RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелдәрҙә ҡалды йылыһы

22.11.2011 Күңелдәрҙә ҡалды йылыһы

Ринат Йосопов киң ҡарашлы ғалим ине
Күңелдәрҙә ҡалды йылыһы
Ринат Мөхәммәт улы Йосопов йөҙөндә беҙ киң билдәле антрополог һәм этнографты ғына түгел, бик яҡшы кешене лә юғалттыҡ. Ул төрлө яҡлы, киң фекерләүсе ғалим ине, кәңәштәре һәм тәҡдимдәре коллегалары араһында ғына түгел, ә Рәсәй ғалимдары араһында ла яҡлау таба торғайны. Хәстәрлекле, ҙур йөрәкле дуҫ та булды ул.
Уның сағыу, ҡайнап торған тормошоноң һәм фәнни эшмәкәрлегенең ҡайһы бер биттәрен генә яҡтыртҡым килә.
Тәүге тапҡыр беҙ Өфөләге 13-сө дауаханала осраштыҡ. Унда билдәле табип-травматолог В. Никитинға ҡулыма операция эшләткәндән һуң барғайным. Табип миңә нимә эшләргә икәнен һәйбәтләп аңлатты, кәңәштәрен бирҙе. Шул ваҡыт ишек асылды ла, студенттар эйәрткән икенсе табип килеп инде. Улар бер-береһе менән һөйләшә башланы, студенттар уларҙы ҙур иғтибар менән тыңлай. Ә береһе күберәк миңә ҡарай, йәлләйме икән, әллә башҡа сәбәптәнме. Мин дә уға иғтибарымды йәлеп иттем. ҡаршымда иҫ киткес матур, ҡара бөҙрә сәсле егет тора ине. Беҙ шулай бер-беребеҙ тураһында бер нәмә лә белмәйенсә таралыштыҡ.
Ринат Мөхәммәт улы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология һәм этнография секторына нисек урынлашҡандыр, уныһын белмәйем. Секторҙа уны, башҡорттарҙы антропологик яҡтан өйрәнеүсе фәнни хеҙмәткәр, тип таныштырҙылар. Кем-кем, ә ул ваҡытта археология һәм этнография секторы менән етәкселек итеүсе Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов талантлы, перспективалы йәш белгесте ситкә ебәрмәҫ ине. Хәтеремә шул көндәрҙең береһе уйылып ҡалған. Бер саҡ иртән үҙ эштәрем менән булышып, өҫтәл артында ултыра инем. Ишек асылып китте лә Ринат Йосопов менән Рәис ҡотошов килеп инде. Йәштәр этнографик коллекциялар менән ҡы­ҙыҡ­һына башланы. Минән йә бер, йә икенсе нәмә хаҡында һорашалар. ҡа­пыл уларҙың иғтибарын быҙауҙы йә ҡолондо бағанаға бәйләп ҡуя торған шалтыраҡ йәлеп итте. Мин уларға был әйберҙең нисек эшләнгәнен һәм ни өсөн кәрәк икәнлеген төшөндөрөп бирҙем. Ринат Мөхәммәт улы уны эшләү технологияһы менән дә ҡыҙыҡһынды, ҙур диҡҡәт менән аңлатыуымды тыңланы. Тап шул мәлдә башыма, был йәш белгес бында осраҡлы ғына килеп эләкмәгәндер, унан талантлы ғалим сығасаҡ, тигән уй килде. Яңылышмағанмын.
Ринат Йосопов тураһында һөйләгәндә, фәнни тормошобоҙҙан да бер нисә осраҡты иҫкә төшөрөп үткем килә. Уның медицина университетын бик һәйбәт тамамлауы тураһында белә инем. Ә унда уҡыу еңелдән түгел. «Ринат, − тип һорайым, − ни эшләп һәйбәт белемең була тороп, табип юлын һайламаның?» «Әгәр халыҡтың тарихын табип-антрополог өйрәнә икән, был бит бик һәйбәт, хуплауға ғына лайыҡ. Бының аныҡ миҫалдары ла бар. ХIХ быуат ғалимы Д. Никольскийҙы ғына алайыҡ. Ул да һөнәре буйынса табип булған, ә башҡорттарҙың этнография һәм антропологияһы буйынса фундаменталь хеҙмәт яҙған. Бындай миҫалдар күп», − тип яуапланы ул миңә. Баҡтиһәң, Ринат Мөхәммәт улы антропология менән мәктәп йылдарынан уҡ ҡыҙыҡһын­ған икән.
Р. Йосопов иғтибарымды тағы ла бер яғы менән йәлеп итте. ҡайҙа ғына барһа ла, һәр ваҡыт үҙе менән китаптар тултырылған ҙур, иҫ киткес ауыр сумкаһын йөрөтә ине. «Ринат, ниңә өйҙә ҡалдырмайһың улар­ҙы?» − тиеүемә «Уларҙың миңә теләһә ҡайһы мәлдә кәрәк булыуы бар. һәр саҡ бөтә китаптарымдың ҡул аҫтында булыуы бик уңайлы», − ти торғайны.
Үҙ-ара дуҫлығыбыҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтмәй булдыра алмайым. Ул мине яҡын кешеһе итеп күреп, һәр саҡ, ағай, абзый, ә ҡайһы саҡта хатта, яратҡан ағайым, ти торғайны. Бүләк иткән китаптарындағы автографтары ла шул һүҙҙәрҙән башлана. Берәй һорауы килеп тыуһа ла, йыш ҡына миңә мөрәжәғәт итә ине. «Ринат ҡустым, мин бит антрополог түгелмен, был һорауҙарҙа һинән дә һәйбәт белгән кеше юҡ», − тиер инем. Бер саҡ ул миңә килеп хәбәр һөйләй: «Башҡорт ир-егеттәренең баш һөйәктәре көнсығыш менән бәйле, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы юҡ, − ти. − Быны нисек аңлатып була икән?» «Белмәйем, Ринат, антрополог түгелмен бит», − тим. «Һин бит ағай, уйлап ҡара әле!» ҡусты әйткәс, уйлайым инде. Күпмелер ваҡыттан уға: «ҡатын-ҡыҙҙың баш һөйәктәре менән бәйле һорауҙарға яуапты улар­ҙың үҙҙәренән эҙләргә кәрәктер», − тим. Бер көнмө, икәүме үткәс, ашханаға төшөп барғанда: «Абзый, һин йомаҡтың сиселешенә яҡынлашҡанһың бит. Минең уйлауымса, көнсығыштың яугир-күскенселәре беҙҙең яҡтарға үҙҙәре генә килгән. Ә бында тороп ҡалғас, урындағы халыҡтың ҡыҙҙарын кәләш итеп алған».
Ринаттың арабыҙҙан китеүенә лә бер йыл тулды. Быйыл беренсе тапҡыр Йосопов уҡыу­ҙары үткәрҙек. Унда Р. Йо­соповтың «Көньяҡ Уралдың тарихи антропологияһы һәм башҡорттарҙың этногенез проблемалары» китабын баҫтырырға һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 1-се мәктәбенә Ринат Йосопов исемен бирергә тәҡдим ителде. Был ғалимдың яҡты иҫтәлеген ихтирам итеүҙең бары тик бер тамсыһы ғына булһа ла, уның рухы быға бик ҡыуаныр.

Мирза МУЛЛАҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”