22.11.2011 Өмөт булғанда хыял һүрелмәҫ
Донъяла яҡшылыҡтан да бөйөгөрәк, юғарырак нәмә юҡ. Донъяны йәмләр, яраны имләр төшөнсә ул. Шулай уҡ бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу, мәрхәмәтлек күрһәтеү оло әһәмиәткә эйә.
Яңыраҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Мәҙәниәт, спорт, йәштәр эштәре буйынса комитеты Өфөнөң Реабилитация үҙәгенә ҡараған мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Йондоҙҙар” һәм балалар” тип исемләнгән мәрхәмәтлек кисәһе уҙғарҙы.
Әйтеп үтергә кәрәк, академтеатрҙа бындай акциялар йыш үткәрелә.
Был ҙур ижади кисәлә клоундар, төрлө әкиәт геройҙары балаларҙың күңелен асты, улар менән фотоға төштө, театр артистары балалар менән бергә йырланы, бейене. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында һәләтлеләр бик күп, йыр-моңға оҫталар, бейеүгә маһирҙар, спорт менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылыуға ҡарамаҫтан, уларҙағы йәшәүгә булған көс-ихтыярға иҫ китерлек. Бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәренә оҫта балалар ҙа күңелдә һоҡланыу тойғоһо уята: улар теккән милли кейемдәрҙән концерт барышында тамашасыларға мода ла күрһәтелде. Билдәле йырсылар Алһыу Бәхтиева, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Вилдан Яруллин, Сәғиҙулла Байегет, Әлфиә Юлсурина, Диана Ишниязова, Ольга Мусина, Рөстәм Ғиззәтуллин һәм башҡалар балалар менән дуэт йырланы, “Мираҫ” фольклор бейеү ансамбле тотош тамашаға торошло бейеү бүләк итте.
Сараға атҡаҙанған спорт мастеры, РФ Паралимпия комитеты президенты, Гиннестың рекордтар китабына индерелгән, Паралимпия уйындарының – 13, еңел атлетика буйынса донъяның – 18, Европаның 43 тапҡыр чемпионы, донъяның 20 тапҡыр рекордсмены Римма Батталова ла килгәйне. Ул тамашасылар менән ихлас аралашты. Кисәлә шулай уҡ исеме бөтә донъяға билдәле яҡташыбыҙ, Европа чемпионы (Шеффелд – Англия, 2001), донъя чемпионаты призеры (2011), бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы, донъя кубогын яулаусы (2010) Марат Йосопов ҡатнашты.
Концерт аҙағында сығыш яһаусы балалар менән артистарға тамашасылар оҙаҡ ҡул сапты, кескәйҙәрҙе шатландырып, мең балҡышлы фейерверк аттырылды.
Иң мөһиме: балаларҙың шатлыҡлы йөҙҙәре, уларҙың бер-береһенә ярҙам итергә ынтылып тороуы был сараға айырыуса ҙур баһа булып торҙо. Кисәне ойоштороусылар билеттарҙы күпләп һатып алып, “Йондоҙҙар” һәм балалар” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҙур финанс ярҙам күрһәткәне өсөн предприятие һәм учреждениеларға ҙур рәхмәтен белдерә. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса Өфө ҡалаһының Реабилитация үҙәгенә күсерелә һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дауалау өсөн файҙаланыласаҡ.
Рита ХӘСӘНОВА.
Игорь КИНЯПИН фотоһы.