26.11.2011 Илшат Тажетдинов уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе
«Ижтимағи электрон гәзит» сайтында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов онлайн-конференция үткәрҙе. Бер сәғәт ваҡыт эсендә ул барлығы 60-лаған һорауҙың яртыһына тиерлек яуап бирҙе, ҡалғандары ла яуапһыҙ ҡалмаясаҡ.
Тәүҙә Хөкүмәт аппараты, кадрҙар мәсьәләһе хаҡында һорауҙар күп булды. Мәҫәлән, ижтимағи гәзиттең сайтында JONNY тигән ник аҫтында студент егет киләсәктә хөкүмәттә эшләргә теләге барлығын, бының өсөн нимәләр кәрәклеге хаҡында һорашҡан. Вице-премьер ентекле яуап бирҙе, бурыстар һәм функциялар хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, республика Хөкүмәте аппаратының төп функцияларының береһе – граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороу. Был эш, ҡағиҙә булараҡ, ике төрлө алып барыла: хөкүмәт бинаһында һәм күсмә рәүештә, йәғни район-ҡалаларҙа. Һуңғыһы популяр була бара. ҡабул итеү район-ҡала хакимиәттәрендә уҙғарыла. Урындарҙа халыҡтың үтенестәрен хәл итеү ябай кешеләрҙең власть менән бәйләнешен дә нығыта. Илшат Тажетдинов һүҙҙәренсә, бындай осрашыуҙарҙа иң күп теркәлгән мәсьәлә торлаҡ тураһында була. Уның артынса – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы һорауҙар. Шулай уҡ эшкә урынлашыу мәсьәләһе буйынса ла мөрәжәғәттәр етерлек.
Республикала, ғөмүмән, илдә лә юл торошо ҙур иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡортостанда йыл һайын юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур ғына суммала аҡса бүленә. Йыш ҡына юлды бер ойошма төҙөй, ә ремонтты икенсеһе яһай. Һөҙөмтәлә күпселек юлдар сифат яғынан аҡһай. Илшат Тажетдинов был хәлдән дәүләт контракты төҙөү юлы менән сығып булғанлығын билдәләне. Мәҫәлән, подрядсы юлды төҙөп кенә ҡалмай, уны билдәле бер ваҡыт эсендә төҙөк килеш тоторға тейеш. Был тәңгәлдә башҡарыусы сифатлы эшкә ынтыласаҡ.
Онлайн һөйләшеүҙә яңы технологияларҙы ҡулланыу, үҙләштереү темаһы ла ситтә ҡалманы. Бөгөн Башҡортостанда дәүләт һатып алыуҙарының (закупка) 75 проценты БР Дәүләт комитетында урынлаштырыла. Бында бөтә Рәсәй интернет-порталы аша заказ биреү системаһына күсеү мөһим урында тора.
– Беҙҙә ете меңгә яҡын электрон сауҙа иғлан ителгән. Был – Рәсәйҙә иң юғары күрһәткес. Шундай алым менән ярайһы ғына экономия яһап та була. Мәҫәлән, быйыл урынлаштырылған дәүләт заказдары 22 миллиард һумдан ашҡан, экономия – 1,3 миллиард һум. Был яңы системаның һөҙөмтәлелеген раҫлай, – тине вице-премьер.
Онлайн-конференцияла күптән түгел раҫланған төньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади-социаль үҫтереү программаһы хаҡында ла телгә алынды. Унда түбәндәге йүнәлештәр өҫтөнлөклө тип билдәләнгән: халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү, хеҙмәт хаҡын һәм иҡтисадтың дәғүәселеккә һәләтлеген арттырыу, инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү. Ошо юҫыҡта нефть табыуҙы киңәйтеү, ағасты тәрән эшкәртеүҙе ойоштороу төп проекттар иҫәбендә.
Артабан иҡтисади һәм халыҡ-ара бәйләнештәр хаҡында ла ҡыҙыҡһыныусылар булды. Дөйөм алғанда, Илшат Тажетдиновтың онлайн-конференцияһы әһәмиәтле генә мәсьәләләргә ҡағылды һәм бындай сараларҙың кәрәк булыуын күрһәтте.