26.11.2011 Был аҙнала беҙҙе...
Аптыратты...
Йемен Президенты Али Абдулла Сәлих власты күсмә етәкселеккә тапшырыу тураһындағы документтарға ҡул ҡуйҙы.
Әммә ил менән 33 йыл етәкселек иткән лидерҙың эштән китеүе тик һүҙҙә генә ҡала тиһәң дә була. Сөнки уның бик күп дуҫтары һәм туғандары ҙур дәүләт вазифаларын биләй һәм ил етәксеһе үҙенең йоғонтоһон һаҡлап ҡала ала.
Йемен революцияһы ғинуар айында уҡ башланғайны. Әммә ил башлығы бүтән ғәрәп илдәрендәге коллегаларынан аҡыллыраҡ булып сыға: ул, халыҡтың теләге минең өсөн закон, тип иғлан итә һәм киләһе һайлауҙарҙа үҙе лә, улы ла ҡатнашмаясағы хаҡында белдерә. Ә уға тиклем үҙе етәкселек итеүен дауам итә, быныһы ла халыҡ мәнфәғәтендә, әлбиттә. Әммә оппозиция бының менән риза булмай.
Илдә хәл ҡатмарлаша башлай, хатта 50-гә яҡын кеше һәләк була, эш танкылар индереүгә тиклем барып етә, ҡала ике өлөшкә бүленә. Президент йортона ырғытылған ракета шартлағанда Сәлих үҙе лә һәләк була яҙа. Яралы Президент Сәғүд Ғәрәбстанында дауаланып ятҡан мәлдә илдә әҙерәк тыныслыҡ урынлаша. Сентябрҙә, дауаланып, иленә ҡайтҡандан һуң, АҡШ менән һөйләшеүҙәр башлана. Бының һөҙөмтәһе булып 23 ноябрҙә ҡул ҡуйылған президентлыҡтан китеү тураһындағы документтар тора. Әле күсмә хөкүмәт булдырыла, уның составына оппозиционерҙар ҙа, элекке ил башлығы яҡлы кешеләр ҙә инә. Үлемдән саҡ ҡалһа ла, власҡа йәбешеп ятҡан Сәлих әфәндегә аптырарға ғына ҡала.
Хәүефләндерҙе...
Быйыл ғына 7000 дельфин үлтерелгән, тип хәбәр итә Японияның йәнлектәрҙе яҡлау йәмғиәте ағзалары.
Европала ла, Азияла ла, хатта туҡ һәм үҫешкән тип һаналған Японияла ла бер үк хәл. Дельфиндарҙы юҡ итеүселәр быны ябай ғына итеп аңлата – имеш, был хайуандар уларҙың балыҡ тотоу кәсебенә зыян итә. Японияның күпселек халҡы йәнлектәрҙе ҡырыуҙы ритуалға әйләндереүгә ҡаршы ҡултамғалар йыя. Дельфин итенең ашарға яраҡһыҙ икәнлеген иҫәпкә алғанда, бындай ҡырағайлыҡты аҡлауы ла ҡыйын.
һоҡландырҙы...
Беҙҙең пенсионер өләсәйҙәребеҙ аҙ ғына пенсияға нисек йән аҫрарға белмәй яфаланғанда, Германияның бәләкәй генә Гисен тигән ҡалаһында йәшәүсе 83 йәшлек Ингебор Моц һигеҙ йыл эсендә 40 мең евроны 500 мең евроға әйләндереүгә өлгәшкән.
Ул «Форекс» брокер клубында валюта һатып алыу һәм һатыу менән шөғөлләнә һәм ошоноң менән миллион доллар аҡса эшләгән.
Бөгөн Ингебор Моцты Германияла белмәгән кеше юҡтыр. Ул нисек аҡса эшләү тураһында китаптар яҙа, лекциялар уҡый, интервью бирә. Үҙенең серен береһенән дә йәшермәй: акцияларҙы түбән курс менән һатып ала ла, йыл-йыл ярымдан уларҙы юғарыраҡ хаҡҡа һата. Тик теләһә ниндәй ойошманыҡын түгел, ә һыналған бай тарихлы ойошмаларҙыҡын ғына (ғәҙәттә, банкыларҙыҡын) һатып ала, акционерҙар составын да ентекле өйрәнә. Тормошҡа һуҡранып ултырғансы, аҡса эшләргә өйрәнгән фрау Моц миллионында ғына туҡталып ҡалырға уйламай.