.
Был юлы ит йәрминкәләре баш ҡаланың 10 сауҙа майҙанында үтте. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ − хәҙер йәрминкәләрҙә ҡаҡланған ит, йә башҡа төрлө итеп эшкәртелгән ит аҙығын һатыусылар ҙа күп. ҡаҡланған сусҡа итен, мәҫәлән, 300 һумға алырға мөмкин. Шулай уҡ ҡош ите − ҡаҙ, өйрәк, күркә һәм тауыҡ та алырға була.
Ит йәрминкәләре Өфөнөң Йәштәр һарайы майҙанында («Аграр университет» туҡталышы), Орджоникидзе һәм Спорт майҙандарында, «Аврора» кинотеатры ҡаршыһында, Дим биҫтәһендә ойошторола. Дөйөмләштереп әйткәндә, йәрминкәлә хаҡтарҙы ошолай билдәләргә мөмкин − һыйыр итенең килоһын 180 − 250 һумға, һарыҡ итен (әйткәндәй, уны әллә ни күп килтермәйҙәр) – 200 − 270, йылҡы итен 180 − 270 һумға алырға мөмкин. ҡаҙ итенең килоһы 240 һум тирәһе, өйрәктеке арзаныраҡ. Ә бына ауылдан килтерелгән тауыҡтың берәүһе 300 һумға һатыла.
Ит йәрминкәләре ауыл халҡына ла, ҡаланыҡылар өсөн дә кәрәк. Һатырлыҡ мал аҫраған барса халыҡты республикабыҙҙың төрлө урындарында ойошторолған йәрминкәләргә саҡырабыҙ. Арзан хаҡҡа алыпһатарҙарға биргәнсе, малығыҙҙы, үҙегеҙ килеп, бушлай бирелгән урындарҙа иркенләп һатығыҙ!
Лилиә СИРАЕВА.