RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быуаттар аҡылын, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлаусы үҙәк

26.11.2011 Быуаттар аҡылын, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлаусы үҙәк

Быуаттар аҡылын, халҡыбыҙҙың рухи  байлығын  һаҡлаусы  үҙәк
24 – 25 ноябрҙә Өфө ҡалаһында «Социомәҙәни киңлек булдырыуҙа Милли китапхананың тотҡан урыны һәм роле» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһының 175 йыллыҡ юбилей кисәһе үтте.
Кәңәшмәлә Евразия халыҡтарының рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлап алып ҡалыу, халыҡтың мәғлүмәти-мәҙәни талабын ҡәнәғәтләндереү, милли китап нәшриәттәрен үҫтереү буйынса Милли китапханаларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Уның эшендә Рәсәй дәүләт китапханаһының, Төркиә, ҡаҙағстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Татарстан, Удмурт Республикаларының Милли китапханаларының, Силәбе, Ырымбур өлкәләре китапханаларының, Санкт-Петербург политехник университеты китапханаһының вәкилдәре ҡатнашты. Конференцияла ҡатнашыусы абруйлы ҡунаҡтар республика баҫмаларының журналистары менән дә осрашты. Милли китапханаларҙың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ? Электрон китаптар баҫма әҙәбиәтте юҡҡа сығармаҫмы, ғөмүмән, китапханаларҙың киләсәге бармы? Уҡыусыларҙа нисек шиғриәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә? Йәш белгестәрҙе китапханаға нисек йәлеп итергә? ҡулайлаштырыу китапханаларға ҡағылдымы – һәм башҡа бик күп һорауға журналистар ентекле яуап алды. Айырыуса Төркиәләге, ҡаҙағстандағы китапхана хеҙмәткәр­ҙәрен дәүләт социаль яҡлауы буйынса эш тәжрибәһе өйрәнеүгә лайыҡ. Мәҫәлән, Төркиә Республикаһының Милли китапханаһы директоры Аджар Тунджель әйтеүенсә, уларҙа 2011 йылдан китапханасыларҙың эш хаҡы ике тапҡырға артып, бөгөн айлыҡ эш хаҡы уртаса 1000 доллар­ҙан ашыуыраҡ тәшкил итә. ҡаҙағстанда иһә йәш белгестәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн 4 процент менән генә кредит алыу мөмкинлеге булдырыл­ған, тине ҡаҙағстандың Милли академия китапханаһының китапхана­лар­ҙы үҫтереү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Каиркен Нуралинова.
Конгресс-холда үткән юбилей кисәһе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһының тарихына арналған фильмдан башланды. Халыҡ өсөн асыҡ тәүге китапхана Өфө ҡалаһында 1836 йылда барлыҡҡа килә. Ул Дворяндар йортоноң бер бүлмәһендә урынлаш­ҡан була һәм үҙенең фондында йөҙләгән китапты туплай. Әммә улар китапханалар алдына ҡуйылған талаптар алдында яҡлауһыҙ ҡала. Даими финанслау сығанаҡтарының булмауы һәм ҡала йәмәғәтселегенең әҙерлекһеҙ булыуы был китапханаларҙың яҙмышына кире йоғонто яһай, уларҙың эшмәкәрлеге туҡтап ҡала. 1861 йылда Өфө ҡалаһында Статистика комитетының, 1889 йылдың аҙағында ижтимағи ҡала китапханаһы, XIX быуат аҙағында көнсығыш мосолман китапханаһы асыла. Ошо китапханалар нигеҙендә 1921 йылда Өфө губернаһы ғилми китапханаһы эшләй башлай. 1925 йылдан ул БАССР-ҙың дәүләт ғилми китапханаһына әүерелә, 1960 йылда уға Н. Крупская исеме бирелә. 1992 йылда иһә Милли китапхана статусы бирелә һәм шул ваҡыттан ул бөйөк башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди исемен йөрөтә.
Бөгөн иһә ул – 3 миллион 300 мең дананан ашыу китап фондына эйә булған республикабыҙҙың ҙур һәм ҡеүәтле мәғлүмәт һәм ғилми-мәҙәни үҙәге. Бында һәр кем үҙенең зауығына ярашлы әҙәби һәм фәнни китаптар­ҙы таба ала. Йыл һайын 75 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Милли китапхана үҙенең бай тарихы һәм һирәк ҡулъяҙмалар фонды, үҙенсәлекле баҫма документтары менән дә билдәле. Китапханалар эшен йәнләндереү, бөтә донъяны интернет баҫып алып барғанда уҡыусыларҙа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, китапхана эшен заман талаптарына яраҡлаштырыу йәһәтенән ҙур эш башҡара китапхана хеҙмәткәрҙәре. Уҡыусылар араһында төрлө конкурстар ойошторола, мәҙәни саралар үткәрелә, китаптар­ҙы, ваҡытлы матбуғатты электрон вариантҡа күсереү йәһәтенән дә ҙур эш башланған.
Ә. Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлап, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова Башҡортостан Президентының ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе һәм бер төркөм алдынғы хеҙмәткәргә Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталарын тапшырҙы. Өфө ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың райондары хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары менән дә баһаланды китапхана­сылар­ҙың изге хеҙмәте.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”